Батыр булып тыумайҙар, батыр булып китәләр, тиҙәр. Әҙерәк кенә килешмәйем. Күңелеңдә тыумыштан ата-бабалар ҡаны аша килгән, ата-әсә тәрбиәһе аша һеңгән рух орлоғо булмаһа, артабан үҙеңдең эске ихтыяр көсөң, тырышлығың, маҡсатҡа ынтылышлығың, үҙ-үҙеңдә ныҡлыҡ, илеңә, ереңә, кешеләргә ҡарата һөйөүҙе үҫтереүең менән ошо орлоҡҡа йәшәп китерлек шарттар тыуҙырмаһаң, батырлыҡ юҡ ерҙә барлыҡҡа килмәйҙер ул. Тыуған ил тыуған өйҙән башлана. Өйөңдәге яҡындарыңа ҡарата изгелек ҡылырға ынтылыу, уларҙы яратыу, яҡларға тырышыу артабан ил кимәленә үҫеп етеп, оло эштәр башҡарырға этәрәлер ул...
Махсус хәрби операцияла һәләк булған өлкән лейтенант Ғәлинур Нурғәле улы Сөләймәновтың бер туған апайы Мәүсилә Нурғәле ҡыҙы менән батырҙың ҡыҫҡа ғына ғүмеренә яһалған байҡау ошо фекергә килергә булышлыҡ итте.
-Ғәлинур ҡустым шаян малай булды. Шул уҡ ваҡытта кәрәк ерҙә етди лә була белде. Кешелекле, туған йәнле ҡустым минең күҙ алдымда үҫте. Үҙем үҫтерештем. Мин 1-се класҡа барған йылы донъяға килде ул. Тыуғандан алып күҙ алдымда ғына үҫеп буй етте.
Ҡустымды уйламаған көнөм юҡ. Йәш араһы байтаҡ булһа ла, икәү-ара ныҡ дуҫ, хатта серҙәш булып үҫтек. Серҙе ныҡ һаҡлай белде ул. Уға һөйләнең икән – серең йоҙаҡта тигән һүҙ.
Эшсән, тырыш та булды. 7-се класта ғына уҡыған сағында, ауылдағы пилорамала эшләп, миңә, студент булып киткән апайына, ныҡ кәрәк булған компьютер алып биргәнен мәңге онота алмайым. Аҡсаһын тинлән тигәндәй йыйып барған, бер ҙә юҡ-барға тотонмаған. Был уның ихтыяр көсө тураһында һөйләй.
Ул ваҡытта бер өйҙән 3 студент булып киткәйнек шул: Иҙел ағайым Өфөлә урман техникумында уҡый, Илүзә апайым медицина колледжында, өҫтәүенә, мин БДУ-ның Сибайҙағы институтына индем. Атай менән әсәйҙең хәлен күреп-аңлап йөрөгән инде.
Йәнә бер хәл иҫемә төшһә, күҙ йәштәремде тыя алмайым. Бер йылы, беҙ уҡырға китер алдынан, августа, ауылда фельдшер булып эшләп йөрөгән әсәйемде ҡалаға белемен камиллаштырырға уҡырға ебәрҙеләр. Атайым менән Ғәлинур беҙҙе уҡырға ебәрергә әҙерләп мәж килгән булалар. Һүҙ араһында аҡса мәсьәләһе лә телгә алынғандыр инде. Ҡуҙғалып китергә мәл еткәйне, Ғәлинур ҡустым, апай, мына юлыңа аҡса, тип бәләкәй усына ҡыҫып ҡына тотҡан аҡсаларын миңә һуҙып торған була...
Ул бер ваҡытта ла эшһеҙ ултырманы. Башта картуф күмеү, утын ярыу кеүек эштәр Иҙел ағайымдың елкәһендә булһа, ҡул араһына инеү менән, был эштәрҙе Ғәлинур үҙ иңенә алды. Башҡа балалар һыу ингәндә баш күтәрмәй картуф утаһынмы, күмһенме, ихатаға килеп ятҡан утынды ярһынмы – тырыш булды. Беҙ ҡырҙа булғас, эштән бушамаған әсәйемдең дә уң ҡулына әйләнде – һауыт-һаба, иҙән йыуыу кеүек эштәрҙе лә һыпырып эшләне. Беҙ ҡайтһаҡ, аяҡ кейемегеҙҙе шунда сисегеҙ, бысратмағыҙ, тип кенә тора торғайны. Таҙалыҡ яратты. Ниндәй эшкә тотонһа ла, ныҡ яуаплы башҡарҙы.
Йәйге каникулға ҡайтҡан арала миндә бер мәл район үҙәгендәге СПТУ-ла уҡып, автомобиль йөрөтөү хоҡуғына эйә булыу теләге тыуҙы. Велосипедта китәм уҡырға. Үҙем килеп тороп юлда ҡурҡам. Әйткәндәй, уҡырға бармаҫ элек үк машина йөрөтә белә инем инде – атайым әллә ҡасан уҡ өйрәткәйне.
Бер мәл уҡып ултырғанда тәҙрәнән ҡараһам, ҡап-ҡара булып йәшенле ямғыр килә. Уф, нисек кенә ҡайтам инде, тип уйлап, дәрестәрҙән һуң йөрәкте усҡа тотоп тышҡа сыҡһам, училищеның ихатаһында Ғәлинурым туп тибеп йөрөй. Баҡтиһәң, көн боҙола башлағанын күреп ҡалған да, апайым яңғыҙы ҡурҡыр ул, тип күршеләрҙән велосипед һорап алып, миңә иптәш булып ҡайтыр өсөн килеп еткән икән.
Икәүләп ҡайтырға сыҡтыҡ. Йәшен сасрата атып тора шул. Минең велосипедтың себе ташлай ҙа ҡуя, етмәһә. Ҡустым төшә һалып рәтләп бирә-бирә киләбеҙ. Бер мәл тамам арығандыр инде:
-Апай, әйҙә, велосипедтарҙы күмеп китәйек тә, иртәгә, ямғыр тымғас, килеп алырбыҙ, - ти.
-Юҡ, - тейем мин, ҡаратырышланып.
Шулай ыҙалай-ыҙалай, күшегеп ҡайтып барһаҡ, ҡаршыға машинала яй ғына атай килә ята. Ә-ә, ҡайтып киләгеҙме, тине лә боролоп ҡайтты ла китте. Беҙҙең йәнебеҙ көйә – нишләп беҙҙе ултыртманы инде, великтарҙы күмеп ҡайтып торор инек, тибеҙ. Арыған булғанбыҙҙыр инде.
Мин диплом алғандан һуң Ҡолғана ауылында уҡытҡайным. Ауыл төпкөлдә. Ялға ҡайтырға техника юҡ. Атай барып ала. Ҡайһы саҡ уның ваҡыты булмай. Шундай мәлдәрҙә Ғәлинур ҡустым кеше яллап, үҙебеҙҙең машина менән мине килеп ала. Үҙенең правоһы юҡ ине ул мәлдә.
Техникаға ла мөкиббән булды, техниканы яҡшы белде ул. Бәләкәй генә сағынан атай уны машина йөрөтөргә өйрәтте. Атай өйҙә булмаһа, әсәйҙе ауыл эсендәге ашығыс саҡырыуҙарға алып йөрөй торғайныҡ.
Килеп тороп тештәнмә кеше булды ул. Эсе тулы ут булһа ла, төкөрмәне, кешегә һиҙҙермәне, йылмайып торор ине – һыр бирмәне. Ирлек көсө тип атайым мин быны. Һиҙеп ҡалып һорашһаң да өндәшмәҫ ине, - тип хәтирәләре менән бүлеште геройҙың апайы.
Батыр бына шулай формалашҡан. Ҡорос бына шулай сыныҡҡан... Эйе, эске көс йәшәтә кешене - кешенән Кеше яһай. Йығылдым тигәндә лә тороп баҫҡандар, һыҙланғанда ла һыҡранмағандар, ҡыйынлыҡтарға һуҡранмағандар, ауырлыҡтар алдында туҡрамағандар, яулағандары менән ҡуҡраймағандар тап ана шул эске көс менән йәшәүселәр ҙә инде... Улар һөрән һалмай ғына батырлыҡтар, изгелектәр ҡыла, мәрхәмәтле йөрәген кешеләргә һона...
Бер ваҡытта ла хәрби юл һайлау тураһында өнө лә сыҡмаған Ғәлинурҙың 11-се класта ғына ҡапыл шул юлдан китәсәге хаҡында иғлан итеүе ана шул эске ихтыяр көсөнөң ҙурлығынан, уйлап йөрөһә лә, яҡындарын алдан бошондорорға теләмәүенән булманымы икән?.. Үҙе лә эске эштәр бүлегендә эшләгән атай кеше быны шым ғына ҡабул итһә, әсә кешенең йөрәге, билдәле, сем итә биреп ҡала...
-Баҡһаң, ул үҙен әллә ҡасан уҡ әҙерләп йөрөгән булған икән. Беҙ генә төшөнөп етмәгәнбеҙ. Инһә лә, сыҡһа ла ихаталағы турникта күтәрелер, төрлө трюктар яһар ине. Футбол менән бирелеп китеп шөғөлләнде. Йәнә бер кеше белмәгән шөғөлө булды – аяғына, ҡулының беләҙек тирәһенә кейем эсенән махсус герҙар бәйләп алып, ултырмай, автобус артынан йүгерә торғайны. Уның төрткөләүенән эсенә тубырсыҡ тултырылған нисә тоҡ туҙҙы икән?.. Район үҙәге Иҫке Собханғолға ла, техника булһа ла, саңғы менән китер-ҡайтыр ине. Уҡығанда математикаға, иҫәп-хисапҡа шәп булды. Башы компьютер һымаҡ ине. Физика, география, физкультураны яратты, - тип хәтирәләрен дауам итте Мәүсилә Нурғәле ҡыҙы.
Иҫке Собханғол урта мәктәбен тамамлағандан һуң, Ғәлинур Санкт-Петербург ҡалаһындағы Михайлов исемендәге юғары хәрби артиллерия акамедияһына уҡырға инә. Артабан Чечен Республикаһының Урус-Мартан ҡалаһында взвод командиры дәрәжәһендә хеҙмәт итә.
-Уҡығанында беребеҙгә бер бәлә һалманы ҡустым. Киреһенсә, беҙгә, туғандарына, атай-әсәйебеҙгә ярҙам итте. Хәрби дисциплинаны, хәрби закондарҙы теүәл үтәне. Телефон аша һөйләшкәндә берәй нәмә һорай башлаһаҡ та, ярай, етте, һау булығыҙ, тип һөйләшеүҙе туҡтата, хәрби формалағы фотоңды күрге килә, тиһәң дә, юҡ, ярамай, ти ҙә ҡуя ине. Тейешле талаптарҙы ныҡ теүәл үтәне.
Академияла уҡыған сағында ла, эшләй башлағас та, патриотизм тойғоһо шулай көслө булғандыр инде, ялға ҡайтҡанында өйҙә гел генә ярым тауыш менән Рәсәй гимнын йырлап йөрөй торғайны...
Футбол яратты, тигәйнем бит. Санкт-Петербурга ла түләүле футбол күнекмәһенә йөрөгән. Уны хатта футбол командаһына саҡырғандар. Юҡ, мин хәрби юлды һайлағанмын, тигән.
Әйткәндәй, беҙҙең ғаиләлә минән башҡа барыһы ла хәрби бурыслылар - атайым полиция майоры, әсәйем фельдшер, Иҙел ағайым МЧС-та эшләй, Илүзә апайым да медицина хеҙмәткәре, - ти Мәүсилә.
Ялға ҡайтҡан арала ата-әсәһенә утын-бесән әҙерләшеп, башҡа эштәрҙе теүәлләшеп өлгөргән герой. Хатта Чечен Республикаһының Урус-Мартан ҡалаһында хеҙмәт иткән сағында ла, үҙе ҡайта алмаһа ла, шул эштәрҙә ярҙам күрһәткән.
-Бер мәл ихатаға бер машина утын индереп бушаттылар. Аптырап киттек. Баҡтиһәң, Ғәлинур бер техникалы ауылдашыбыҙға аҡса күсереп, атайҙарға утын алып барып бушатыуын һораған булған икән. Күп тә үтмәй, бер егет инеп яра башланы. Уныһына ла, утын ярырға әйтеп, аҡса күсергән булған. Шулай ярҙамсыл, туған йәнле булды, атай менән әсәйҙе хәстәрләп торҙо. Хәйер, дуҫтарының ата-әсәһенә лә ярҙам иткәне иҫтә, - тип хәтирәләр сылбырын дауам итте әңгәмәсем.
Чечен Республикаһына хеҙмәткә тәғәйенләнгәс, өйләнеп, кәләше Айгүзәлде лә алып китә. Улдары тыуа. Шамил хәҙер алтынсы йәше менән бара инде. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, герой үҙе һәләк булғандан һуң тыуған ҡыҙы Сафияның ғүмер генәһе ҡыҫҡа булған...
Мәүсилә күптән түгел, октябрь аҙағында ғына, Чечняға барып, ҡустыһы хеҙмәт иткән хәрби часта булған.
-Тәүәкәлләп, оло сәфәргә япа-яңғыҙ сығып киттем. Теләгем ҡустым Ғәлинур атлап йөрөгән ерҙәрҙән атлап, ул һулаған һауланы һулау, ул күргән ерҙәрҙе күреү ине.
Өфөнән Санкт-Петербургҡа, унан Грозныйға остом. Грозныйҙа Ғәлинурҙың Маһанди тигән 51 йәшлек һалдаты ҡаршы алды. Айгүзәл киленем, унда йәшәп ҡайтҡас, миңә нисек кейенергә әйтте. Оҙон күлдәктә, яулыҡта барҙым. Урус-Мартанға хәрби часҡа барғас, байтаҡ индермәй торҙолар. Күптән түгел Украинаға ирекмән булып барыуым күренгән икән базала. Хәрби часть бик бейек таш ҡойма менән уратып алынған. Эсендә нимә бар икәнен тыштан күреп булырлыҡ түгел. Махус хәрби операцияға бәйле, часть составы ныҡ үҙгәргән, элекке состав юҡ кимәлендә.
Бик ныҡ тикшергәндән һуң, дуҫтарының тел ярҙамы ла ҡушылып, ниһайәт, ҡустым хеҙмәт иткән ергә аяҡ баҫа алдым. Башта «Ғәлинур Сөләймәновтың апайымын» тигәйнем. Ниңә башта уҡ Чингиз Сулеймандың апайы икәнеңде әйтмәнең, тиҙәр аҙаҡтан. Баҡтиһәң, унда Ғәлинурҙы «Чингиз Сулейман» тип йөрөткәндәр икән.
Барып инеү менән йөрәгемә йыйып алып йөрөгән барлыҡ юғалтыу һағыштары тамағыма тығылды ла, ҡайғыларымдың йырҙаһы йырылап, илап ебәрҙем.
Ғәлинурҙың эшләгән кабинетын күрҙем. Шул көйө һаҡланған. Хатта ҡултамғаһы ҡуйылған ҡағыҙға тиклем ята. Минең күңелде күрер өсөн әйттеләрме, Чингиз Сулейманға еткән командир булғаны юҡ әле, тинеләр. Ҡазармала ғаиләһе менән йәшәгән бүлмәләре лә буш тора. Унда ла инеп сыҡтым. Апайы икәненә һаман ышанып етмәгән булдылармы икән башта, ысынлап та Чингиз Сулеймандың апайы икәненә ышандыҡ, тинеләр аҙаҡтан.
“Аэропортҡа тиклем барырға ярҙам кәрәкмәйме? Самолетҡа билет алғанығыҙмы?” тип ярҙам итергә тырышып ҡына тороуҙары ҡыуандырҙы. Эстә Дмитрий тигән егет оҙатып йөрөнө.
Ошо часта хеҙмәт иткәндәрҙең МХО-ла һәләк булғандарына банерҙар ҡуйылған. Шул иҫәптән Ғәлинурға ла. Минең өсөн бик тетрәнгес булды уны күреү.
Частән махсус хәрби операцияла һәләк булғандарға хәтерташтар әҙерләйҙәр икән. Уларҙы асыуға ғаиләләрҙе лә саҡырырға ниәтләйҙәр.
Ғәлинурҙың улына Шамил тигән исем биреүенә лә ҡыуандылар Чечняла. Уларҙа ла бар икән ундай исем. Улар өсөн ул ҙур исем (Чечен һәм Дағстан халҡының 19 быуатта Имам Шамил тигән юлбашсыһы булған).
Ҡыҫҡаһы, Чечняла үҙем илап, һалдаттарҙы илатып ҡайттым...
Махсус хәрби операция башланырҙан алда, 2021 йыл аҙағы булғандыр, ҡустым декабрь башында бер айға ялға ҡайтҡайны. Әсәйемдең тыуған көнөндә булам, тип ҡыуанып, дәртләнеп йөрөгән кеше, ун көн үтеүгә, бер шылтыратыуҙан һуң ҡапыл ғына юлға йыйына башланы. Тиҙ арала часҡа килеп етергә ҡушҡандар. Һорашып ҡараһаҡ та, бер нәмә лә өндәшмәне. Ләкин эсендә ут ҡайнағанын яҡшы аңларға була ине. Миңә китергә ваҡыт етте, тип кенә ҡырҡа ғына әйтте лә, арлы-бирле йыйынып, юлға ла сыҡты. Өфөгә тиклем беҙ ирем менән уны машинала алып барып, самолетҡа ултыртып ебәрҙек. Аэропортта саҡта, посадка иғлан ителмәҫ элек әле, аэропорттан күтәрелгән самолеттарҙы ҡарап торғанда, Ғәлинур, һин ҡайһы яҡҡа ҡарай осаң, тип һораным. Ундай һорауҙар бирмә, тип кенә ҡуйҙы. Үҙемсә, самолеты ҡайһы яҡҡа ҡарап осоп китә икән тип һорарға уйлағайным. Теләмәһә лә, шунда көсләп бергәләп фотоға төштөк. Бергә төшкән һуңғы фото булған икән шул... Хушлашып инеп киткәс, иптәшемә, әйҙә, сыҡтыҡ, тиһәм дә, ул, әҙерәк торайыҡ әле, тине. Шул мәл теркәү үткән еренән Ғәлинур йүгереп килеп сыҡты ла, мине ныҡ итеп ҡосаҡлап яратып, кире йүгереп инеп китте...
Ҡустымдың яҡшы командир булғанына ышанам. Сөнки бәләкәйҙән илап-мыжып йөрөмәне, тыныс холоҡло булды, үҙ көсөнә таянды. Хәтеремдә, бәләкәй генә сағы. Атайым менән әсәйем Ғәлинурҙы миңә ҡалдырып, матаста бесәнгә китәләр. Мыжымай ғына йөрөй ҙә, кис етә башлаһа, ергә ята башлай. Атай менән әсәйҙе шым ғына һағынып, ергә ятып, матас тауышы сыҡмаймы, тип тыңлауы булған. Ергә ятып тыңлаһаң, йыраҡтағы тауыш та яҡшырак ишетелә икән.
Эйе, яҡшы командир булған ҡустым. Антына ла ғүмеренең һуңғы минутына тиклем тоғро ҡалған – һалдаттарын йәшеренә торған урынға (укрытиеға) индереп бөтөп, үҙе иң аҙаҡтан инергә ынтылған ерендә дошман дроны ғүмерен өҙгән...
Наградалары ла эҙләп тапты батырҙы. Даны ла ҡайтты. Иле именлеге өсөн башын һалған өлкән лейтенант Ғәлинур Нурғәле улы Сөләймәновтың исеме батырлыҡ, рух көсө, ирлек намыҫы булып йәшәр. Батырға үлем юҡ.
Герой тәрбиәләгән Атай менән Әсәйгә сабырлыҡ насип итһен Раббыбыҙ...
Т. БАҺАУЕТДИНОВА.
(Фотолар - геройҙың яҡындарының ғаилә
архивынан).
Ғәлинур Нурғәле улы Сөләймәнов 1995 йылдың 13 апрелендә Яңы Мөсәт ауылында донъяға килгән. Тыуған ауылында туғыҙынсы класты тамамлай һәм артабан уҡыуын Иҫке Собханғол урта мәктәбендә дауам итә. Уҡыған осорҙа үҙен әүҙем йәмәғәтсе, тырыш уҡыусы итеп таныта. Сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ итә, йәмәғәт эштәренең әйҙәүсеһе, ойоштороусыһы була. Тырыш, ярҙамсыл һәм яуаплы егетте класташтары һәм уҡытыусылар ихтирам итәләр.
Иҫке Собханғол урта мәктәбен тамамлағандан һуң, Санкт-Петербург ҡалаһындағы Михайлов исемендәге юғары хәрби артиллерия акамедияһына уҡырға инә. Артабан Чечен Республикаһының Урус-Мартан ҡалаһында взвод командиры дәрәжәһендә хеҙмәт итә һәм ошо ауыр, әммә ихтирамлы тормош юлында һуңғы һулышына тиклем биргән антына тоғро ҡалып, Украинала барған махсус операция ваҡытында батырҙарса башын һала.