Кешене нимә көслө итә? Батыр булып тыуалармы әллә геройҙы Ваҡыт һәм Ваҡиға тыуҙырамы? Ихтыяр көсө нисек тәрбиәләнә?
Был мәҡәләлә шул һорауҙарға яуап эҙләрбеҙ...
Әбделмәмбәт ауылы егете, урман мастеры Ғәлин Әсхәт Ханнан улы үҙенең ишен – Сәкинә Ғәлиулла ҡыҙын Байғаҙыға оҙайлы командировкаға барған саҡта тап итә. Йәштәр Әбделмәмбәт ауылының арғы осонда тәбиғәт ҡосағына ғына донъя ҡороп, дәртләнеп ғаилә тормошон башлайҙар. Бер-бер артлы донъяға килгән Илфат, Зәбиҙә, Илшат, Ильяс уларҙың ғаилә усағына бәхет ялҡындары өҫтәй генә бара.
Ғәҙеллек, эште еренә еткереп үтәү кеүек сифаттарға эйә ғаилә башлығы улдарына ла баштан ныҡлы атай тәрбиәһе бирә. “Урлашмағыҙ, алдашмағыҙ, кеше әйберенә теймәгеҙ. Теге эште белмәйем, был эште белмәйем, тип тайҡаламағыҙ. Кеше эшләй алмаған эш юҡ ул. Тотонаһың да эшләйһең, өйрәнәһең. Берәү ҙә белеп тыумай”, тип өйрәтә ул улдарын.
Улдары ла атай һабағын аңдарына һеңдереп үҫә. Йорт тирәһендәге барлыҡ эштәрҙе һайлап тормай башҡаралар. Ғаиләнең төп терәге булған атайҙың 40 йәшендә генә фалиж һуғыуҙан ҡаты сиргә тарыуы ла быға йоғонто яһамай ҡалмағандыр.
Ошондай матур ғаиләлә тәрбиәләнгән өс улдың уртансыһы – махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Илшат Әсхәт улы хаҡындараҡ булыр һүҙем артабан. Сәкинә Ғәлиулла ҡыҙы менән Илшаттың бала сағына, үҫмер, йәшлек йылдарына байҡау яһаныҡ.
-Илшат бала саҡтан ныҡ етди булып үҫте. Тәртип яратты, эште теүәл башҡарҙы. Хәҙер уйлап ҡарайым да, тыумыштан хәрби булып тыуғандыр ул, тейем. Уның бүлмәһендә тәртип булды. Кейемдәре кәлдәп кенә һалынған була торғайны. Улар ҡустыһы Ильяс менән игеҙәк һымаҡ ҡына үҫтеләр. Йәш аралары 1 йәш тә 8 ай ғына. Ильяс та шулай, ағайынан күрепме, тәртип яратты.
Үҫә барған һайын Илшаттың хәрби булыу теләге арта ғына барҙы. Бер мәл хатта, әсәй, нишләп мине 3-4 кластарҙа уҡ кадет мәктәбенә бирмәнегеҙ, тип үпкәһен дә белдереп ҡуйғайны. Беҙ, ябай ауыл кешеләре, ундай мәктәп барлығын да белмәгәнбеҙ инде.
Ике туған Сибәғәт ағайы 7 йыл самаһы Германияла хеҙмәт итте. Ялға ҡайтҡанында хәрби кейемдәр ҙә алып ҡайта ине. Ағайы биргән пилотканы Илшат башынан төшөрмәй кейеп йөрөнө. Ҡайышын таҡты.
Ҡайҙан хасил булғанын иҫләмәйем, бер мәл хатта бәләкәй генә, үҙенә ярарлыҡ ҡына кирза итек кейеп йөрөнө. Йәйгеһен дә сисмәй торғайны. Ҡуптырҙап шуны кейеп тик йөрөгәс, атаһы, йәне көйөп, башҡа кеймә шуны, кеше кейгән аяҡ кейеме кей, тип соҡор ҡаҙып тороп күмеп ҡуйҙы. Юҡ, ҡарап торған да, кире соҡоп алып, тағы кейә башланы.
Уйнағаны һуғыш уйындары булды. Пистолет төп уйын ҡоралы ине. Гел атыш уйнап йөрөп, бер ике тапҡыр ауыҙының ситен йыртып ҡуйҙы хатта.
Туғыҙынсы кластан һуң СПТУ-ла уҡығайны. Шунда тағы ла нығыраҡ асылып киткән һымаҡ булды. Улығыҙ тәртипле, аҡыллы, тип кенә торҙолар мастерҙары. Тракторҙа ер һөрөү буйынса республика ярышында өсөнсө урын алып, СПТУ етәкселеген ныҡ ҡыуандырғаны хәтерҙә.
Тәмәке тартманы, араҡы эсмәне.
Йәнә бер яратҡан шөғөлө булды – тарих менән ныҡ ҡыҙыҡһынды. Даталарҙы ныҡ белде – теге йәки был тарихи ваҡиға тураһында сәғәте, минуты менән тыпылдатып әйтеп ултыра торғайны. Айырыуса һуғыштар тарихы менән мауыҡты.
Техниканы яратты һәм белде. Армияла хеҙмәт иткән сағында отпускыға ҡайтҡанында ла ауылдан ир-егеттәр машиналарын ҡарап биреүен үтенеп килә торғайнылар.
“Ошо өсөнсө контрактым бөтһә, ауылға ҡайтып йәшәйем. Шиномонтаж асам, ат үрсетәм”, тип хыялланғайны... – Әсә кеше моңһоу хәтирәләрен теҙә.
2021 йылда йәйгеһен үҙҙәренең ауылы ҡыҙы Рәмзиә һылыуға өйләнеп, уны хеҙмәт иткән еренә алып китә Илшат. Әйткәндәй, икәүләп китер алдынан, әлегә барыбер мал көтә алмайбыҙ, тип Рәмзиәгә әсәләре һыйыр итергә биргән башмаҡты һуйып, туғандарына һуғым ашаталар. “Икәүләп йүгереп йөрөп әҙерләнгәндәре әле лә күҙ алдымда”, ти Сәкинә апай. Туғандары менән һуңғы күрешеүе лә шул була Илшаттың. Ағымдағы йылдың 28 ноябрендә уның тыуған йортонан һуңғы тапҡыр аяҡ атлап сығыуына 3 йыл тулған...
Илшат Әсхәт улы армияла Хабаровскиҙа хеҙмәт итә. Контракт төҙөргә уйлай ҙа, ул яҡ күңеленә бигүк ятып та етмәгәс, йәнә яҡындары был яҡҡараҡ ҡайтырға кәңәш биргәс, тәүге контрактын Тоцкиҙа төҙөй. Унда 6 йыл хеҙмәт иткәс, Һамарға күсә.
Тоцкиҙа хеҙмәт иткән сағында Сүриәләге операцияла ҡатнаша. Тик әсәһенә был хаҡта әйтмәй.
-Бер мәл Илфат улым менән Сәйет ҡәйнеш Тоцкиға йыйына башланы. Илшаттың машинаһын алып ҡайтабыҙ, тиҙәр. Йөрәк һеркелдәне. Нишләп алып ҡайтырға булғандар һуң? Нимә булған? Юҡ, бер нәмә лә әйтмәйҙәр. Мин дә һеҙҙең менән йөрөп ҡайтам, тейем тегеләргә. Әсәй, унда нимешләйең, ти Илфат улым. Илшат хеҙмәт иткән яҡтарҙы, ерҙәрҙе күреп ҡайтам, тинем дә әҙерләнә башланым. Ҡутара ит бешерҙем, ҙур һауытҡа һурпа ҡойоп алдым. Бер мейес өй икмәге һалдым. Бүтән тәмле-татлы ла әҙерләнем – пирожки, бәлеш һ.б.
Мин барып ингәс, Илшаттың күҙе дүрт булды. Әсәй, нимешләп йөрөйөң ул, ти. Һине күрергә килдем, тейем. Бер бүлмәлә дүрт егет йәшәйҙәр ине. Тиҙ генә әҙер һурпамдан аш яраштырып ебәрҙем, өҫтәлгә алып барған күстәнәстәремде теҙҙем. Шулай өй ризығы менән һыйлап ҡайттым егеттәрҙе. Оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ, ҡала менән таныштырып алып йөрөнө улым.
Берәй ергә китәңме әллә, тиһәм, ике-өс айға командировкаға ғына барып ҡайтам, тей ҙә ҡуя.
Ҡайтып, байтаҡ ваҡыт үткәс, бөтөнләй уйламағанда Монасип кешеһенән улымдың Сириялағы операцияға киткәнен ишеттем.
Шул Сириянан ныҡ уйсанға әйләнеп ҡайтты. «Халыҡтың унда нисек йәшәгәнен күреп, уларҙы йәлләп ҡайттым, әсәй. Беҙ ожмахта йәшәйбеҙ икән ул, тик шуны үҙебеҙ генә аңламайбыҙ һәм ҡәҙерен белмәйбеҙ. Ашарыбыҙға бар, эсеребеҙгә бар. Ул яҡтарҙа таҙа һыу ҙа юҡ. Ниндәй ожмахтай тәбиғәт эсендә көн итәбеҙ беҙ. Урман тулы емеш-еләк, баҡсала барыһын да үҫтереп була. Ә унда аслыҡ. Балалар ас... Уларға үҙебеҙҙең паектарҙы бирә торғайныҡ. Беҙҙә халыҡ ҡотора”, тип әсенеп һөйләне. Нужаның нимә икәнен күреп ҡайтыуы ине баламдың. Шунан ҡайтҡас, ныҡ борсолоп, үҙенә урын таба алмайыраҡ йөрөнө ул. “Беҙ ризыҡты ла, башҡа нәмәне лә ныҡ исраф итәбеҙ. Таҙа һыуҙың ҡәҙерен белмәйбеҙ, бысыратабыҙ, шашабыҙ. Кешенең шул тиклем бөтә нәмәне исраф итеүен күреүе ҡыйын. Тегендә бит сүллек, тамсы таҙа һыуға зарығып йәшәйҙәр”, тине.
Илшат үҙе электән һыуҙы бер ваҡытта ла баҫып тороп эсмәне. Бесәнлектә лә хатта ҡулына һыулы һауыт алһа, ергә ултыра һала торғайны. Һыуҙы тороп эсергә ярамай, тине.
Был махсус операцияға киткәнен дә йәшерҙе...
Улдарымдың тырыш, ныҡыш булыуҙары – атайҙарынан. Бәләкәй саҡтарынан эштәрен еренә еткертеп эшләтеп өйрәтте атайҙары. Эшкә ҡара таңдан сығып китеп, ҡараңғы төшкәс ҡайтып инһә лә, мал аҙбарын сығып ҡарап, малдың хәлен белеп инер ине. Әгәр һарай матур таҙартылмаған булһа, төн уртаһында булһа ла малайҙарҙы сығарып ебәрә. Үҙегеҙ шул ҡаты-ҡотола ятып йоҡлап ҡарағыҙ, тиер ине. Быны мин ҡанһыҙлыҡ тип һанамайым, был – атай тәрбиәһе. Балаларын әпәүләп үҫтермәне. Улдарының киләсәге өсөн эшләткән ул быларҙы. Етди, талапсан булды. Малайҙар шуға эштәрен һәр ваҡыт ваҡытында эшләп барырға өйрәнде, эштең рәтен белеп үҫте. Ағас эшен дә, техниканы ла беләләр хәҙер.
Атайҙары иртә ауырып киткәс, бөтә эш шул малайҙар елкәһендә булды: утын да алып килеп быстылар, ярҙылар, өйҙөләр, малды ла ҡаранылар, бесән дә эшләнеләр, һыу ҙа ташынылар.
Беҙҙә балалар үҫкәндә ишек башында, ҡулланылмаһа ла, “тормош һабағы ла” торҙо. Атайҙың ул яҡҡа бер күҙ һалып алыуы ла етә торғайны.
Малайҙар Илфат ағайҙарын да ныҡ ихтирам иттеләр, «ағай», тип кенә торҙолар. Илшат менән Илфат гел бергә булдылар. Илшаттан ҡалмайым, тип Ильяс мәленән алда уҡырға барҙы хатта. Ҡайһы саҡ һуғышып китһәләр ҙә, тиҙ генә ярашып, бер-береһен эҙләй ҙә башлай торғайнылар. Илшат СПТУ-ға уҡырға киткәс, Ильяс ағайын һағынып бер булды.
Илшат алдында һөнәр һайлау мәсьәләһе торманы. Уның буласаҡ һөнәре бәләкәйҙән һайланған ине – хәрби булыу.
Ул бит башҡа егеттәр кеүек һығып торған джинсы-фәләнде кейеп тә ҡараманы, һәр ваҡыт хәрби кейемдә булды. Яратманы ул граждан кейемен. Ялға ҡайтҡанда ла хәрби кейемдә йөрөнө. Уға тәүге ҡәҙимге кейемде – күлдәк менән салбарҙы ижәбенә һатып алдыҡ. Туйында ла хәрби парад формаһын кейҙе. Һәр күҙәнәге менән хәрби кеше булды ул, - ти Сәкинә апай.
-Әсәй, беҙ командировкаға китәбеҙ, киленең ауылға ҡайтып тора инде, тип шылтыратты МХО-ға китер алдынан. Ул ваҡытта ла: “Эй, улым, мине алдама инде. Бөтә кеше бер яҡҡа китеп барғанда һинең кире яҡҡа китеп бармаҫыңды беләм бит инде. Ҡайҙа юлланғаныңды әйтмәһәң дә аңлайым”, тинем.
Килен миңә ҡайтты. Иң ауыр ваҡыттарҙы килен менән бергә кисерҙек... Ҡоҙағыйҙар менән дә һәйбәт мөнәсәбәттәбеҙ. Киленем ипле, аҡыллы бала. Бәхетле булһын инде.
Илфат менән Ильяс улдарыма ла, балаларығыҙҙы атайығыҙ һымаҡ тәрбиәләгеҙ, әпәүләмәгеҙ, эшкә өйрәтегеҙ, тип торам. Бала әҙерәк атайҙан ҡурҡырға тейеш.
Балалар үҫкәндә клубҡа-фәлән сығырға һораһалар ҙа, ана, атайығыҙҙан һорағыҙ, ул рөхсәт итһә, сығырһығыҙ, тип атайҙарын алға ҡуйып, уны һәр ваҡыт балалар алдында абруй иттем.
Илшат ялға ҡайтҡан мәл. Бер мәл уянып китһәм, тышта Илшаттың асыулы тауышы ишетелгән һымаҡ. Терт итеп ҡалдым. Тышҡа сыҡтым. Тауыш урам буйынан ишетелә. Ҡапҡа тышына сыҡһам, Илшатым әрләй-әрләй кемдәрҙелер ергә эйелтеп, нимәлер йыйҙыра. Аптырап, яҡыныраҡ барҙым. Әсәй, нимә эшләп сыҡтың, бар өйгә ин, тей. Баҡтиһәң, күрше ауылдарҙан Ҡыпсаҡҡа клубҡа килгән егеттәр беҙҙең тапҡырҙа юл ситендә араҡы эскәндәр ҙә, шешәләрен юлға яра һуҡҡандар икән. Илшат шуны күреп ҡалып, тегеләрҙән юлдағы быяла ярсыҡтарын йыйҙырып алып, машиналарына һалдырып йөрөгән икән.
...Улдарыбыҙ ҡара таңдан тиерлек бесәнгә китеп, көнө буйы бесән эшләп, кискә тракторға ауҙара тейәп ҡайтып инәләр. Улар ашап алыуға ҡараңғы ла төшә. Ярай, иртәнсәк иртәрәк тороп, бесәнгә китер алдынан бушатырһығыҙ, ти атайҙары. Йәшлек - йүгәнһеҙ ат, тигән кеүек, былар йәһәтләп клуб яғына һыпырта. Дуҫтары менән йөрөп, ҡайһы саҡ төн үткәнен дә аңғармайҙарҙыр инде, таң һыҙылыуға ҡайтып ингән саҡтары ла булғылай. Таңға ҡайтһалар, аталары ҡаршы сыға ла, яҡтырҙы бит инде, барығыҙ, бесәнде бушатығыҙ, өлгөрһәгеҙ, бесәнгә киткәнгә тиклем серем итеп алырһығыҙ, тип ҡулдарына һәнәк тоттора. Иптәшемә рәхмәтлемен улдарым өсөн. Ирҙәрсә ныҡлы ихтыяр көсө тәрбиәләгән уларҙа.
Атаһы сирләп киткәс, үҙендә яуаплылыҡ тойоп, ҡустылары мәхрүм ҡалмаһын, типтер инде, Илфат улым Илшат менән Ильястың мәктәптә 23 февралгә, Атайҙар көнөнә ҡарата атайҙар саҡырылып үткәрелгән сараларына үҙе йөрөнө.
Әйткәндәй, бына 15 декабрҙә иптәшем Әсхәт Ханнан улының беҙҙе ташлап киткәненә 10 йыл була, - тип хәтер төйөнөн тағатыуын дауам итте Әсә.
Тормошо теүәл, көнитмеше матур тыныс холоҡло, эшсән, кешегә ауыр һүҙ әйтмәҫ Сәкинә Ғәлиулла ҡыҙының.
Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре әленән-әле ата йортона ҡайтып тора, әсәйҙәрен ярҙамдан да, иғтибарҙан да өҙмәйҙәр.
Илфат менән Ильяс икеһе лә район үҙәгендә төпләнгән. Илфат Әсхәт улы район хакимиәте башлығы урынбаҫары, Ильяс район эске эштәр бүлеге етәксеһе урынбаҫары. Илфат менән Айгөл ике ҡыҙ һәм бер ул, Ильяс ҡатыны Ләйсән менән бер ҡыҙ һәм бер ул үҫтерәләр. Ғаиләләге бер бөртөк ҡыҙ Зәбиҙә иптәше менән Сорғот ҡалаһында йәшәйҙәр, ҡыҙ һәм улдары бар.
Һәр кемде Раббыбыҙ күңеленә ниндәйҙер орлоҡ һалып бар иткән. Һәр кемгә тәғәйенләнеш булдырған. Кемдер ағас эшенә мөкиббән, кемдер тормош мәғәнәһен ҡәләмдә, кемдер келәмдә (көрәшсе), кемдер хатта шешә төбөндә күрә. Кемдер үҙен таба алмай ҡаңғырып ғүмер итә. Икенсе берәү бала саҡтан үҙенең хыял-маҡсатына ҡарай атлай. Илшат кеүек. Был уның миссияһы булғандыр. Илһөйәрлек, ерһөйәрлек, ата-әсәгә һөйөү, уларҙың именлеге өсөн яуаплылыҡ тойоу арҡаһында, баяғы Сүриәләге кеүек, үҙ илендәге балалар бер телем икмәккә зар булмаһын өсөн ҡулына ҡорал алғандыр ҡыйыу йөрәкле Бөрйән егете... Яу яланында ҡорбан булғандарҙың – шәһит киткәндәрҙең һуңғы урыны йәннәт була, тиҙәр...
Биш намаҙ эйәһе Сәкинә апай һәр көндө изге доғалары менән башлай, ҡәҙерлеләренә аяттар бағышлай, башҡа балаларына һаулыҡ, оҙон һәм бәхетле ғүмер, ил-йортҡа именлек теләй. Илгә ҡалҡан булыр ул үҫтергән Әсәләргә ихтирам, хөрмәт һәм сабырлыҡ...
Нәсимә Усманова, Әбделмәмбәт мәктәбендә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан уҡытыусы:
-Илшат Ғәлин кешелекле, ярҙамсыл булды. Бөтә эштә лә әүҙем ҡатнашты. Бәғзе бер балалар эштән ҡасыу яғын ҡарағанда ла ул эшкә ихласлап тотона торғайны. Уҡытыусыларға терәк, кешегә арыу булды.
Зиннур Боҫҡонов, Әбделмәмбәт мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы:
-Илшат баҫалҡы, өндәшмәҫерәк булды. Үҙ-үҙен тотошо башҡасараҡ ине уның. Яуаплы, үҙ һүҙен тота белгән малай ине. Йөҙ процент менән әйтә алам - бәлә килгәндә кешене ташлап китә алмаҫ ине. Быға иманым камил. Йүгерҙе лә, һикерҙе лә, көрәшеп тә йөрөнө. Башта уның хәрби йүнәлешкә ынтылышын артыҡ аңғармаһам да, армияға барып ҡайтҡас күрешкәндә ул алмаштырып ҡуйған һымаҡ ине - тулыһынса хәрби кешегә әйләнгән. Ул бит ауылға ҡайтҡанда ла хәрби кейемен сисмәне.
Бер ҡыҙыҡ хәлде лә һөйләйем әле. Бер мәл һөйләшеп торғанда, моғайын, машинаңда каскаң да яталыр әле, тип мәрәкәләгәйнем, ағай, эйе, каскам ята, тип миңә каскаһын, хатта бронижилетын сығарып күрһәтте. Минең иҫ китте лә ҡуйҙы. Кемдер армиянан ялҡып ҡайта бит инде. Ә был – юҡ. Кешенең ҡанында булалыр ул. Ғүмер мәғәнәһе итеп башҡара торған эше шул хәрби хеҙмәт булғандыр инде. Иптәштәренән дә, класташтарынан да ишетә йөрөйөм – уға 100 түгел, 200 процентҡа ышанырға мөмкин ине, тиҙәр. Төрлө ситуацияла Илшат менән бергә булған егеттәр һөйләй быны. Батырлыҡ ябайлыҡталыр тип уйлайым. Батырлыҡ өсөн күп тә кәрәкмәй. Тыуған илеңә, тыуған ереңә, ауылыңа, мәктәбеңә, атайыңа, әсәйеңә, әйткән һүҙеңә тоғро булып ҡалыу, иптәштәреңә арҡа ҡуя белеү – былар барыһы ла Илшатта бар ине.
Шәфҡәт Ғәлекәев, Әбделмәмбәт мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:
-Илшат аҙ һүҙле, бер аҙ ҡырыҫыраҡ, күп һөйләмәҫ, етди ҡиәфәтле булды, ерле юҡҡа шарҡылдап көлөп, сыпрандап йөрөү тигән нәмә уға бөтөнләй ят. Ауырыраҡ ҡарашлы, ысын егеттәрсә баҫалҡы, сабырһыҙланып, бушты юҡҡа тауыш күтәреп сарбайлап йөрөмәне. Әйтә икән, кәрәк урында ғына әйтер. Әйтмәй икән, әйтеп тә тормай, егеттәр мөхитендәгесә, берҙе генә ултыртып та алыр.
Гел һуғыш уйындары уйнап, ағастан автомат, мылтыҡтар эшләп алыу, үҙҙәренең яғындағы урман араһында разведчиктар булып уйнау, окоп ҡаҙыу, амбразура эшләү, мәңге йәшел хәрби кейем кейергә тырышыу уға хас булды. Армиянан һуң контракт төҙөүе лә армияла саҡта уның хәрби булып формалашып бөтөп, хәрби юл менән тормошон бәйләү тураһында ҡарар ҡабул итеүен күрһәтә. Ауыр ҙа, яуаплы ла, урыны менән хәүефле лә, ҡурҡыныс та һөнәр эйәһе булырға ҡарар ҡабул итеүе үк уның ҡыйыу йөрәкле булыуы тураһында һөйләй. Ялға ҡайтҡан саҡтарында ла һәр ваҡыт ыҫпай хәрби кейемдә йөрөнө. Гражданский кейемде бөтөнләй яратманы. Туйына ла дуҫы менән костюм һайлап ҡарағандар. «Бер ниндәй костюмды ла оҡшатманы. “Маймылға септә элгән кеүек», тип көйҙө. Шулай ҙа костюм алдыҡ. Ә ул барыбер туйына үҙенең хәрби кейемендә - кителендә сыҡты”, тей дуҫы. Туй ҡунаҡтары алдынан честь биреп строй аҙымдары менән үткән. Ялға ҡайтҡанында ла башында бандама, еңдәр төрөлгән булды. Аяғында гел уңайлы ғына берцы. Тормошта ла ысын һалдат булыуынан ял итә, туғарыла белмәгән кеше булды. Хәрби хеҙмәтте, мин шулай итергә тейешмен, тип ҡабул иткән инде ул.
Армиялағы иптәштәре оҙатырға килгәндә: “Илшаттың һеҙ бала сағын беләһегеҙ, беҙ хәрби сағын беләбеҙ. Ул ике йөҙлөләнә белмәне. Тура һүҙле, ғәҙел булды. Ул танк һымаҡ туранан-тура бара ине. Әйтә икән, ултыра төшкәнсе әйтә, кәрәк икән, һуғып осора, тик юхалана, ярамһаҡлана белмәй. Көлөп ебәрә икән, арыҫлан һымаҡ көлә, уның көлөүенән генә лә арҡа тамырҙары зымбырҙап китә торғайны. Холҡо өсөн беҙ уны ныҡ яраттыҡ һәм хөрмәт иттек”, тинеләр.
Ғөмүмән, Әсхәт ағай менән Сәкинә апайҙың балалары ҡатынҡы, көслө ихтыярлы. Ғаиләлә яҡшы тәрбиә алғандар. Илфат менән класташ булдыҡ. Кластағы иң көслө ике математиктың береһе ул булды. Фәҡәт үҙ көсө менән аграр университетҡа уҡырға инеп, уны үҙ көсө менән генә уҡып сыҡты, әле район хакимиәтендә тырышып эшләп йөрөй. Ильяс та ул ваҡытта бик абруйлы булған Юридик институтҡа үҙ көсө менән инеп, ҡаратырышлығы менән уҡып сыҡты, хәҙер һөнәре буйынса эшләп йөрөй. Зәбиҙә менән Сибай институтында бер мәлдә уҡыныҡ. Биология факультетында уҡыны ул. Күптәр уҡый алмай, ҡыуыла торғайны ул факультеттан. Бер ятаҡта йәшәгәс, күрәм, Зәбиҙә төндәрен дә коридорҙа конспектын ҡосаҡлап, уҡып ултырыр ине.
Сәкинә апай ғүмере буйы мәктәптә икмәк бешереүсе, ашнаҡсы ярҙамсыһы булып эшләне, Әсхәт ағай урман хужалығында тир түкте. Уларҙың балаларын бал-майҙа йөҙҙөрөрлөк хәлдәре булмаһа ла, матур тәрбиә биреүҙәре арҡаһында балалары ата-әсәнең өмөтөн аҡланы.
Был ғаиләләге балалар барыһы ла ҡаратырыш, аҡыллы, ғәҙел булып үҫте. Алдашыу, урлашыу тигән нәмәләр уларға хас түгел. Әле лә ҡатнашып йәшәйбеҙ. Мин, мәҫәлән, Ильясҡа ла, Илфатҡа ла бөгөн дә үҙемә ышанған һымаҡ ышанам. Ошондай ауылдаштарым менән ысын күңелдән ғорурланам.
Илшат ҡусты, иң мөһиме, тотош Рәсәй алдында биргән антына ғүмеренең һуңғы минутына ҡәҙәр тоғро ҡалды...
Т. Баһауетдинова.