Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
9 Декабрь , 14:00

«Булмышы менән хәрби ине…»

Бөгөн - Ватан геройҙары көнө “Шундай аҡыллы бала булды ул. Алдына берәй маҡсат ҡуйһа, шуның осона сыҡмайынса ҡуймай торғайны. Һәр ваҡыт беренсе булды, алдан йөрөнө. Руслан – ысын герой, беҙҙең ғорурлығыбыҙ”, “Йәшәп ҡалырға ашыҡҡан кеүек, бөтә ергә лә өлгөрөргә тырышты, атлап түгел, хатта йүгереп йөрөнө ул. Шул хәтлем тырыш, ҡыйыу булды”, ти уның хаҡта уҡытыусылары.

«Булмышы менән хәрби ине…»
«Булмышы менән хәрби ине…»

Тыныс тормош, аяҙ күк йөҙө, яҡты, матур киләсәгебеҙ өсөн йәнен аямаған ҡаһарман яугирҙарыбыҙҙың береһе Шәрәфетдинов Руслан Әмин улы 1991 йылдың 15 сентябрендә Ҡурғашлы ауылында тыуған. 9-сы класҡа тиклем белемде тыуған ауылында ала. Артабан уҡыуын Байназар мәктәбендә дауам итә. Уҡыу алдынғыһы була, үҙен бар яҡтан да әүҙем уҡыусы итеп таныта. Төрлө олимпиадаларҙа, конкурстарҙа, спорт ярыштарында ҡатнашып, призлы урындар яулай. Мәктәпте уңышлы тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт аграр университетында белем ала. Хәрби бурысын  үтәгәс, тағы ла 3 йылға контракт төҙөй.

2023 йылдың 26 апрелендә үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юллана. “Даян Мурзин” исемендәге батальонда башта взвод командиры, лейтенант званиеһын алғас, рота командиры була. Хәрби заданиеларҙы үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Жуков миҙалы менән наградлана.

Тыуған ил алдындағы хәрби антына тоғро ҡалып, 2024 йылдың 17 майында Кременной ҡалаһы эргәһендә батырҙарса һәләк була. Үлгәндән һуң Ҡаһарманлыҡ ордены бирелә.

Батыр даны – мәңгелек

Тыуған ил өсөн башын һалған батырҙарыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү маҡсатында районда күп саралар уҙғарыла. Шуларҙың береһе – Герой партаһы булдырыу.

Уҙған аҙнала Ҡурғашлы егете Руслан Шәрәфетдиновтың иҫтәлегенә Байназар мәктәбендә Герой партаһы асыу митингыһы үтте. 

Сарала район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары В. Вәлиева, район мәғариф бүлеге етәксеһе И. Сәйфитдинов, район ветерандар советы рәйесе О. Ғәлиев, Байназар ауыл хакимиәте башлығы Н. Әминев, батырҙың яҡындары, туғандары, дуҫтары, класташтары, уҡыусылар, уҡытыусылар ҡатнашты. Улар Руслан тураһында матур иҫтәлектәре менән бүлешеп, батыр, ҡыйыу ул үҫтергән Әмин Дәрмин улы менән Рәмзиә Булат ҡыҙына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Ә уҡыусыларға, Руслан ағайығыҙ кеүек тырыш, сос, илһөйәр, әүҙем һәм спорт менән дуҫ булығыҙ, тигән теләктәр еткерелде.

Геройҙың партаһы уның исемен йөрөтәсәк 5 “А” класы кабинетына урынлаштырылды. Герой партаһы артына уҡыуҙа, спортта уңыштар яулаған уҡыусылар ғына ултырасаҡ. Руслан Шәрәфетдинов исемен йөрөткән класс уҡыусыларына иҫтәлекле значоктар һәм ошо класта уҡыуҙы дәлилләгән танытмалар тапшырылды. Улар, үҙ сиратында, Руслан Шәрәфетдинов исемен лайыҡлы йөрөтөргә ант бирҙе.

Бишенселәрҙең класс етәксеһе Баязитова Рәсимә Рауил ҡыҙы 5 “А” класының мәктәптә уҡыу буйынса иң юғары сифат биреүсе класс булыуын билдәләп, киләсәктә лә Русландың исеменә тап төшөрмәй, уҡыуҙа ла, спортта ла алдынғылар рәтендә булырға тырышырбыҙ, геройыбыҙҙың ата-әсәһен шефлыҡҡа алып, ярҙам итеп, класс сараларына саҡырып торорбоҙ, тине.

5 “А” класы уҡыусылары саранан һуң класс сәғәтендә батыр, уның ғаиләһе тураһында видеояҙма ҡараны. Русландың яҡындары уларҙы татлы күстәнәстәр менән һыйланы.

Һәр саҡ беренсе була

Яугир яҡташыбыҙҙың әсәһе, уҡытыусылары Русланды һәр ваҡыт алдан йөрөүсе, тәртип яратыусы, алдына ҡуйған маҡсатына бер нимәгә ҡарамай ынтылыусы, һәр нәмәне ваҡытында башҡарырға яратыусы итеп хәтерендә ҡалдырған.

-Ныҡ тырыш булды. Кеше алдында сығыш яһамаһа ла, үҙ алдына йырлап тик йөрөй торғайны. Шахмат уйнарға яратты. Бер ярышты ла ҡалдырмай йөрөнө. Бер ваҡыт Әбделмәмбәттә ярыш булырға тейеш ине. Ҡыш көнө. Барырға техника юҡ. Бәләкәй кластарҙа ғына уҡый ине. Эй барғыһы килә. Атай, барайыҡ, барайыҡ, тип ныҡышып, атаһын йөк машинабыҙҙа алып сығып китеп, Гран-при алып ҡайтты. “Урал батыр” эпосын ятлау буйынса зона ярыштарында ла ҡатнашып, урындар алып йөрөнө. Яҡшы уҡыны. Өйгә эштәрен оҙаҡ итеп эшләп ултырманы, мәктәптән ҡайта ла, ашап та тормай, ыңғай дәрес әҙерләргә ултырып, йәһәт кенә эшләп ҡуя торғайны. Аграр университетта уҡығанында ла иптәштәре араһында абруйлы булып йөрөнө. Нәилә киленебеҙ менән Рәйхана исемле ҡыҙға ғүмер бирҙеләр. Үҙенә оҡшап ҡына торған сос ейәнсәребеҙ бәхетле, тәүфиҡлы, оҙон ғүмерле генә булһын инде, - ти батыр яҡташыбыҙҙың әсәһе Рәмзиә апай.

“Шундай аҡыллы бала булды ул. Алдына берәй маҡсат ҡуйһа, шуның осона сыҡмайынса ҡуймай торғайны. Һәр ваҡыт беренсе булды, алдан йөрөнө. Руслан – ысын герой, беҙҙең ғорурлығыбыҙ”, тине уның класс етәксеһе, хаҡлы ялдағы уҡытыусы Фәниә Солтангәрәй ҡыҙы Яҡшыбаева. “Йәшәп ҡалырға тырышҡан кеүек, бөтә ергә лә өлгөрөп, атлап түгел, йүгереп йөрөнө ул. Шул хәтлем тырыш, ҡыйыу булды”, ти уның хаҡта уҡытыусыһы Рәсимә Баязитова.

“Улыма икенсе атай кеүек булды”

Русландың бер туған апайы Розалия Әмин ҡыҙы ҡустыһын улы өсөн икенсе атай кеүек булыуы тураһында ғорурланып һөйләй.

-Өфөлә уҡый, эшләй башлағас, беҙҙә йыш була торғайны ҡустым.  Уның үҙаллы тормош башлаған сағы минең улымдың үҫмер сағына тура килде һәм Руслан уны эшкә лә, ашарға бешерергә лә, кеше менән нисек мөғәлләмә итергә, машина йөрөтөргә, ғөмүмән, күп нәмәгә, хатта эттәр менән бесәйҙәрҙе нисек ҡарарға икәнлегенә хәтлем өйрәтте, хәрбиҙәрсә тәрбиәләргә тырышты. Шуға ла улым Руслан ағай тип өҙөлөп торҙо, уның өсөн ҡустым һәр саҡ өлгө булып ҡала.

Руслан минең уң ҡулым, ярҙамсым булды. Бер ваҡытта ла үтенестәремде кире ҡаҡманы. Апай, тип кенә торҙо. Бер-беребеҙгә ауыр һүҙ әйтешкәнебеҙ булманы.Арабыҙҙа аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡһа, һуҙып ҡына «апааай» тиеп ҡуйыр ине. Ҡыҙҙарымды ла бик яратты.

Эш айырманы, бөтә эште лә берҙәй башҡарҙы. Беҙ ғаиләбеҙ менән шәхси йортта йәшәй башлағас, хужалыҡ эштәрендә һәр саҡ ярҙам итергә тырышты. Апай, һеҙгә барғас, үҙем эшләрмен, һин ашарға ғына бешереп ҡуйһаң, ти торғайны. Гел, үҙем, үҙем, тип кенә торҙо. Бик аҡыллы ла, шул уҡ ваҡытта шуҡ, шаян да булды ул. Уның характеры тап хәрби кешенеке кеүек ине. Тәртипте ныҡ яратты. Ошо юлды ул дөрөҫ һайлағандыр, тип уйлайым, һөнәре үҙенә бик килешеп, тап килеп тора ине. Дуҫтарын, класташтарын яратты, - ти  Розалия Әмин ҡыҙы.

Класташтары ла Руслан тураһында йылы хәтирәләр һаҡлай.

-Алсаҡ, шуҡ, шаян, хәстәрлекле, уңған ине Руслан. Өфөлә студент булып уҡып йөрөгәнебеҙҙә һәр беребеҙҙең хәлдәрен белеп сығыр, егеттәрҙе армияға оҙатҡанда, ҡаршы алғанда ла иң беренсе ул йөрөр ине. Бөтәбеҙҙе лә туплап, берләштеререп, ойоштороп йөрөүсе булды ул, - тиҙәр улар.

“Тормошобоҙ кинолағы кеүек ине”

Руслан менән Нәилә 2020 йылда ғаилә ҡоралар. Бөтә йәш парҙарҙыҡы кеүек, уларҙың да киләсәккә матур хыялдары, пландары була. Тик илдә барған ҡатмарлы хәлдәр уларҙың яҙмышына үҙ мөһөрөн баҫа...

“Руслан тураһында бик күп һөйләргә була. Ир егет яуҙа һәм ғаиләлә һынала, тиҙәр. Ысын ир-егет, һәйбәт атай, миңә бик иғтибарлы булды. Беҙ киноларҙа ҡарап өйрәнгәнсә, машинаның ишеген асып ултыртыр, сығарыр, романтик киске аштар ойошторор ине. Ябай ғына әйберҙәр кеүек күренһә лә, уның ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата мөнәсәбәте шулай ихтирамлы булды. Өйҙә эш айырманы.

Эшкә йәки берәй ҡайҙа барһа, буш ҡул менән ҡайтманы. Бәпесебеҙ тыуғас, махсус хәрби операцияға киткәнгә тиклем, үҙе йыуындырып йөрөнө. “Бөтә нәмә – өйгә” тигән принцип менән йәшәне. Бәпесебеҙгә 10 ай тигәндә МХО-ға сығып китте. Уның килешеү төҙөгәнен белмәй ҡалдым. Һуғыш башланғас та барырға уҡталғанында уйынан арындыра алғайным, был юлы ҡарары ныҡлы ине. 

Башта Һамарҙа хәрби әҙерлек үттеләр. Мин оҙаҡ уйлап тормай, бәпесем менән уның янына барҙым. Уның менән бергә булырға теләп, Рощинский тигән ҡасабала ҡуртымға фатир алып йәшәнек. Беҙҙең бәхеткә күрә, 1 айлыҡ әҙерлек 3 айға һуҙылды. Аҙаҡ уның янына ике тапҡыр Луганск ҡалаһына ла барҙым.

Бер йыл эсендә бер тапҡыр ғына ҡайтып китте. Киләсәккә матур пландар ҡороп, кире яуға юлланды. Киткәндән һуң бер ай хәбәре булмай торҙо. Бер мәл иптәштәре шылтыратып, шул-шул көнгә, шул ергә “Алдар” һиңә килеп етергә ҡушты, тиҙәр. Аптыраһам да, хәүефле булһа ла барҙым. Осраштыҡ. Ҡайтып етеүемә «мәрхүм булып ҡалды» тигән хәбәре лә килде... Һуңғы осрашыуыбыҙ шулай булды.

Иптәштәре өсөн ысын командир булған ул. Бөтәһен дә йыйып тота белгән. Дуҫ булғандар. Егеттәре, кәрәк булһа, беҙҙең өсөн үҙенең тиреһен сисеп бирергә лә әҙер ине, тип һөйләнеләр. Ошо ышаныслы егеттәренең тырышлығы арҡаһында ғына Русландың кәүҙәһен яу яланынан алып сыға алдылар. Иптәштәре ун көн буйына метрлап ҡына тигәндәй күсереп, тыныс яҡҡа алып сыҡтылар. Мин үҙем Ростовтан барып алдым.

Бына шулай, матур итеп тиҙ балҡыны ла, тиҙ һүнде беҙҙең уртаҡ бәхет. Яҙмышыбыҙ шулай булғандыр...” тип һүҙен тамамланы Нәилә Мирхәт ҡыҙы.

Батыр егеттең ата-әсәһенә, ҡатынына, ҡыҙына, яҡындарына Аллаһы Тәғәлә сабырлыҡ бирһен.

Батырҙар үлмәй ул, халыҡ күңелендә мәңгегә ҡала...

«Булмышы менән хәрби ине…»
«Булмышы менән хәрби ине…»
«Булмышы менән хәрби ине…»
«Булмышы менән хәрби ине…»
«Булмышы менән хәрби ине…»
«Булмышы менән хәрби ине…»
Автор:Г. Хафизова
Читайте нас: