-Венера Фәрит ҡыҙы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ярҙам һорап тәү сиратта кемгә мөрәжәғәт итә?
-2023 йылдың июненән “Ватанды һаҡлаусылар” фонды үҙ эшен башланы. Беҙҙең районда уның социаль координаторы - Гөлзиә Ҡунафина. Фонд тарафынан МХО ветерандарына, хәрби операция ваҡытында һәләк булған яугирҙарҙың ғаилә ағзаларына тулы ярҙам булырға тейеш. Социаль координатор оҙатыуында - 8 махсус хәрби операция ветераны, һәләк булған яугирҙарҙың 60 ғаилә ағзаһы, МХО-ла ҡатнашыусы 34 хәрби һәм хәрбиҙәрҙең 229 ғаилә ағзалары.
-Ярҙам сараларының ҡайһылары менән халыҡ йышыраҡ ҡуллана?
-Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 40-тан ашыу ярҙам сараһы эшләй. Шуларҙың иң киң ҡулланылғаны – шифахана-курорт дауалауы, балалар баҡсаһына бушлай йөрөтөү, мәктәптә бушлай ашатыу. Әлеге ваҡытта мәктәптә 54 балаға бушлай ашатыу ойошторолған, 34 бала балалар баҡсаһына бушлай йөрөй. Шулай уҡ МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары түңәрәктәргә бушлай йөрөй ала.
2024 йылда Бөрйәндән 40 кеше социаль координатор ярҙамы менән шифахана-курорт дауалауы, 34 кеше медицина ярҙамы (реабилитация) алды.
Ветерандар советы аша 287 кеше (шуларҙың 138-е МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары) реабилитацияға барып ҡайтты.
“Ватанды һаҡлаусылар” фонды эш башлағандан алып социаль координатор тарафынан төрлө йүнәлештә 693 мөрәжәғәт теркәлгән һәм хәл ителгән. Һорауҙар башлыса көнкүреш мәсьәләләр (утын, коммуналь түләүҙәр) буйынса.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләһе утынға билдәләнгән хаҡтың 10 процентын ғына түләй.
Утынды йүнләү өсөн урман хужалығына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Транспорт һалымын түләүгә 100 процентлыҡ ташлама ҡаралған. Ул бер транспорт сараһына бирелә. МХО-ла ҡатнашыусыларға кредит каникулдары бирелә. Ул кредит йәки займ буйынса түләүҙәрҙе ваҡытлыса туҡтатырға мөмкинлек бирә.
Коммуналь хеҙмәттәрҙе ваҡытында түләмәгән осраҡта пеня түләмәй.
МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеү өсөн ирекмәндәр штабына мөрәжәғәт итә ала. Штабтың ирекмәндәре социаль, психологик, йорт һәм хужалыҡ буйынса көнкүреш ярҙамы күрһәтә, мөрәжәғәт итеүсе иҫәбенә иң кәрәкле әйберҙәр – мәҫәлән, дарыухананан дарыу, аҙыҡ-түлек килтерә, утын яра, урамды ҡарҙан таҙарта ала.
-Хәрбиҙәрҙең ғаиләләрен газ менән тәьмин итеү нисек бара?
-МХО-ла ҡатнашыусы һәм ғаилә ағзалары үҙ йортона газ үткәреү өсөн сертификат алырға хоҡуҡлы. Уның өсөн күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың һәм һәләк булғандарҙың ғаилә ағзаларынан районда 15 кешенең йортона газ үтте, бер кеше сертификат алды.
-Яугирҙар һәм уларҙың ғаилә ағзалары менән ниндәй саралар уҙғарыла?
-Махсус хәрби операция зонаһынан ялға ҡайтҡан һалдаттар менән төрлө осрашыуҙар – район хакимиәте башлығы менән һөйләшеү, батырлыҡ дәрестәре, мәҙәниәт йорттарында тантаналы осрашыуҙар һәм башҡалар үтә. Быйыл батырҙарса һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән ике осрашыу үтте. “Таң” менән изгелек ҡыл!” хәйриә акцияһы сиктәрендә, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә район гәзитенә подписка бүләк итеү бара. Шулай уҡ “Ғаилә ҡунаҡханаһы”, “Герой ҡатыны”, “Герой әсәһе”, “Һалдатҡа хат”, “Хәстәрлек таҫмаһы” акциялары ойошторолдо. Һәләк булған яугирҙар иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса 13 мемориаль хәтер ташы урынлаштырылды, 13 герой партаһы, стендтар булдырылды, спорт һәм мәҙәни саралар үткәрелә, яугирҙарҙың ғаилә ағзаларына мәҙәни сараларға бушлай йөрөү хоҡуғы бирелә.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ике ғаилә ағзаһы Мәшғүллек үҙәге аша сертификат менән яңы һөнәр үҙләштергән. Эш һорап 11 мөрәжәғәт булған, шуларҙың 9-ына эш табылған, 2 кеше иҫәптә тора.
Рәсәй Социаль фондының Бөрйән районындағы клиенттар хеҙмәте 5 МХО-ла ҡатнашыусыға һәм уларҙың 12 ғаилә ағзаһына консультация биргән. Түләүҙәр тәғәйенләү буйынса 44 МХО ҡатнашыусыһы һәм 46 ғаилә ағзаһы мөрәжәғәт иткән. Бер хәрбигә юллама бирелгән.
“Ғаилә” үҙәгендә МХО-ла ҡатнашыусыларҙың 4 ғаиләһе социаль оҙатыуҙа тора, 8 ғаилә адреслы социаль ярҙам алған.
“Атайсал” ойошмаһы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы 30 кешегә бушлай социаль ярҙам күрһәтә.
Ике хәрби “Башҡортостан Республикаһында ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһына һәм «Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға социаль ярҙам буйынса өҫтәмә гарантиялар тураһында»ғы законға ярашлы субсидия һәм торлаҡ алды.
-Яугирҙарҙың ата-әсәләрен, яҡындарын дәртләндереү йәһәтенән нимәләр башҡарыла?
-“Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” Бөтә Рәсәй проектында беҙҙең райондан байтаҡ ҡына яугир әсәйҙәре һәм ҡатындары ҡатнашты. Биш әсәгә “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалы тапшырылды. Райондан ике атай “Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалы, бер атай “Ватан һаҡсыһының атаһы” миҙалы менән бүләкләнделәр.
Хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ата-әсәләре икенсе йыл рәттән “Ер ҡото” этнофестивалендә ҡатнаша. “Ҡыпсаҡ ҡыҙҙары” ансамбле МХО ветерандары араһында ойошторолған республика ижади патриотик фестивалдә сығыш яһап, юғары баһа алдылар. “Ватанды һаҡлаусылар” фонды һәм БЮТ каналының уртаҡ проекты буйынса райондан илебеҙ һаҡсылары, батыр улдар тәрбиәләп үҫтергән ике әсә һәм бер МХО ветераны тураһында сюжет төшөрөлдө.
-Гуманитар ярҙам тураһында нимәләр әйтерһегеҙ?
-Районда гуманитар ярҙам йыйыу буйынса район хакимиәте ҡарамағында Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы эшләй. 2022 йылдың декабренән алып Бөрйәндән бөтәһе 10 ылау оҙатылған. Ылауҙар менән 16 автомобиль, 500-ҙән ашыу маскировка селтәре, мотоциклдар, тиҫтә самаһы мунса, тепловизорҙар, бензогенераторҙар, бысҡылар, мейестәр, дрондар, меңдән ашыу май шәмдәре, покрышкалар, запас частәр, аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр әҙерләп ебәрелде.
Яугирҙарға ярҙам итеү — барыбыҙҙың да изге бурысы. Егеттәребеҙгә ярҙам йыйыуҙа ҡатнашҡан барлыҡ район халҡына рәхмәтемде еткерәм. 2025 йыл республикала Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар йылы буласаҡ. Киләсәктә лә бергә һәм берҙәм булып ҡалайыҡ.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 4 декабрҙә уҙған тура бәйләнештә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам тураһында былай тине:
– Егеттәрҙең барыһына ла рәхмәт әйтәбеҙ. Республикала булған һәр мөмкинлек уларға ярҙам итеүгә йүнәлтелергә тейеш. Махсус хәрби операция – беҙгә берләшергә ярҙам итеүсе ауыр һынау. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы – бөгөн йәмғиәттә төп кеше. Республика яугирҙарыбыҙға ярҙам итеү өсөн барыһын да эшләргә тейеш һәм эшләйәсәк.
– Махсус операцияла ҡатнашыусыларҙы эшкә урынлаштырыу мәсьәләһе әлеге ваҡытта айырыуса киҫкен түгел, әммә беҙҙең алда бик мөһим бурыс тора – хәрбиҙәргә республикаға ҡайтҡандан һуң социалләшергә ярҙам итеү. Граждандарҙы уҡытыу буйынса федераль программа бар, был маҡсатта йыл һайын 700 миллион һумдан 1 миллиард һумға тиклем аҡса бүленә. Был программа буйынса МХО-ла ҡатнашыусылар яңы һөнәр алырға мөмкин.
Радий Хәбиров шулай уҡ МХО-ла ҡатнашыусылар дәүләт хеҙмәтенә эшкә йәлеп ителәсәге хаҡында һөйләне.
– Бөгөн бер нисә районда МХО ветерандары депутат итеп һайланды, шулай уҡ ауыл хакимиәте башлығы булып эшләйҙәр. Алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан егеттәрҙең күбеһе «Ватанды һаҡлаусылар» фондына координатор булып урынлаша, яуҙаштарына ярҙам итә. Күптән түгел бер яугирҙы республика Башлығы хакимиәтенә эшкә саҡырҙым. Минеңсә, иң мөһиме, егеттәрҙең донъяға ҡарашы үҙгәрә, улар ҙур тормош тәжрибәһе ала, аңлы һәм эшлекле була. Был сифаттар дәүләт хеҙмәтендә бик файҙалы буласаҡ.