Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
29 Ноябрь , 08:50

Ирҙәр мунса эшләй, ҡатын-ҡыҙҙар селтәр үрә!

Килдеғол ауылы халҡы махсус хәрби операциялағы үҙебеҙҙең яугирҙарға ярҙам итеү өсөн берләшкән. Ауылдың ир-егеттәре үҙ ҡулдары менән тәгәрмәсле мунса эшләгән. Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бик мөһим эш башҡара – улар маскировка селтәрҙәре үрә.

Ирҙәр мунса эшләй, ҡатын-ҡыҙҙар селтәр үрә!
Ирҙәр мунса эшләй, ҡатын-ҡыҙҙар селтәр үрә!

Ауылдың ир-егеттәре үҙ ҡулдары менән тәгәрмәсле мунса эшләгән. Ул ошо арала алғы һыҙыҡҡа оҙатыласаҡ. Күңел йылыһы ҡушып эшләнгән мунса яугирҙарға ялан шарттарында йыуынып, йылынып алырға, ял итергә ярҙам итәсәк.
Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа биҡ мөһим эш башҡара – улар маскировка селтәрҙәре үрә. Был селтәрҙәр техниканы һәм беҙҙең яугирҙарҙың позицияларын дошман күҙенә салынмаҫлыҡ итеп маскировкалау өсөн файҙаланыласаҡ.

Был йүнәлештә һәр бер бәләкәй генә эш тә, селтәр өсөн бәйләнгән һәр сепрәк, һәр төйөн дә – халыҡтың еңеүгә сираттағы аҙымы ул. Ауыл халҡы үҙебеҙҙең ил һаҡсыларын кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итеү өсөн тырыша.

Изге эшкә ҡушылғандарҙың барыһына ла афариндан башҡа һүҙ юҡ! Уларҙың барыһының да теләге бер - МХО-лағы ир-егеттәр тиҙерәк еңеү яулап, имен-һау ғына әйләнеп ҡайтһындар. (Сығанаҡ: Килдеғол ауыл китапханаһы төркөмө).

Ирҙәр мунса эшләй, ҡатын-ҡыҙҙар селтәр үрә!
Ирҙәр мунса эшләй, ҡатын-ҡыҙҙар селтәр үрә!
Ирҙәр мунса эшләй, ҡатын-ҡыҙҙар селтәр үрә!
Ирҙәр мунса эшләй, ҡатын-ҡыҙҙар селтәр үрә!
Ирҙәр мунса эшләй, ҡатын-ҡыҙҙар селтәр үрә!
Ирҙәр мунса эшләй, ҡатын-ҡыҙҙар селтәр үрә!
Ирҙәр мунса эшләй, ҡатын-ҡыҙҙар селтәр үрә!
Ирҙәр мунса эшләй, ҡатын-ҡыҙҙар селтәр үрә!
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: