Ватан һағында
26 Ноябрь 2024, 06:25

МХО-ға маскировка селтәрҙәре үрәләр

Бөрйән районындағы М. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы махсус хәрби операциялағы яугирҙар һораған әйберҙәрҙе йыйыу буйынса гуманитар ярҙам туплауҙы дауам итә.

МХО-ға маскировка селтәрҙәре үрәләрМХО-ға маскировка селтәрҙәре үрәләр
МХО-ға маскировка селтәрҙәре үрәләр

-Яугирҙар һораған әйберҙәр араһында маскировка селтәрҙәре төп урынды алып тороуына аптырарға түгел – улар хәрбиҙәргә, ҡоралдарға, хәрби техникаға урындағы ерлектә маскировка өсөн үтә лә кәрәк әйбер. Был маскировка селтәрҙәре тура мәғәнәһендә яугирҙарҙың ғүмерен һаҡлауға булышлыҡ итеү сараһы ла.

Ҡурғашлы, Яңы Собханғол, Кейекбай, Иҫке Собханғол ауылдарының битараф булмаған граждандары был көндәрҙә бергә йыйылып, маскировка селтәрҙәре үрә. Уларҙың маҡсаты – махсус хәрби операция зонаһында ил именлеге һағына баҫҡан яҡташтарыбыҙға ярҙам итеү.

Барыһының да теләге бер – яуҙа йөрөгәндәр еңеү яулап, барыһы ла имен-һау ғына һәм тиҙерәк үҙ төйәктәренә әйләнеп ҡайтһындар, – тип хәбәр итәләр Бөрйән районы хакимиәтенең социаль селтәрҙәге төркөмөндә (фотолар ҙа шул сығанаҡтан).

МХО-ға маскировка селтәрҙәре үрәләр
МХО-ға маскировка селтәрҙәре үрәләр
МХО-ға маскировка селтәрҙәре үрәләр
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас