Ватан һағында
26 Ноябрь 2024, 06:50

Депутатыбыҙ МХО-ға юлланды

Депутатыбыҙ - Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, “Юлдаш” телевидениеһы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова (Байбулатова) ирекмән булып махсус хәрби операция зонаһына юлланды.

Депутатыбыҙ МХО-ға юлландыДепутатыбыҙ МХО-ға юлланды
Депутатыбыҙ МХО-ға юлланды

-Хәйерле юл, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙы теләгеҙ, дуҫтарым! Мин бөгөн ирекмән булып махсус хәрби операция зонаһына юлландым. Иң йыш яңғыраған һорауҙарға бер юлы яуап бирәм.
1. Ирекмәндәр нимә менән шөғөлләнә?
-Ирекмәндәр госпиталдә санитар эшен башҡара. Яралы һалдаттарҙы тәрбиәләй, йыуындыра, тән йәрәхәттәрен таҙарта, ашата, сәсен ала, яҡындары менән бәйләнешкә сығырға ярҙам итә. Медицина хеҙмәткәрҙәренә яраларҙы бәйләргә, процедуралар үткәрергә булыша.
2. Күпме түләйҙәр?
-Ирекмәндәргә аҡса түләнмәй, был күңел ҡушыуы буйынса ярҙам. Мин эштән отпускка ғариза яҙып киттем. Транспорт, йәшәү урыны менән Республика ярҙам итә.
3. ⁠Ғаиләң нисек ризалашты?
-Илдар менән өлкән ҡыҙым аңлап ҡабул итте, бәләкәсе ҡаршы. Махсус хәрби операция башланғандан һуң Илдар ҙа, мин дә журналист булараҡ алғы һыҙыҡҡа барырға теләк белдергәйнек. Әммә командировкаға барырға теләгән журналистар күп, сират. Ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар отряды ойошторолоуы тураһында ишеткәс, тәүге көндә үк ғариза ебәрҙем. Беренсе төркөмгә өлгөрмәнем, сөнки унда 7 кешене генә алдылар, күбеһе мәрхүм яугирҙарҙың әсәләре, яҡындары. Беҙ - икенсе состав.
4. Ни өсөн бараһың?
-"Аҡыл һатма, тәнҡитләмә, үҙең өлгө күрһәт" тигән принцип. Әгәр беҙ "Яңылыҡтар"ҙа Ватанға тоғролоҡ, илһөйәрлек тураһында һөйләйбеҙ икән, үҙебеҙҙән башларға тейешбеҙ. Икенсенән, мин тыуған илемә сикһеҙ рәхмәтлемен. Тыуып-үҫкән төйәгемдән, килен булып төшкән еремдән, иремдән, балаларымдан, эш урынымдан, дуҫтарымдан, ғөмүмән, тормош юлымда осраған кешеләрҙән уңдым. Бушлай ике юғары белем алдым, социаль торлаҡ программаларында ҡатнаштыҡ, балаларыбыҙ дәүләт медицина учреждениеларында донъяға килде, әсәлек капиталы бирҙеләр, балаларға пособиелар түләнеләр, ҡыҙым әле Һамар медицина университетында бюджет нигеҙендә белем ала. Республикам, халҡым мине шәхес кимәленә күтәрҙе. Оло ышаныс күрһәтеп Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға депутат итеп һайланылар, Башҡортостан тележурналистары араһында иң беренсе "Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы" тигән абруйлы исемгә лайыҡ булдым. Шуға күрә хәҙер Ватаныбыҙ именлегенә хәүеф янағанда иңебеҙҙе ҡуйыр, һүҙ менән генә түгел, аныҡ эштәр менән яуап бирер ваҡыт етте, тип иҫәпләйем. Мөхәббәт бит ике яҡлы булырға тейеш. Минең ябай журналист булараҡ аҡсалата ярҙам күрһәтерлек мөмкинлегем юҡ, әммә ысын йөрәктән ҡул көсөм, күңел йылыһы менән бүлешә алам.
5. Ҡурҡыу тойғоһо бармы?
-Ҡурҡыу тойғоһо һәр кемдә лә барҙыр, әммә яралы яугирҙарыбыҙға ярҙам итеү теләге көслөрәк. Изге ниәт менән йөрөгәндә Хоҙай ярҙамынан ташламаҫ, тип ышанам.
PS. Юғалтмағыҙ, махсус хәрби операция зонаһына сығыу менән бәйләнештән сығам.
Билдәле сәбәптәр буйынса төркөмдөң фотоһын һалмайым, мине оҙатырға килгәндәрҙе генә ҡуям, - тип яҙа Р. Кәримова үҙенең сәхифәһендә.

Хызыр Ильяс юлдаш булһын депутатыбыҙға!

Депутатыбыҙ МХО-ға юлланды
Депутатыбыҙ МХО-ға юлланды
Депутатыбыҙ МХО-ға юлланды
Депутатыбыҙ МХО-ға юлланды
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас