Украиналағы махсус хәрби операция башланыу менән бихисап ир-егеттәр илебеҙ именлеге һағына баҫты. Улар иңдәренә йөкмәтелгән бурыстарын намыҫ менән үтәй, Тыуған иле һәм яҡындары өсөн йәнен-тәнен аямай. Әбделмәмбәт ауылынан һуғыш яланында “Шанхай” булып йөрөүсе яҡташыбыҙ ҙа шундайҙарҙан.
-Махсус хәрби операция башланғас та унда барыу тураһында уйлана башланым. Сөнки илгә ошондай һынау килгәндә өйҙә ятыу ир-егеттәрсә түгел. Етмәһә, минең Нуритдин, Исрафил олатайҙарым, ҡарт олатайым Ғәйзулла Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандар. Улар ҙа тыныс ил, балаларының матур киләсәге өсөн һуғышҡан, - ти ул.
“Шанхай” башта документтарын Росгвардияға тапшырып ҡарай, әммә һаулыҡ торошона бәйле ҡабул итмәйҙәр. Тыуған илен һаҡлау теләге шул хәтлем көслө булған ир-егет, ашнаҡсы булып булһа ла барам, тип, Өфөлә ялан кухняһы ашнаҡсыһына уҡып ала һәм махсус хәрби операция зонаһына икмәк бешереүсе, ашнаҡсы булып юллана. 137-се “Урал” штурм бригадаһына эләгә. Һалдаттарға өйҙәге кеүек туҡлыҡлы, тәмле ризыҡтар бешерергә тырыша ул. Шулай ҙа яугир күңеле тынғы бирмәй, ныҡышып, водитель-стрелок булып күсә. Ваҡыты-ваҡыты менән ашнаҡсыны алмаштыра. Йәшәү шарттарына һис зарланмай, барыһы ла яҡшы, ти ул.
-Бөтә һалдаттар кеүек блиндаждарҙа йәшәйбеҙ. Ашау бик һәйбәт, төрлөләндереп, саф ризыҡтарҙан бешерәләр. Ит, һөт ризыҡтары, йомортҡа, тәм-том һәр ваҡыт була. Кейем яғынан да шөкөр итерлек. Республиканан гуманитар ярҙам алып торабыҙ. Бигерәк тә маскировка селтәрҙәрен көтөп алабыҙ. Улар яуҙа иң кәрәкле әйберҙәрҙең береһе, - ти яҡташыбыҙ.
“Шанхай” ғаиләһе менән Архангель районында төпләнгән. Ҡатыны менән 4 бала тәрбиәләйҙәр. Башта яҡындары, туғандары хәүефле юлға сығыуына, әлбиттә, ҡырҡа ҡаршы була. Һуңынан туҡтатыуҙың файҙаһы юҡ икәнен һәм ҡасан да булһа унда барасағын аңлап, ҡабул итәләр. “Шанхай” позывнойын тыуған ауылындағы халыҡ телендә йөрөгән үҙҙәренең урам исеменән алған.
-Яуҙа иң ҡыйыны – иптәштәреңде юғалтыу. Үҙеңде уйламайһың да ҡайһы берҙә. Августа иң яҡын дуҫым, Мишәр (Яңы Монасип) егете Ғәлин Фәрит һөжүм ваҡытында ҡулынан пулеметын да төшөрмәй мәрхүм булды. “Таң” гәзите аша Гүзәл апайҙың, Айгөл еңгәйҙең ҡайғыһын уртаҡлашам, - тине әңгәмәсебеҙ.
Махсус хәрби операцияға юлланғанға тиклем тимер юлында эшләгән “Шанхай”, ҡайтҡас, ошо өлкәлә эшен дауам итәсәк, уның хеҙмәт урыны һаҡланған. Яугирҙарға тәғәйенләнгән түләүҙәрҙең ваҡытында бирелеүе, яуға аҡса өсөн китмәһә лә, түләүҙәрҙең ғаилә өсөн байтаҡ ҡына ярҙам булыуы тураһында белдерҙе. Бер йыл хеҙмәт итеү осоронда яҡындары янына бер тапҡыр ғына ҡайтып киткән яҡташыбыҙ киләһе осрашыуҙы түҙемһеҙләнеп көтә. «Шанхай»ға уңышлы хеҙмәт итеп, еңеү менән ҡайтып, ғаиләһе менән тиҙерәк осрашып, яҡындары менән бәхетле оҙон ғүмер кисереүен теләйек.