Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
7 Ноябрь , 16:20

Халыҡ именлеге һағында

10 ноябрҙә Рәсәй Федерацияһы эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәр һөнәри байрамын билдәләй. Бәлә килеп сыға ҡалһа, кешеләр иң беренсе сиратта полицияға мөрәжәғәт итә, сөнки улар эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең һәр саҡ ярҙамға килеүен белә.

Халыҡ именлеге һағында
Халыҡ именлеге һағында

10 ноябрь - Рәсәй Федерацияһы эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө

Был орган хеҙмәткәрҙәре йәмәғәт тәртибен һаҡлай, күмәк саралар үткәргәндә хәүефһеҙлекте тәьмин итә, енәйәттәрҙе булдырмау һәм асыу, шәхси милекте, дәүләт һәм коммерция объекттарын һаҡлау менән шөғөлләнә.

61 аттестацияланған полиция хеҙмәткәрен, 7 хеҙмәткәрҙе, 1 дәүләт хеҙмәткәрен берләштергән Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бөрйән районы буйынса бүлексәһе үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысты намыҫ менән башҡара, һөнәри байрамдарын лайыҡлы ҡаршылай. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, район биләмәһендә енәйәттәр һанының кәмеүе күҙәтелә.
Хоҡуҡ һағында тороусылар тарафынан быйылғы йылдың 10 айы эсендә хәл-ваҡиғалалар тураһында 1599 ғариза теркәлгән. Был күрһәткес былтырғы йылдың ошо арауығы менән сағыштырғанда 132-гә кәмерәк. Теркәлгән енәйәттәр 143 (былтырғы менән сағыштырғанда 31-гә кәмерәк). Шуларҙың 92-һе судҡа ебәрелгән. Улар иҫәбендә ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәттәр 37 осраҡ (былтырғыға ҡарағанда 3-әүгә кәмерәк). Шуларҙың 21-е асыҡланып, судҡа ебәрелгән. Йәмәғәт урындарында башҡарылған енәйәттәр һаны – 20. Бәлиғ булмағандар тарафынан – 1, иҫерек килеш 44 енәйәт ҡылынған. Район биләмәһендә быйылғы йылдың ун айы арауығында көсләү, талау, үлтереү кеүек енәйәттәргә юл ҡуйылмаған.
Уның ҡарауы мутлашыусыларҙан алданыусылар һаны артҡан – 21 осраҡ. Былтырғы йыл менән сағыштырғанда 14(!)-кә күберәк.
Урлашыуҙың 17 осрағы теркәлгән (уҙған йылдан 13 осраҡҡа кәмерәк). Шуларҙың 12-һе асыҡланған. Үлтереү менән янау 16 осраҡ.
Бүлексә хеҙмәткәрҙәре тарафынан йыл башынан 586 административ хоҡуҡ боҙоу теркәлгән. Шуларҙың 39-ы – ваҡ хулиганлыҡ, 1573-ө йәмәғәт урындарында иҫерек килеш йөрөү, 90-ы – ата-әсәлек бурыстарын үтәмәү һәм башҡалар.
Алда килтерелгән һандар артында полиция хеҙмәткәрҙәренең күп көс һалыуҙы талап иткән хеҙмәте тора.


-Оҙаҡ йылдар эшләгән хеҙмәткәрҙәребеҙ ҙә, яңы эш башлағандар ҙа үҙ эшенә яуаплы ҡарай, урын-еренә еткереп башҡарырға тырыша. Тәжрибәле хеҙмәткәрҙәребеҙҙән өлкән участковый, полиция капитаны Илдар Дәүләтбаевты, участка уполномоченныйы бүлеге начальнигы, полиция майоры Рифат Ырыҫбаевты, тикшереү төркөмө начальнигы, полиция майоры Айгөл Торсонбаеваны, шулай уҡ миграция пункты начальнигы, полицияның өлкән лейтенанты Гүзәл Ғарифуллинаны, начальник урынбаҫары-шәхси состав менән эшләү бүлеге етәксеһе, полиция капитаны Ильяс Ғәлинды, полицияның өлкән лейтенанты, юл-патруль хеҙмәтенең өлкән инспекторы Ғәзиз Баязитов менән Дәүләт автоинспекцияһы бүлеге начальнигы, полиция капитаны Азат Ғәҙелшинды, анализ, планлаштырыу, контроль һәм мәғлүмәт тьәминәте төркөмөнөң өлкән инспекторы, эске хеҙмәт капитаны Роза Ғәликәеваны айырым билдәләп үтергә кәрәк. Яңы ғына эш башлауына ҡарамаҫтан, әүҙемлек күрһәтеп, тырышып йөрөгән, спорт сараларында әүҙем ҡатнашҡан оператив дежур ярҙамсыһы Батыр Маликовта маҡтауға лайыҡ.
Коллектив менән төрлө спорт ярыштарында ҡатнашабыҙ һәм призлы урындар яулайбыҙ. Мәҫәлән, яңыраҡ, сентябрҙә, Учалы ҡалаһында Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре араһында уҙғарылған футбол ярышында беҙҙең команда 2-се урын алды. Май байрамдарында “Таң” гәзите кубогына уҙғарылған эстафетала 1-се урын беҙҙеке булды. Рифат Ырыҫбаев менән Ильяс Ғәлин Өфө ҡалаһында уҙған икебәйге ярышында 2-се урын яуланы. Бүлексә командаһы Эске эштәр министрлығы Чемпионатында ҡаршылыҡтар һыҙаты ярышында 2-се урын алып ҡайтты. Был ярыштарҙа бүлексә данын яҡлаған спортсмендарыбыҙ – Ильяс Ғүмәров, Байрас Ҡасҡынбаев, Ильяс Ғәлин, Батыр Маликов, Дмитрий Евстигнеев, Юлдаш Ҡасҡынбаев.
Форсаттан файҙаланып, йәштәрҙе татыу коллективыбыҙға эшкә саҡырабыҙ. Әлеге ваҡытта тәфтишселәр, полицейский-водителдәр, ваҡытлыса тотоу изоляторы бүлегенә хеҙмәткәр талап ителә. Беҙҙең эштә стресҡа бирешмәүсән, физик һәм рухи яҡтан көслө, һау-сәләмәт булырға кәрәк, - тине Эске эштәр министрлығының Бөрйән районы буйынса бүлексәһе начальнигы урынбаҫары, полиция капитаны Рәвил Ринат улы Хәмитов.
-Киләсәгебеҙ тыныс, районда оператив хәл-торош һәр ваҡыт тотороҡло һәм имен булһын, - тип теләй полиция хеҙмәткәрҙәре. Байрамдары айҡанлы уларға һөнәри һәм гражданлыҡ бурыстарын үтәүҙә уңыштар теләйбеҙ.

Автор:
Читайте нас: