Десант-штурмлау дивизияһының айырым медицина отряды командованиеһы һәм шәхси составы Тыуған илгә лайыҡлы ул тәрбиәләп үҫтергәндәре өсөн ата-әсәгә ҙур рәхмәтен белдерә. Хатта “Уның профессионализмы, тәүәккәллеге һәм яуаплылығы көн һайын яугирҙарҙың ғүмерен ҡотҡарырға ярҙам итә һәм Ватаныбыҙҙың бурыстарын үтәү өсөн артабан сафҡа ҡайтыуға булышлыҡ итә” тигән һүҙҙәр бар.
-Мин улымды МХО-ға ебәрмәҫкә тырышҡайным да... Әлбиттә, ул контракт хеҙмәтенең ауыр икәнен аңлай, белә. Сөнки армияға алынған йылында Чечняла хеҙмәт итте. Шундағы хеҙмәттәштәре менән килешкәндәр - “Иптәштәрем менән барырға хәл иттек”, тигәс ҡаршы төшмәнек. Уның был хәлгә ҡарата үҙ ҡарашы, үҙ фекере бар – Тыуған илгә хеҙмәт итеүҙе, һаҡлауҙы ул бурысым тип һанай. Бала сағынан үҙ һүҙле булды, яҡшы уҡыны, табип булырға хыялланды. Ноябрҙә контракт төҙөнө. Яҙын бер тапҡыр ялға ҡайтып китте. Бар теләгәнем - имен-һау әйләнеп ҡайтһын, - ти атай кеше.
Стәрлетамаҡта медицина училищеһын тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт медицина университетының стоматология факультетында уҡыған егет төрлө урындарҙа, һуңғы йылдарҙа Верхнеуральскиҙа эшләгән.
Әлеге ваҡытта “Урал” позывнойлы яҡташыбыҙ махсус хәрби операция зонаһында фронт госпиталендә хеҙмәт итә. Хәрби табип һәр ваҡыт юғары оҫталыҡ, фиҙакәрлек, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙерлек күрһәтә. Стоматолог яңаҡтары, биттәре яраланғандарға тәүге ярҙам күрһәтә, яралы яугирҙарҙың йәшәү сифатын һаҡлап ҡына ҡалмай, яңаҡ-бит хирургияһы бүлексәһендә МХО яугирҙарына оперция яһауҙа ҡатнаша. Ебәргән сәләмдәрендә әйтеүенсә, ул Херсон өлкәһендә эшләй, гуманитар ярҙам килеп тора, ти.
-Ҡыҙым Өфөлә йәшәй. Аллаға шөкөр, бәлә һалғаныбыҙ юҡ - ярҙамға мохтаж түгелбеҙ, үҙ хәлебеҙсә донъя көтәбеҙ, - ти 43 йыл педагогик стажға эйә, ғүмере буйы балаларға география, тарих фәненән дәрестәр биргән, тәүҙә Әбделмәмбәттә, аҙаҡ Яңы Собханғолда эшләгән, директор, директор урынбаҫары вазифаларын да башҡарған ветеран уҡытыусы 83 йәшлек Самат Хәлилов. Әйткәндәй, ҡатыны ла уҡытыусы - Зәйтүнә Ғүмәр ҡыҙы башланғыс кластарҙа уҡытҡан.
Самат Арыҫлан улы башҡа ата-әсәйҙәр кеүек үк улының һәм башҡа егеттәрҙең рухтары һүнмәүен, тыуған илдәргә имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләй.