Уның ауылдаштарының байтағы мобилизацияланды, күптәре үҙ теләктәре менән МХО-ға юлланды.
«Данди» контракт нигеҙендә 2023 йылдың 10 сентябрендә хеҙмәткә алынған – унда йөрөүенә теүәл бер йыл була.
2002-2004 йылдарҙа ул Төньяҡ Кавказда сик буйы округында ике йыл ил сиген һаҡлаһа, 2006-2008 йылдарҙа контракт буйынса Чечня болғанышында ҡатнаша.
Һуғыш һуғыш инде, “Данди”ның тәненә лә үҙ эҙен һалған ул... Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ил өсөн ҡатмарлы осорҙа өйҙә ҡул ҡаушырып ятыуҙы хуп күрмәй уҙаман, ҙур илебеҙҙең именлеге, балаларыбыҙҙың тыныс тормошо хаҡына, нацистарҙың өңөн тығыу маҡсатында ҡулына ҡорал ала. Ирмен тигән ир-егеттең изге бурысын атҡара.
Росгвардия исеменән Затон биҫтәһенән хеҙмәткә алынып, Омск ҡалаһында 15 көнлөк тәүге әҙерлекте үтә. Унда ул Ҡотан ауылынан “Путник” позывнойлы райондашын осратып, уның менән танышып, ныҡлы дуҫлашып китәләр.
Чечня һуғышында “Данди” БТР водителе булып тәжрибә туплаған. Бында ла ул шул һөнәрен ҡабаттан үҙләштереп, Харьков йүнәлешендәге операцияларҙа ҡатнаша.
-Хеҙмәтем ҡәәҙимгесә генә бара. Ниндәй задание бирелһә, шуны урын-еренә еткереп үтәйбеҙ. Ауыр, киҫкен ваҡыттарҙа бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ. Бер отделениеның яҙмышы һинең ҡулға тапшырылған икән, яуаплылыҡтың ниндәй ҙур икәнен аңлауы ауыр түгел. Бурыс та үтәлергә тейеш, сафты ла мөмкин тиклем һаҡлау мөһим.
Заданиеға бер сығып китһәк, ғәҙәттә, оҙайлы ваҡыт йөрөп ҡайтабыҙ. Һуңғыһында, мәҫәлән, 5 ай буйы урман шарттарында көн иттек. Барлыҡ кәрәк-яраҡтарыбыҙ үҙебеҙ менән бергә күсеп йөрөй. Шулай уҡ урман шарттарына ярашлы мунса ла эшләп алабыҙ.
Армияның ҡоро паектары менән туҡланһаҡ та ашау яғы зарланырлыҡ түгел, һәйбәт ойошторола. Беҙҙең “Ахиллес” позывнойлы поварыбыҙ бар, ул юҡ нәмәнән дә тәмле аштар әҙерләй. Тәүҙәрәк гуманитар ярҙам килер әле берәй ваҡыт, тип уйлай торғайным, хәҙер ул турала уйлағаным юҡ. Сөнки һуғыштың үҙ закондары...
Рота командирыбыҙ Алтайҙан, батыр егет, беҙҙең арала хөрмәтле кеше. Хәрби тәртип һаҡланған ерҙә үҙеңде күпкә ышаныслы тотаһың һәм тояһың.
Хеҙмәткә алыныуына бер йыл тигәндә “Данди”ның ҡайтып ял итеп алыуы файҙаға булғандыр. Тыуған яҡтың һауаһы ла шифа бит инде. Туғандарыңды, ауылдаштарыңды күреү, өй ризыҡтары менән тәғәмләнеү үҙе үк арыған тәнгә ял ғыналыр.
Хызыр Ильяс юлдаш булһын һиңә, “Данди”. Тыуған яғыңда һине ҡорған донъяң, донъя тотҡаһы ҡатының көтөп ҡала. Имен йөрөп, һау ҡайтығыҙ, батырҙарыбыҙ.