Был ғаиләне мин күптән беләм. Туған йәки яҡын дуҫ та булманыҡ беҙ. Әммә ләкин тәү осрашыуҙан күңелемде уларға бәйләгән өҙөлмәҫ еп ҡалды.
Район үҙәгендә эшләгән сағым, йәшәргә урын юҡ, кеше фатирында торам. Яйлап күршеләрем менән танышып алдым. Бергә һыу буйына прогулкаға төшәбеҙ, урамда йөрөбеҙ, Фәйрүзә апай тәмле татлыһын бешереп, сәйгә саҡырып ала.
- Флүр еҙәңә әйт өйҙә эшең булһа, инеп ярҙам итеп сығыр. Еҙнәң, тием инде, беҙ һинең менән был райондыҡы, ул ҡырҙыҡы булғас, - тип ихлас көлә үҙе.
- Салауат, апайҙарыңды ҡарап йөрө. Һеҙ ҙә ҡустығыҙҙы ҡарап ҡына йөрөгөҙ. Берәй ваҡыт үҙегеҙгә кейәү булып ҡуйыр, бәлким, ти. Шулай итеп, Салауатты ҡустымдай күреп алып киттем.
Әсәнең баланы нисек ныҡ яратҡанын мин, моғайын да, ошо Фәйрүзә апайға ҡарап аңлағанмындыр ул шул мәлдә. Тел менән аңлата алмаҫлыҡ һөйөү ине ул. Салауааат, балаҡайым, улыҡайым, тип эсе тулы һөйөү менән өндәшә ине.
Мин район үҙәгенән китеп, арыу уҡ йылдар үткәс, беҙ йәнә осраштыҡ. Ҡустымдың туйына Фәйрүзә ҡоҙасам, Флүр ҡоҙам һәм инде егет булған Салауат ҡоҙам килде. Шул тиклем ихлас, күңелле ҡоҙа-ҡоҙасаларым менән гөрләтеп үткәрҙек беҙ ул туйҙы.
Был туйҙан 10 йылға яҡын ваҡыт үткәс Себер яҡтарында йәшәгәндә хәбәр килде - Көнһылыу һеңлем кейәүгә сыҡҡан. Кемгә, тиең - Салауатҡа!!!
Вәт, исмаһам, яңылыҡ был. Инде хәҙер ҡоҙағыйым булған Фәйрүзә апайҙың әйткәне фәрештәләрҙең “Амин” әйткән сағына тура килгәндер инде. Хәҙер тағын да нығыраҡ туғанлаштыҡ. Ҡусты ла булды ул миңә, ҡоҙа ла, кейәү ҙә.
- Инде хәҙер бергәләп ултырып ҡоҙа менән танышып алаһы ҡалды. Вот Салауат та ҡайтһын да гөрләшеп йыйылып алырбыҙ тип, - ҡосаҡлап яратып алыр ине күрешкәндә.
Ҡайтты Салауат... Ер-һыу илатып, цинк табутта... Беҙ йыйылдыҡ, тик шатлыҡта түгел, иңдәребеҙҙе ҡайғы баҫҡанда.
Был хәбәрҙә ищеткәс тә башымдан бер генә уй үтте - Фәйрүзә апай... күтәрә алырмы был ҡайғыны...
Табут янына теҙелгән, ҡанаттары ҡайырылған туғандар, бәпестәрен ҡосоп ҡатҡан Көнһылыу, йәшкә мансылған район халҡы...
Салауатты һуңғы юлға оҙаттыҡ. Яҡты донъяларға ауаз һалған көнө 31 йылдан һуң ҡара ер ҡуйынына ингән көнө булды...
Үҙәктәрҙе өҙөп, йөрәктәрҙе һыҙып, күңелдәрҙе әрнетте был юғалтыу. Нисәнсе көн инде күҙ йәштәре аға ла аға. Фәйрүзә апайҙың һүҙҙәре ҡолаҡта:
- Иламағыҙ, иламаҫҡа тырышығыҙ бер үк, балаҡайыма ныҡ ҡыйын булыр.
Был ауыр ҡайғыны күтәрергә көс һәм сабырлыҡ бирһен ине Аллаһы Тәғәлә. Салауаттың ятҡан ерҙәре хәтфәләй йомшаҡ, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, тар ҡәберҙәре киң, урыны йәннәт түренән булһа ине...
Ләйсән Муллағолова, Иҫке Монасип ауылы.