Һүрәт төшөрөргә әүәҫ кенә түгел, оҫта “Заман” мәктәпте тамамлағас, Сибай сәнғәт колледжына уҡырға инеп, өс йыл уҡығас, әрме хеҙмәтенә юллана. Ырымбурға эләгә – уға ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итергә насип була. Армиянан ҡайтҡас, кире уҡырға барып тормай, ауылындағы пилорамаға эшкә төшә. Һөйгәне менән ғаилә ҡороп ебәрәләр. Бер-бер артлы ике ҡыҙҙары тыуа.
Аҙ һүҙле “Заман” хәрби тормошо тураһында артыҡ һөйләмәне. Һорауҙарға ҡыҫҡа ғына яуап биреү менән сикләнде.
-Төрлө яҡтарҙан йыйылған егеттәр менән берҙәмбеҙ, татыубыҙ. Бер ғаилә кеүек булып киттек инде. Мин артиллерияла наводчик бурысын башҡарам, - тине “Заман”.
Бурысы үтә лә яуаплы икән шул “Заман”дың. Һәр алышы батырлыҡҡа тиң. Артығын һөйләмәһә лә, ауыр ғына һулап, моңһоу ҡарашын ситкә күсерә биреп ҡуйыуынан, кәүҙәһе тыныс урында – тыуған яғында булһа ла, күңеле менән “заданиенан” ҡайтып етмәгәнлеген тойоу ауыр түгел... Иптәштәре өсөн дә ут яналыр.
“Землянкаларҙа йәшәйбеҙ. Үҙебеҙсә уңайлыҡтар булдырып алдыҡ. Ашарға ла үҙебеҙ әҙерләйбеҙ. Гуманитар ярҙам, яҡындарымдан күстәнәстәр барып тора. Рәхмәт. Еңеү менән ҡайтасаҡбыҙ”, тип өҫтәне.
Һөйләшкәндә һүҙгә һараныраҡ булһа ла, үҙенә йөкмәтелгән бурысын еренә еткереп үтәй “Заман”. Аҙ һөйләгән күп эшләр, тиҙәр бит. Ана, наградалары ла шуға дәлил. “Хәрби фиҙакәрлек өсөн”, Суворов, Шайморатов миҙалдары үҙҙәре күпте һөйләй.
Яугирҙың әсәһе лә:
-Тыныс холоҡло, баҫалҡы, эшсән кеше ул улым. Йыр-моңға ғашиҡ, гитарала уйнай, йырларға, бейергә ярата. Һүрәтте ҡойоп ҡуя инде. Ҡыҙҙары ла, бәләкәс булһалар ҙа, үҙенә оҡшап, һүрәтте матур төшөрәләр. Хас атайҙары һымаҡ, аяҡтарын салып ултырып тороп һүрәт яһайҙар, - тип улы хаҡында йылы һүҙҙәрен еткерҙе.
Ул арала “Заман”ды ил именлеге өсөн көрәш барған ерҙәргә алып китергә машина ла килеп етте. Атаһы, әсәһе, кәләше, ағайы, изге теләктәрен әйтеп, имен сәфәрҙәр теләп ҡалды.
Эйе, ил терәге булған ир-егеттәребеҙҙең сәфәрҙәре имен генә булһын. Киткән юлдарынан үҙ төйәктәренә еңеү менән ҡайтып төшөргә насип итһен Раббыбыҙ. Ил ҡалҡаны булған һәр кемегеҙ герой һеҙҙең, егеттәр...