Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
2 Август , 15:00

Өс бер туған ил һағында

Махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан ир-егеттәр менән осрашып, хәл-әхүәлдәрен белешеп, улар тураһында район халҡына еткереп тороу – беҙҙең бурысыбыҙ. Сираттағы геройыбыҙ – “Бабай” позывнойлы яугир. Ысынлап та, позывнойы үҙенә хас – 2 тиҫтә йылға яҡын һалдат тәжрибәһе бар.

Өс бер туған ил һағында
Өс бер туған ил һағында

“Бабай” Мораҙым ауылында тыуып-үҫә. Мәктәптә уҡыған сағында бигерәк тә физкультура дәрестәрен үҙ, спорт менән шөғөлләнергә ярата. Мәктәпте тамалағас, һөнәрселек училищеһында белем ала һәм 2006 йылда хәрби хеҙмәт бурысын үтәргә әрме сафтарына алына. Хеҙмәтен тултырып ҡайтыр ваҡыты етә башлағас, контракт төҙөп, хәрби хеҙмәт юлын дауам итә. Шул йылдарҙа ғаилә ҡорорға ла өлгөрә – һөйгәне, Бөрйән ҡыҙы Розаға өйләнеп, хеҙмәт иткән яғына – Приморский крайға алып китә. Йәш парҙы ҡыуандырып, ғаиләлә 1 ул һәм 1 ҡыҙ тыуа.

Тәжрибәле хәрбигә хеҙмәт иткән осоронда төрлө кешеләрҙе, төрлө хәлдәрҙе күрергә тура килә. Үҙенең часенә эләккән башҡорттарҙы ҡурсалап, ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша. Махсус хәрби операция иғлан ителгән йылда “Бабай”ҙың контракт килешеүе тамамланырға тейеш була. Тик уға Ватан саҡырыуы буйынса сафта ҡалырға тура килә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан осоронда 3 тапҡыр яраланып, 2-әүһендә реабилитация үтергә ҡайта. Әле лә яраланып ҡайтыуы. Шулай ҙа күңеле көр, рухы көслө. “Артиллерия дивизияһында командир урынбаҫары булып хеҙмәт итәм. Беҙгә йышыраҡ Яҡутия егеттәрен ебәрәләр. Күбеһенсә урыҫтар, башҡорттарҙан мин генә. Берҙәмбеҙ, дәррәүбеҙ. Һуғыш яланында ташлап китеү юҡ, бер-береһе өсөн йәндәрен бирергә әҙер егеттәр хеҙмәт итә. Ниндәй генә хәлдә лә күңелдәрен төшөрмәйҙәр, шаяртып, көләмәстәр һөйләп көлдөрәләр. Тәүге составтан 8 генә кеше ҡалдыҡ. Иң ҡыйыны – егеттәрҙең үлемен күреү”, - ти “Бабай”.  

Әйткәндәй, “Бабай”ҙың ағаһы һәм ҡустыһы бар. Ғаиләлә тәрбиәләнгән 3 малай ҙа тыуған ил алдындағы бурысты үтәү иң мөһим һәм изге бурыс тигән төшөнсәне күңелдәренә һеңдереп үҫкән. Ағаһы ла хәрби. Ул 20 йылдан ашыу хеҙмәт итә. “Бабай” ағаһы менән - 9, ҡустыһы менән 8 йыл күрешкәне юҡ. Күптән түгел ҡустыһы ла махсус хәрби операцияға юлланған.

Тыуған илгә намыҫлы, ҡурҡыу белмәҫ, сая 3 ул үҫтергән Айһылыу апай:

- Өлкән улым 11-се синыфты Байназарҙа тамамланы. Унан Өфөгә уҡырға инде лә, күп тә тормай армияға барырға ҡарар итте. 2001 йылдан алып хәрби хеҙмәт юлында. Уның күргәндәре һөйләп бөткөһөҙ – Чечняла, Сирияла, Тажикстанда булды.

Уртансыһының да хеҙмәт итеүенә 2 тиҫтә йыл тулып килә. Икеһе лә махсус хәрби операция башланғандан алып ҡатнашалар. Кесе улым: - “Ағайымдар икеһе лә ил һағында, мин нисек ситтә ҡалайым”, тип түҙмәй йөрөй ине, хеҙмәт иткән еренән уны ла саҡырып алдылар.

Иң ауыр мәл – балаларымды оҙатыу. Ҡыҫҡа ғына отпускыға ҡайтып, китер ваҡыттары етһә, үҙемә урын тапмайым. Тәүҙә төндәрен йоҡлай алмай, тамағыма аш бармай ҡайғырҙым. Үҙемә сабырлыҡ, балаларыма һаулыҡ, илебеҙгә тыныслыҡ теләп, иман юлына баҫтым. Йыл һайын улдарыма инселәп ҡорбан салдырабыҙ.

Ил өҫтөнә төшкән ауыр йөк, бик ныҡ ҡыйын булһа ла түҙергә һәм Хоҙайҙан именлек һорарға ғына ҡала. Мөмкинлектәре булғанда шылтыратып, яҙып торалар. Уларҙың һүҙҙәренә ҡараһаң, барыһы ла яҡшы, ашарҙарына етерлек. Мине ҡайғыртмаҫҡа тырышыуҙары микән инде.

Килендәремә рәхмәт, улдарымды көтөп алалар, ейәндәремде матур итеп ҡарайҙар. Уларҙың балаларына йыуанып йәшәйем. Яңыраҡ кесе улымдың икенсегә малайы тыуҙы, шөкөр.

Ауырлыҡ кисергән барлыҡ ата-әсәйҙәргә еңеллек теләйем. Һәр кем балаһын имен-һау көтөп алһын, илебеҙгә тыныслыҡ ҡайтһын, донъялар имен торһон.

Шундай ҡыйыу, тәүәккәл улдар үҫтергән әсәләр, Тыуған илем, ерем тип янып йәшәгән егеттәр барҙа илебеҙҙең киләсәге яҡты булырына шик юҡ.  Өс бер туған райондашыбыҙға, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һәр береһенә иҫән-имен тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтырға насип булһын!

Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас: