Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
12 Июль , 08:00

“Бухгалтер” МХО-ға үҙ теләге менән юлланған

Махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан “Бухгалтер” менән осрашып, хәл-әхүәлдәре хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ. Әйткәндәй, “Бухгалтер” үҙенең исем-шәрифтәрен дә яҙыуға ҡаршы түгел – һүҙ Яңы Собханғол ауылынан Ватан һағына үҙ теләге менән юлланған өс бала атаһы, “Бухгалтер” позывнойлы Буранбаев Артур Рафаэль улы тураһында.

“Бухгалтер” МХО-ға үҙ теләге менән юлланған
“Бухгалтер” МХО-ға үҙ теләге менән юлланған

 Тормош иптәше Зилә малын да ҡарай, балаларын да уҡыта, тәрбиәләй, шул уҡ ваҡытта шәхси эшҡыуарлыҡ та алып бара. Ауыл халҡын аҙыҡ-түлек, башҡа төр кәрәк-яраҡ менән тәьмин итә.
-Артур, үҙ теләгең менән МХО-ға юлланыу ниәте нисек тыуҙы?
-Үҙебеҙҙең ауыл тирәһенән алып ҡарағанда ла, әллә күпме егеттәребеҙ ҙур илебеҙҙә хәл киҫкенләшеү менән мобилизацияланды, үҙ теләктәре менән МХО-ға юлланды.
Мин дә был хаҡта оҙаҡ уйланып йөрөнөм. “200” тип аталған йөк булып ҡайтҡан егеттәрҙе ҡаршы алышып, десантниктар ойошмаһы исеменән һуңғы юлға оҙатышырға ла тура килде.
Барыһын да иҫәпкә алып, 2023 йылдың сентябрендә мин дә МХО-ға юлландым.
-Әҙерлекте ҡайҙа үттең?
-Тәүге хәрби күнекмәләрҙе Ростов на Дону ҡалаһында үттем. Оҙаҡ та булманы, МХО-ға бүлеү башланды. Баштан уҡ дуҫлашып өлгөргән егеттәр менән бергә эләгергә тырышлыҡ булғандыр инде, мине лә, етәкләп тигәндәй, артиллеристар бригадаһына яҙҙырып та ҡуйҙылар һәм “Тюльпан” тип аталған иң ҙур миномет расчетына билдәләнеләр.
Һуғыш барған ерҙең үҙ принциптары. Беҙҙе ул үҙ-ара эскерһеҙ дуҫлыҡҡа ғына түгел, бер-береңә ярҙам итеп, бер-береңде ярты һүҙҙән аңлап тороусы иң ҡәҙерле кешеләргә әйләндерҙе. Расчеттағы 6 кеше бер туғандай булып үҙебеҙгә тәғәйенләнгән бурыстарҙы үтәргә өйрәндек.
-Йәшәү рәүеше ҡайһылайыраҡ?
-Йәшәү рәүешенә килгәндә, зарланырлыҡ түгел. Хәл-торошҡа ҡарап, үҙ расчетыбыҙға ҡулай ташландыҡ бер бинаны торлаҡ итеп эшләп алдыҡ. Мунсабыҙ юҡлығына аптыраманыҡ, мал аҙбарымы, гараж булдымы, беҙ уны ҡырып-йыуып алып, үҙебеҙгә бынамын итеп мунса яһап алдыҡ. Утыныбыҙ етерлек булһа ла, утын да алып килеп биреп торалар. Электр генераторыбыҙ ҡотҡара – ул беҙҙең өсөн яҡтылыҡ сығанағы, телефондарыбыҙға көс бирә, интернет селтәре менән тәьмин итә. Алама ғына булһа ла телевизорыбыҙ ҙа бар.
-Ашарға үҙегеҙ әҙерләйегеҙҙер?
-Армия ашы менән генә туҡланып ултырып булмай, өй аштары һағындыра. Хәрби маневрҙарҙан һуң урындағы магазиндарға сығып, үҙебеҙгә оҡшаған аҙыҡ-түлек, ризыҡтар алып ҡайтып, бешереп ашайбыҙ. Консерваларҙың һәр төрө булһа ла, ит һағындырып китһә, өҫтөндәге майын ташлап, ҡалғанын йылытып ашайбыҙ. Айырып ҡарау юҡ, төрлө милләт кешеләре менән бергә бешергән аштарыбыҙ төрлөсә – кемгә мосолманса, кемдәргәлдер икенсе төрлө әҙерләнә...
-Тәүге тапҡыр хәрби заданиеға ҡасан сыҡтың?
-Хеҙмәткә барып, ай ярым үтеүгә “Тюльпан” расчеты менән беренсе тапҡыр хәрби заданиеға сыҡтыҡ. Ошо расчеттың командиры булараҡ, ҡуйылған бурысты яҡшы үтәп ҡайттым.
Ә инде март аҙағы - апрель баштарында мине теге расчетымдан айырып алып, РСЗО тип аталған хәрби машина расчетының командиры итеп ҡуйҙылар.
-Ял ваҡыттарын нисек үткәрәһегеҙ?
-Минең расчетта “Кержик” позывнойлы тувинец бар, һөнәре буйынса музыкант ул. Уңайы тура килгәндә, гитарала уйнап ала, пианинола ла бик матур уйнай икән. Ә инде өзләп ебәрһә, ҡул сабырға онотоп тын ҡалабыҙ.
-Гуманитар ярҙам барып торалыр?
-Эйе. Магнитогорск ҡалаһынан МХО-ға ярашлы итеп эшләнгән чебурашка һүрәте йәбештерелгән тоҡ, йәшниктәр менән гуманитар ярҙам килә. Беҙ уларға мең рәхмәттәр еткереп, ҡабул ителгән ярҙамды фотоға төшөрөп отчет бирәбеҙ. Бөрйәндеке беҙҙең тирәгә килеп етеңкерәмәй.


Күптән дин юлына баҫҡан “Бухгалтер”ға ҡабат хеҙмәт иткән еренә юлға сығыр ваҡыт етә. “Төрлө хәлдәр була, намаҙҙарҙы ваҡытында уҡый алмай китәм, әммә ҡаза ҡылып булһа ла уҡырға тырышам”, ти ул. Заданиеға “Бухгалтер”доға уҡығас ҡына сығып китәләр икән.
-Иң мөһиме, имен-һау булайыҡ. Илебеҙгә тыныслыҡ килһен, күмәк, берҙәм көс менән еңеп сығайыҡ ҙур донъяла барған мәшхәрҙе.
Ялға ҡайтһам, башҡорт йырҙары яҙҙырып алып барам, тигәйнем, хыялым бик тиҙ тормошҡа ашты - бер көн тап булғанында Азалия Вәлиева башҡорт йырҙары яҙҙырырылған флешка бүләк итте, - тине Артур хушлашҡанда.
“Бухгалтер”ға һәм, ғөмүмән, барлыҡ ил һаҡсыларына именлек, һаулыҡ теләйек. Еңеү яулап, һәр ҡайһыһына үҙ өйөнә имен-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын.

Автор:Б. Тимерғәлиев.
Читайте нас: