+1 °С
Болотло
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, телеграмдағы чат-бот 2022 йылдың көҙөндә эшләй башланы. Уны министрлыҡтар һәм дәүләт комитеттары менән берлектә Республикаға идара итеү үҙәге әҙерләгән. Сервиста хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү сараларын асыҡларға мөмкин. Бот менюһы тормоштағы хәлдәргә ҡарап бүленгән.
Әйткәндәй, Башҡортостанда махсус хәрби операцияларға ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 30-ҙан ашыу ярҙам сараһы бар. «Башинформ»дың ошо материалында контрактсыларға ярҙам итеү саралары тураһында белергә була.