Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
11 Июль , 08:30

МХО-лағы ир-егеттәр ярҙам өсөн рәхмәт әйтә

Үткән аҙнала махсус хәрби операция зонаһына үҙебеҙҙең яҡташтар өсөн сираттағы гуманитар йөк алып барып еткерелгән. Ылауҙы оҙатып барыу төркөмө Бөрйән районы ветерандар советы рәйесе Олег Ғәлиев етәкселегендә Луганск, Донецк халыҡ республикаларында, Белгород өлкәһендә үҙебеҙҙең егеттәр менән осрашҡан.

МХО-лағы ир-егеттәр ярҙам өсөн рәхмәт әйтә
МХО-лағы ир-егеттәр ярҙам өсөн рәхмәт әйтә

Автомобилдәр, запчастәр, инструменттар, бензогенератор, маскировка селтәрҙәре, кейем-һалым, аҙыҡ-түлек – егеттәрҙең һорауы буйынса йыйылған бөтә нәмәне  һәм Луганск госпиталендә үҙебеҙҙең яҡташыбыҙ менән осрашып, уға инвалид коляскаһы тапшырғандар.

Олег Марс улы бөрйәндәргә ошондай хәстәрлек өсөн егеттәрҙең рәхмәт сәләмен еткерә.

 -Үҙ сиратыбыҙҙа, район халҡына, Өфө, Белорет ҡалаларынан яҡташтарыбыҙға, ғөмүмән, битараф ҡалмағандарҙың барыһына ла дөйөм эшкә ҙур өлөш индергәндәре өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ, - ти ойоштороусылар.

Администрация Бурзянского района   төркөмө мәғлүмәттәре һәм фотолары файҙаланылды.

МХО-лағы ир-егеттәр ярҙам өсөн рәхмәт әйтә
МХО-лағы ир-егеттәр ярҙам өсөн рәхмәт әйтә
МХО-лағы ир-егеттәр ярҙам өсөн рәхмәт әйтә
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: