Башҡортостанда ағымдағы йылдың 6 айында (ғинуар-июнь) мәғлүмәт-телекоммуникация технологиялары ҡулланып ҡылынған 10 801 енәйәт теркәлгән. Республикала йәшәүселәр бурҙарға 2 миллиард һум тирәһе аҡсаһын биргән. Үҙенең телеграм-каналында Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин ошо турала мәғлүмәт урынлаштырған.
-Был һандар тураһында уйлап ҡына ҡарағыҙ. Йыш ҡына кешеләр енәйәтселәрҙең әйткәнен үтәп, кредиттар ала, бурысҡа бата. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, киберенәйәтселәрҙең ғәмәлдәренән берәү ҙә страховкаланмаған. Хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан ҡабул ителгән хәүефһеҙлек сараларына ҡарамаҫтан, бурҙарҙың ҡармағына эләгеүсе кешеләр һаны кәмемәй, - тине М. Забелин.
Ул республика халҡын иғтибарлы булырға, мәғлүмәттәрҙе һәр ваҡыт рәсми сығанаҡтар аша тикшерергә, яҡындарын шикле шылтыратыуҙар тураһында иҫкәртеп торорға саҡырҙы.
Хөрмәтле райондаштар! Уяу булайыҡ! Беҙ бурҙарға ебәргән аҡсалар үҙебеҙгә ҡаршы ҡоралға әйләнә икәнен онотмайыҡ.
"Башинформ" мәғлүмәттәре һәм фотоһы файҙаланылды.