Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
9 Июль , 15:50

ДНР-ҙа Бөрйән егеттәре “Бөрйәндең егеттәре”н ҡурайҙа һыҙҙыртҡан!

Бөрйәндән МХО зонаһына гуманитар ярҙам даими ебәрелә. Махсус хәрби операция башланғандан алып барлығы 10 тапҡыр ылау оҙатылған. Өс тапҡыр гуманитар ярҙамды район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов етәкләне.

ДНР-ҙа Бөрйән егеттәре “Бөрйәндең егеттәре”н ҡурайҙа һыҙҙыртҡан!
ДНР-ҙа Бөрйән егеттәре “Бөрйәндең егеттәре”н ҡурайҙа һыҙҙыртҡан!

Яҙ айында (икенсе тапҡыр) ул район ветерандар советы рәйесе Олег Ғәлиев, водителдәр Рәмил Минһажев, Илнур Хәмиҙуллиндар менән Донбассҡа барып төрлө позицияларҙа булып, яҡташтарыбыҙға халыҡ аманатын үҙ ҡулдары менән тапшырып ҡайтҡайны.

Ғәзиз Манапов:

-Гуманитар ярҙам уңышлы алып барып еткерелде. Тәүҙә Луганск өлкәһендә булып, Даян Мурзин исемендәге батальонда хеҙмәт итеүсе егеттәребеҙгә Газ-66, күсмә мунсаны, туғандарынан һәм яҡындарынан шәхси посылкалар, маскировка селтәрҙәрен һәм башҡа әйберҙәрҙе тапшырҙыҡ.

Даян Мурзин исемендәге батальондың бер ротаһында командир булып “Алдар” позывнойлы яҡташыбыҙ хеҙмәт итә ине. Уның ҡулы аҫтында хеҙмәт иткән егеттәр яҡташыбыҙ тураһында бик йылы һүҙҙәр әйтеп, һәләтле, оҫта командир менән ҡәнәғәтбеҙ, тип ҡалғайнылар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 12 июндә батыр яҡташыбыҙҙы һуңғы юлға оҙаттыҡ.

Шулай уҡ Луганск өлкәһендә ремонт бригадаһында хеҙмәт итеүсе егеттәргә бысҡы, инструменттар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар тапшырҙыҡ.

Артабан Донецк өлкәһендәге бер-нисә подразделениеларҙа яҡташтарыбыҙ менән осрашып, уларҙы яҡындары ебәргән шәхси посылкалар һәм сәләмдәре менән ҡыуандырҙыҡ. Шунда уҡ сәнғәт мәктәбе бүләк иткән ҡурайҙарҙа “Бөрйән егеттәре”н һыҙҙырып уйнап та алдыҡ.

Сәфәр барышы изге Ураҙа айына тура килеп, беҙҙе “Башҡорт” һәм “Бөрйән” позывнойлы егеттәребеҙ ҡаршы алып, ифтар ҡылдырҙы.

Район халҡының берҙәм йыйып ебәргән ярҙамы яугирҙәребеҙгә көс өҫтәр, ауырлыҡтарҙы лайыҡлы еңеп сығырға булышлыҡ итер, тип ышанам. Ошо изге эшкә өлөшөн индергән барлыҡ район халҡына, хеҙмәт коллективтарына, эшҡыуарҙарға һәм ярҙам ҡулын һуҙғандарҙың барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Гуманитар ярҙам яугирҙарҙың теләктәре, йомоштары буйынса йыйыла. Район халҡының көсө менән бер йомошто ла яуапһыҙ, иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа тырышабыҙ. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан ир-егеттәребеҙ менән осрашыуҙар үткәрәбеҙ. Гуманитар ярҙамды ҡабул итеп алған егеттәр МХО зонаһынан сәләмдәр ебәрә, ярҙам өсөн рәхмәттәрен белдерә.

Айырым рәхмәтемде юлдаштарыма, ылауҙы алып барып тапшырыусы водителдәр – Илнур Фәйзулла улына һәм Рәмил Илһам улына, район ветерандар советы рәйесе Олег Марс улына белдерәм.

Яҡташтарыбыҙҙың тиҙерәк иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ! – тине.

 

ДНР-ҙа Бөрйән егеттәре “Бөрйәндең егеттәре”н ҡурайҙа һыҙҙыртҡан!
ДНР-ҙа Бөрйән егеттәре “Бөрйәндең егеттәре”н ҡурайҙа һыҙҙыртҡан!
ДНР-ҙа Бөрйән егеттәре “Бөрйәндең егеттәре”н ҡурайҙа һыҙҙыртҡан!
ДНР-ҙа Бөрйән егеттәре “Бөрйәндең егеттәре”н ҡурайҙа һыҙҙыртҡан!
ДНР-ҙа Бөрйән егеттәре “Бөрйәндең егеттәре”н ҡурайҙа һыҙҙыртҡан!
ДНР-ҙа Бөрйән егеттәре “Бөрйәндең егеттәре”н ҡурайҙа һыҙҙыртҡан!
ДНР-ҙа Бөрйән егеттәре “Бөрйәндең егеттәре”н ҡурайҙа һыҙҙыртҡан!
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: