Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
7 Июль , 12:00

Батырҙар “Бөркөт” кеүек була

“Бөркөт” позывнойлы 22 йәшлек яҡташыбыҙ махсус хәрби операция башланғандан алып яу ҡырында. Владивостокта хәрби бурысын үтәгәндән һуң, яҙмышын артабан да хәрби хеҙмәт менән бәйләргә ҡарар итә. Контракт төҙөп, махсус хәрби операция зонаһына юллана.

Батырҙар “Бөркөт”  кеүек була
Батырҙар “Бөркөт” кеүек була

 Тәүге йылда пулеметсы булып алғы һыҙыҡта йөрөй. Әлеге ваҡытта ул хәрби полицияла хеҙмәт итә. Украиналағы азат ителгән биләмәләрҙә хоҡуҡ тәртибен һәм йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү бурысын атҡара.
-Ҡалала төрлө хәлдәр булып китә. Урындағы халыҡ беҙгә үҙҙәренең һорауҙары, үтенестәре менән ярҙам һорап, ышанып мөрәжәғәт итә. Ҡалаларҙа комендант сәғәте индерелгән. Уны бөтәһе лә үтәргә тейеш. Тәртипте һаҡлау, закон боҙоусыларҙы, пленға эләккән ВСУ һалдаттарын ҡулға алыу, яу барышында вафат булған егеттәрҙе икенсе ҡалаға оҙатып барыу һәм башҡа төрлө заданиеларҙы ла үтәйбеҙ, - тине “Бөркөт”.
Йәш кенә булһа ла, МХО-ға барғанына һис үкенмәй Бөрйән егете. Илде беҙ һаҡламаһаҡ, кем һаҡлар, ти ул.
Хәрби операцияла яҡташыбыҙға яраланырға тура килә. Яуҙаш иптәше менән бергә шартлауға эләгеп, икеһенең дә аяғына ярсыҡ тейә. Бирешмәгән беҙҙең батырҙар - ҡаршы яҡ һөжүмдән бер-береһен һаҡлап, уларға ҡаршы атышып, бер-береһен күтәрешеп, шыуышып яу яланынан икеһе лә үҙебеҙҙекеләр яғына сығып етәләр. Бер ай госпиталдә ятып, шәбәйгәс, кире МХО-ға китә.
Яңыраҡ “Бөркөт” ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып китте. Уға яҡындарын ҡыуандырып, имен-һау йөрөп ҡайтыуын теләйек!
Г. ХАФИЗОВА.

Автор:Г. Хафизова.
Читайте нас: