Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
4 Июль , 17:15

МХО зонаһына ҙур гуманитар ярҙам

1 июлдә Бөрйәндән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға сираттағы гуманитар ярҙам оҙатылды. Район халҡы был юлы ла ҙур әүҙемлек күрһәтте. Автомобилдәргә маскировка селтәрҙәре, “УАЗ” двигателе, ике рулон полиэтилен, 350 буш тоҡ, “Урал” машинаһына ике тәгәрмәс, машина запчастәре, асҡыстар, газ баллондары, “ЛУАЗ”, “Нива”, “УАЗ” автомобилдәре, ике бензогенератор, ике бензобысҡы, шәхси гигиена, көнкүреш кәрәк-яраҡтары, аҙыҡ-түлек тупланмалары, афғансыларҙан 15 литр бал һәм башҡа әйберҙәр тейәлде. Автомобилдәрҙе алып барыу өсөн республика Хөкүмәтенән фургон ебәрелгән. Башҡа әйберҙәр “Газель” автомобиленә тейәлде.

МХО зонаһына ҙур гуманитар ярҙам
МХО зонаһына ҙур гуманитар ярҙам

Контракт буйынса хеҙмәт итеүсе яҡташтарыбыҙ “УАЗ-фермер”, “Нива” автомобилдәрен һатып алыуға үҙҙәре аҡса күсергәндәр. Машиналар ремонтланған, кәрәкле запчастәр алынған. “Эш бара. Башҡа район егеттәре беҙҙең егеттәргә көнләшеп ҡуялар хатта. Мобилизацияланғандарға 6-сы машина ебәрәбеҙ. МХО зонаһына бөтәһе 13 машина ебәрелде. Был Бөрйән өсөн әҙ түгелдер. Рәжәп Ҡунафин менән Владимир Быков “УАЗ”ға двигателде йыйып бирҙеләр. Аккумуляторҙы Владимир Туленков бирҙе. Домкрат Денис Теләүбаевтан”, - тине Олег Марс улы.

“ЛУАЗ” машинаһын рәткә килтереү, һаҡлағыс сетка ҡуйыу эштәрен Данир Муллағәлиев, Илдар Шәрипов һәм Илназ Бикмөхәмәтовтар башҡарған. Иретеп йәбештереүсе Данир әйтеүенсә, улар һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер. “Ҡәбер кәртәләре кәрәк булғанда, бер нимәгә ҡарамай, иң беренсе сиратта эшләнек. Күпме дуҫтарымды юғалттым, тиҙерәк бөтһөн ине был афәт”, - тигән теләктәр менән оҙатты ул гуманитар ярҙамды.

Надежда Йәнбәкова коляска ебәрҙе. Яраланғандарҙы ултыртып йөрөтөү өсөн тәғәйенләнгән коляска Белгородтағы госпиталгә ҡалдырыласаҡ.

Шулай уҡ Иҫке Собханғолдан Заһир һәм Зәлиә Сәитбаталовтар ғаиләһе менән 15 мең һумлыҡ ярҙам күрһәткән – бензобысҡы алып ебәргән. Икенсе бензобысҡыны Әбделмәмбәт ауылында йәшәүсе райондашыбыҙ тапшырған.

Салауат Юлаев исемендәге 2-се батальон егеттәре гранатометҡа пружиналар эшләп биреүсе Урал пружиналар заводының  генераль директоры Денис Лоҡмановҡа, “АС Мастер” мебель салоны хужаһы Аветис Левоновичҡа рәхмәт белдерә. “Бик кәрәкле запчасты ике көн эсендә ҡойоп, эшләп бирҙеләр. Бөгөнгө көндә бер взводҡа етерлек запчасть булды. Рәхмәт уларға”, тип сәләмдәрен ебәрҙеләр.

Гуманитар ярҙамды оҙатып барыу өсөн район ветерандар советы рәйесе Олег Ғәлиев, Иҫке Собханғол ауыл хакимиәте башлығы Раян Шахниязов, водителдәр Рәмил Минһажев, Рафиҡ Байназаров, шәхси эшҡыуар Марат Бәкировтар юлға сыҡты. Улар, барып еткәнсе, 10 урында туҡталыш яһап, әйберҙәрҙе тапшырасаҡ.

Гуманитар ярҙамды йыйыуға үҙ өлөшөн индергән район халҡына, хеҙмәт коллективтарына, эшҡыуарҙарға рәхмәт. Ылау теүәл генә барып етһен, ир-егеттәребеҙ имен генә әйләнеп ҡайтһын. Донъяла тыныслыҡ урынлашһын.

 

МХО зонаһына ҙур гуманитар ярҙам
МХО зонаһына ҙур гуманитар ярҙам
МХО зонаһына ҙур гуманитар ярҙам
МХО зонаһына ҙур гуманитар ярҙам
МХО зонаһына ҙур гуманитар ярҙам
МХО зонаһына ҙур гуманитар ярҙам
МХО зонаһына ҙур гуманитар ярҙам
МХО зонаһына ҙур гуманитар ярҙам
МХО зонаһына ҙур гуманитар ярҙам
МХО зонаһына ҙур гуманитар ярҙам
МХО зонаһына ҙур гуманитар ярҙам
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: