Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
4 Июль , 08:50

Дәүләт Думаһы депутаты - Бөрйән батыры хаҡында

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо көндәрҙә махсус хәрби операцияла һәләк булған райондашыбыҙ – Ҡотан батыры Ғәлин Марат Миңлегәрәй улы хаҡында яҙған.

Дәүләт Думаһы депутаты - Бөрйән батыры хаҡында
Дәүләт Думаһы депутаты - Бөрйән батыры хаҡында

-Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, МХО зонаһында хәрби бурысын үтәгәндә беҙҙең яҡташыбыҙ Ғәлин Марат Миңлегәрәй улы һәләк булды. Уны тыуған ерендә – Бөрйән районының Ҡотан ауылында ерләнеләр.

МХО зонаһында минең бер туған ҡустым Әнүәр менән Марат бергә булдылар. Мараттың һәләк булыуы хаҡында шунда уҡ ишеттем. Был хаҡта миңә, бәйләнешкә сығып, ҡустым хәбәр итте. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, төркөмдәре менән хәрби заданиела булғандар. Улар әйләнеп ҡайтҡас, составында Марат булған төркөм заданиеға киткән.

Ул, һәр ваҡыттағыса, иң алдан барған һәм, үҙенең артынан килгән яугирҙарға ҡалҡан булып, Украина националистарының һөжүмен беренсе булып ҡабул иткән. Ҡустым әйтеүенсә, хәрби заданиеларҙан бушаған ваҡыттарында улар аралашып йөрөгәндәр. Марат бик ихлас, ярҙамсыл, ышаныслы һәм ҡыйыу яугир булған. Ҡустымды үҙенең тыуған ауылы Ҡотанға ҡунаҡҡа саҡырған. Әнүәр ҡустым МХО-нан әйләнеп ҡайтҡас, беҙ мотлаҡ рәүештә Ҡотанға Мараттың ата-әсәһенә барып ҡайтасаҡбыҙ.

Марат Ватаныбыҙҙың хәүефһеҙлеге һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн ғүмерен бирҙе. Үҙенең ата-бабаларының – донъяла фашизмды еңеүселәрҙең традицияларын лайыҡлы дауам итте.

Уның атаһы – Миңлегәрәй Закир улы, әсәһе – Миңниса Йомағол ҡыҙы, уның Ырғыҙлы ауылындағы уҡытыусылары алдында үҙ еренең көслө һәм ҡаһарман патриотын – беҙҙең Тыуған илебеҙҙең һаҡсыһын тәрбиәләгәндәре өсөн баш эйәм.

Мараттың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам.
Йәне йәннәттә, ауыр тупрағы еңел булһын... – тип яҙа Зариф Закир улы.

 

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: