Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
7 Июнь , 08:00

“Моряк” ил именлеген һаҡлай

2001-2004 йылдарҙа Тымыҡ океан флотында хеҙмәт иткән Байғаҙы егете киләсәктә тағы ла хәрби кейем кейерен күҙ алдына ла килтермәгәндер.

“Моряк” ил именлеген һаҡлай
“Моряк” ил именлеген һаҡлай

 Әммә илдә барған ҡатмарлы ваҡиғалар сәбәпле иғлан ителгән мобилизацияға эләгеп, 2022 йылда махсус хәрби операция зонаһына юлланырға тура килә. Флотта хеҙмәт иткән егет үҙенә позывнойҙы “Моряк” тип һайлай. Мобилизацияға эләккәненә һис үкенмәй, ил һаҡлау бурысын үтәүе менән ғорурлана.
Тыуған еренә ялға ҡайтҡан сағында яугирҙан хәлдәре, хеҙмәт барышы, йәшәйештәре тураһында һорашҡайныҡ.
-Айырым гаубица артиллерия дивизионында хеҙмәт итәм. Былтыр йәй Һамар ҡалаһының “Ҡара гусарҙар” тигән 15-се бригадаһына ҡушылдыҡ. Ул көслө бригада тип һанала. Яу урындарына роталар менән алмашлап сығабыҙ. Бер аҙна яуҙа, бер аҙна лагерҙа булабыҙ. Командир нимә ҡуша, шуны үтәйбеҙ. Тәртип көслө. Әлеге ваҡытта миңә дрондарға ҡаршы һөжүм итеү маҡсаты ҡуйылған.
Лагерҙа йәшәү урындарыбыҙ блиндаждарҙа. Бер урындан икенсе урынға күсеп-күсеп йөрөйбөҙ. Ҡайҙа барһаҡ та йәшәү өсөн уңайлыҡтар булдырып, мунса эшләп алабыҙ. Генераторҙар, автономлы мейестәр бирелде. Арабыҙҙа медик бар. Гуманитар ярҙам ауылдан килеп тора, рәхмәт яҡташтарыбыҙға. Беҙҙең менән Башҡортостандан 11 егет хеҙмәт итә, башҡалары Татарстандыҡылар. Бөрйәндән дүртәүбеҙ. Башҡа яҡ егеттәре менән дуҫлашып бөттөк. Урыҫтар ҙа хәҙер беҙҙең менән “бисмилла”ны әйтергә өйрәнеп алды. Бер-беребеҙгә ярҙам итешеп, бер-беребеҙҙе һаҡларға тырышабыҙ, - тине “Моряк”.
Ағас эшенә ҡулы оҫта райондашыбыҙҙың ҡайҙа ғына йөрөһә лә юғалып ҡалмаҫына шик юҡ. МХО-ға тиклем ауылда бура бурау кеүек ағас эштәрендә йөрөгән, мәктәптә ут яғыусы булып эшләгән. «Моряк» өс бала атаһы. Бәләкәй улы үҙе яуға киткәс тыуған.
Яҡындарын, туғандарын, ауылдаштарын ҡыуандырып, имен-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын уға.

Автор:Г. Хафизова.
Читайте нас: