Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
28 Май , 08:00

Райондың иң оло пограничнигы

Фитрат Ырыҫбаев Алыҫ Көнсығыш яҡтарында хеҙмәт итә. 63-сө һанлы Биробиджан погранотрядына эләгә. Хәрби комисариатта уға диңгеҙсе моряк буласағын аңғартһалар ҙа, яҙмышы уны ҡоро ерҙә хеҙмәт итеүсе ил сиге һаҡсыһы итә.

Райондың иң оло пограничнигы
Райондың иң оло пограничнигы

Ырыҫбаев Фитрат Ғиниәт улы 1950 йылдың 28 октябрендә Ҡотан ауылында тыуа. Тыуған ауылында башланғыс белем алғас, артабан Ырғыҙлы мәктәбендә уҡып, 8-се класты тамамлай. Шул уҡ йылды Фитрат ағай Стәрлетамаҡ һөнәри-техник училищеһына уҡырға инә. Бында ул төҙөүсө һөнәрен үҙләштереп, уҡып бөтөү менән сода-цемент етештереү комбинатында эш башлай. Инде башлаған эшендә нығынып китеүгә ҡарай әрме сафына алыныу ваҡыты етә. 1959 йылдың 26 майында Стәрлетамаҡ ҡала хәрби комиссариатынан армияға алынып, Алыҫ Көнсығыш яҡтарына юл тота һәм 63-сө һанлы Биробиджан погранотрядына эләгә. Хәрби комисариатта уға диңгеҙсе моряк буласағын аңғартһалар ҙа, яҙмышы уны ҡоро ерҙә хеҙмәт итеүсе ил сиге һаҡсыһы итә. 1969 йылға тиклем пограничниктар өс йыл хеҙмәт иткән булһа, Фитрат ағай барыуға Оборона министры А. Гречко тарафынан пограничниктар хеҙмәте ике йыллыҡҡа әйләндерелә.
Хеҙмәте, ҡәҙимгесә, бер нисә айлыҡ учебканан башлана. Артабанғы ике йыл хеҙмәте уның ошо уҡ частә мотоманеврлы төркөмдә үтә. Ҡытай сиге буйында хәлдәр киҫкенләшкән осорға тура килгәнлектән, күрше танк частәре менән берлектә учениелар йыш үткәрелә торғайны, тип хәтерләй Ф. Ырыҫбаев. “Учениеларҙың береһе хәтергә ныҡ уйылып ҡалды. Беҙ, мотоманеврлы төркөм, БМП-ларҙа, күрше частыҡылар танктарҙа Амур йылғаһы буйында урынлашҡан Ленское тигән ауыл эргәһендә, сираттағы учение үтеүгә тип яр башындараҡ палаткалар ҡороп, төн үткәрҙек. Иртәнсәк тороп ҡараһаҡ, ни күрәбеҙ - зыярат эсенә урынлашҡан булып сыҡтыҡ...
Ил сиге буйын нығытыуҙа, яңы ҡоролмалар урынлаштырыуҙа беҙҙең төркөм ихлас ҡатнашты. Заставалар менән тығыҙ бәйләнештә булдыҡ, уларға ярҙам иттек», тип хәтерләй ветеран бөгөн ярты быуаттан ашыу элекке хеҙмәт осорон.
1971 йылдың йәмле июнь айында йәшел фуражка кейеп, яурындарына йәшел погондар тағып тыуған яғына ҡайтып төшә.
Совет осоронда армиянан ҡайтҡан егеттәр өйҙә буш ята алманылар. Бер ай ял итеп өлгөрәңме-юҡмы, колхоз-совхоз үҙенә эшкә саҡырып сығара торғайны. Фитрат ағай ҙа шул йылды уҡ Бөрйән районының эске эштәр бүлегенә эшкә инә һәм, Өфөлә махсус курста уҡып, кесе сержант дәрәжәһендә участковый булып хеҙмәт юлын башлай. Был өлкәгә Фитрат ағай 14 йыл ғүмерен бағышлай. Намыҫлы хеҙмәте Эске эштәр министрлығы тарафынан “Отличник милиции” знагы, “За безупречную службу” миҙалы менән, шулай уҡ төрлө маҡтау ҡағыҙҙары, грамоталар менән баһалана.
Унан һуң, 2010 йылға тиклем, хаҡлы ялға сыҡҡансы, район ҡулланыусылар йәмғиәтендә, хәрби комиссариатта эшләй.
1973 йылда Аҡбулат ауылы ҡыҙы Аллағолова Флүрә Зәйнулла ҡыҙы менән сәстәрен сәскә бәйләп, ғаилә ҡороп ебәрәләр. Бер-бер артлы ҡыҙҙары Гөлнара менән улдары Ильяс донъяға килә. Үҫеп еткәс, ата юлын һайлап, юғары белем алып, улар ҙа район эске эштәр бүлегендә намыҫлы хеҙмәт итеп, майор дәрәжәһендә хаҡлы ялға сыҡҡандар.
Ике ейәнгә, бер ейәнсәргә олатай-өләсәй булып, балаларына төплө кәңәштәр биреп, уларға ярҙам итешеп, малдарын, ҡош-ҡорттарын ҡарап, гөрләтеп донъя көтә улар. Заманға зарланмай, үҙ көстәренә ышанып йәшәргә өйрәнгән парҙар былтыр бергә ғүмер итеүҙәренең 50 йыллыҡ юбилейын - алтын туйҙарын билдәләнеләр.
Быйыл Еңеүҙең 79 йыллығына ҡарата ойошторолған парадта Фитрат ағай райондың ветеран пограничниктарының еңел машинаһында почетлы пограничник булып үтте.
Райондың иң өлкән пограничнигы Фитрат ағай 28 майҙа үткәреләсәк ил сиге һаҡсылары көнөнә лә саҡырыу алды.
Етеп килгән байрамыбыҙ менән, ил һаҡсылары!

Райондың иң оло пограничнигы
Райондың иң оло пограничнигы
Автор:Б. Тимерғәлиев
Читайте нас: