Ватан һағында
4 Май 2024, 09:10

Ҡурҡыу белмәҫ “Ҡыпсаҡ” батыр

Илебеҙ өсөн ҡатмарлы ваҡытта патриот ир-егеттәребеҙ үҙ ирке менән ил именлеге һағына баҫа. “Ҡыпсаҡ” позывнойлы яҡташыбыҙ ҙа былтыр 1 июлдә МХО-ға юллана. Даян Мурзин исемендәге батальонға алынған егет алғы һыҙыҡта хеҙмәт итә. Күптән түгел яу яланынан яраланып, бер нисә тапҡыр ҡатмарлы операциялар үткәреп ҡайтҡан “Ҡыпсаҡ”тың ҡатыны менән әңгәмәләшергә форсат сыҡты.

Ҡурҡыу белмәҫ “Ҡыпсаҡ” батырҠурҡыу белмәҫ “Ҡыпсаҡ” батыр
Ҡурҡыу белмәҫ “Ҡыпсаҡ” батыр

- Тәүҙә Луганскиҙа операция яһағандар, аҙаҡ - Ростовта, шунан һуң Мәскәүгә күсергәндәр. Госпиталдәрҙең исемлеген  алып, иптәшемдең ҡайҙа икәнлеген табып, бер нәмә уйламай, Мәскәүгә остом. Мин барғанда өсөнсө операциянан һуң иптәшемде реанимациянан сығарғандар ине.

Яралары һыҙлай, әле һаман дауаланабыҙ, төндәрен һаташып сыға. Унда яралы һалдаттар күп ине. Коридорға сығып торһаң, табиптар йүгереп тик йөрөйҙәр. Яралыларҙың әле береһе, әле икенсеһе саҡырта. Башҡортостандан булған 3-4 егетте эҙләп табып, уларҙы ла тәрбиәләштем. Ҡарарлыҡ кешеләре юҡ, шәфҡәт туташтары өлгөрмәй. 

Иптәшемдең аяғына пуля эләгеп, организм буйлап таралған. Эске органдарына бик күп зыян килгән. Эсе тулы ҡан булып ятҡанда бер дуҫы ҡотҡарған. Йылайыр егете “Ежик” йөкмәп алып сыҡҡан. “Дрон осоп килһә, мине этеп ҡолата ла ҡыбырламай йәшенеп ятып торабыҙ”, ти. Шулай яуҙашын биш саҡырым һөрәп барған. Юлда Белореттыҡылар осрап, тағы өс саҡырым йүгергәндәр, - ти ҡатыны.

Яраланып ҡайтҡан “Ҡыпсаҡ” кире барасаҡ, инструктор сифатында хеҙмәт итерһең, тигәндәр.

21 көн ҡамауҙа булып, күп мәхшәр күреп ҡайтҡан “Ҡыпсаҡ” белдереүенсә, бөтәһе ете тапҡыр штурмға ингән. Урманда, һыуһыҙ, тушенкалар ашап көн иткәндәр. Ул хеҙмәт иткән ергә гуманитар ярҙам барып етмәгән. Ундағы берҙәм, бер-береһен һаҡларға, яҡларға тырышып хеҙмәт иткән егеттәр “Ҡыпсаҡ”тың ҡурҡыу белмәҫ, батыр, көслө булыуына һоҡланыуҙарын белдергәндәр. Һаулығына бәйле үҙе хеҙмәт итә алмаһа ла, ил һаҡларға барам, тип МХО-ға юлланған яҡташыбыҙға тиҙерәк йүнәлергә, имен-һау йөрөргә яҙһын!

Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас