Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
26 Апрель , 09:20

Бындай һәләкәттәр башҡа ҡабатланмаһын

1986 йылдың 26 апрелендә Украинала Чернобыль атом электр станцияһында ҡот осҡос шартлау булып, тирә-йүнгә үлемесле радиация тарала.  Радиация менән көрәшергә 600 меңдән ашыу кеше йәлеп ителә. Башҡортостандан 12 мең, шул иҫәптән Бөрйән районынан да ир-егеттәр хәрби комиссариатҡа саҡырылып, Чернобыль зонаһына ебәрелә. Байназар ауылында йәшәүсе Хәләф Хафизов та ошо һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнаша.

Бындай һәләкәттәр башҡа ҡабатланмаһын
Бындай һәләкәттәр башҡа ҡабатланмаһын

26 апрель - Чернобыль һәләкәтен иҫкә алыу көнө

Кеше һаулығына, бөтә тереклеккә ҙур зыян килтереүгә һәләтле радиоактив матдәләрҙең күләме йөҙҙәрсә тапҡыр артыҡ булыуы асыҡлана. Был аяныслы ваҡиғанан һуң ҡаланың һөлдәһе генә ҡала. Унда тормош усағы һүнә: иген сәсергә, йылғала балыҡ тоторға һәм һыу инергә ярамай, йорттар һәм фатирҙар эсендә күҙгә күренмәгән үлем һағалай. Ҡала халҡы эвакуация менән хәүефһеҙ урынға сығарыла.

- Бөрйәндән егеттәр бер-нисә төркөм менән оҙатылды. 1987 йылдың ноябрендә беҙ, 6 ир-егет – Салауат Дәүләтшин, Мөнир Сәитбаталов, Ғәле Тулыбаев (мәрхүмдәр), Ғәле Әхмәтов, Рәмил Сураҡов һәм мин юлға сыҡтыҡ. Өфөлә медкомиссия үткәс, Ырымбур өлкәһенең Тоцк ҡалаһына учебкаға ебәрҙеләр. Унда 18 көн радиация һәм химик һаҡланыу буйынса әҙерлек үткәрҙеләр, радиация зонаһында эшләргә өйрәттеләр. 1973-75 йылдарҙа Төнъяҡ Кавказда хеҙмәт иткәндән һуң, тағы бер тапҡыр хәрби кейем кейермен тип уйламағайным.

10 декабрҙә Чернобылгә юл тоттоҡ. 12-һе барып етеп, ҡаланан 30 километр алыҫлыҡта 25-се бригадаға урынлаштыҡ. Роталарға, взводтарға бүлделәр һәм төрлөбөҙ төрлө урынға таралыштыҡ. Беҙ Ғәле мәрхүм Тулыбаев менән бер урындараҡ булдыҡ. Ҡайтҡанда ла икәүләп бергә ҡайттыҡ. Станцияның иң ағыулы урынында йөрөргә тура килде. Тәртип армиялағы кеүек ҡаты булды, дежурство менән алмашлап эшләнек.

Радиация үлемесле көслө ине. Башта йәш һалдаттарҙы ебәреп, һәләк булыусылар байтаҡ  булған. Аҙаҡ 33 йәштән 45 йәшкә тиклемге ир-аттарҙы йыйҙылар.

Радиацияланған зонаға махсус кейемдә һәм маскала инеп, шахтерҙар кеүек, берәүҙәребеҙ емерҙе, икенселәр ташыны. Түш кеҫәһенә организмда тупланған радиация дозаһын үлсәй торған ручкаға оҡшаған прибор (дозиметр) тағып йөрөнөк. Уны көн дә кискеһен йыйып алалар ҙа теркәп баралар. Биш минут эшләйбеҙ ҙә ярты сәғәт ял итеп алабыҙ. Масканы бер-нисә минут һайын алмаштырып торорға кәрәк. Көнөнә шулай дүрт сәғәт эшләнек. Сыҡҡас, кейемдәрҙе алмаштырып, йыуынып ҡайтаһың. Сыҡканда ла кейемдәрҙәге радиация дозаһын үлсәйҙәр. Ағыу эсендә йыш йөрөмәҫ өсөн алмашлап башҡа урындарға йәки ашханаға ла дежурствоға ҡуйҙылар. Алты айға тип ебәргәйнеләр, дозиметрҙа радиация дозаһы тулғас, 4 айҙан ҡайтарҙылар. Киев, Өфө аша ҡайтып еттек, - тип һөйләне Хәләф ағай.

Чернобылгә саҡырғандарында уның өйләнгән, колхозда эшләп йөрөгән сағы була. Ҡатыны Ғәлиә апай ҡәҙерлеһен оҙатҡанын әле һаман тулҡынланып хәтерләй. Күңелен күтәрер, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуына дәрт өҫтәр өсөн һыр бирмәй оҙатып ҡала. Хистәремә бирелеп, илап ҡалһам, уға ла ҡыйын булыр ине, ти ул.

-Унда йөрөү, әлбиттә, һаулығына зыян килтермәй ҡалманы. Ҡайтҡас, үҙемсә тәрбиәләнем. Күберәк йәшелсә-емеш, файҙалы аҙыҡтар ашатырға тырыштым. Шифаханаға бер тапҡыр ғына барҙы, беҙҙең тәбиғәт, ана - Ағиҙел, Бешәке буйҙары үҙе санаторий, ти ҙә ҡуя. Ысын әйткәндә, ваҡытын бушҡа үткәрергә яратмай. Һәр ваҡыт нимәлер эшләй, тик ултырмай, ҡайныма оҡшап, ҡулы оҫта. Бер грамм да эсмәне, - ти тормош иптәше хаҡында Ғәлиә Ғилметдин ҡыҙы.

Эйе, бирешә торғандарҙан түгел Хәләф ағай, һаулығына ла һис зарланмай, ең һыҙғанып тырышып эшләй. Бар ғүмерен ауыл хужалығына бағышлаған Хәләф Сәләхетдин улы алдынғы комбайнсы булған. 40 йыл “Ағиҙел” колхозында тир түгеп, 20 йыл комбайнда йөрөгән. Тырыш һәм намыҫлы хеҙмәте район хакимиәтенең бихисап маҡтау ҡағыҙҙары, БР Ауыл хужалығы министрлығының почет грамотаһы, II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән баһаланған. 2006 йылда районда “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” исеменә лайыҡ була. Чернобылдә радиация эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡаны өсөн 25, 30, 35 йыллыҡ юбилей миҙалдары менән бүләкләнгән.

Илебеҙ тыныс булһын, бындай һәләкәттәр башҡаса ҡабатланмаһын, тип теләй Хәләф ағай.

Г. Ҡыуандыҡова.

Бындай һәләкәттәр башҡа ҡабатланмаһын
Бындай һәләкәттәр башҡа ҡабатланмаһын
Автор:Г. Хафизова
Читайте нас: