Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
24 Апрель , 08:20

Быйыл 9 майҙа «Үлемһеҙ полк» акцияһы онлайн ойошторола

2024 йылда «Үлемһеҙ полк» акцияһы онлайн рәүештә уҙғарыла. Был турала хәрәкәт штабы рәйесе Елена Цунаеваға һылтанма менән РИА Новости хәбәр итә.

Быйыл 9 майҙа «Үлемһеҙ полк» акцияһы онлайн ойошторола
Быйыл 9 майҙа «Үлемһеҙ полк» акцияһы онлайн ойошторола

Йәмәғәт именлеге өсөн Рәсәй ҡалалары урамдары буйлап традицион йөрөш ойошторолмай, тип белдерҙе ул 2024 йылда «Үлемһеҙ полк» акцияһы форматтарына арналған матбуғат конференцияһында.

«Башинформ» яҙғанса, Башҡортостанда Еңеү көнөндә салют булмай.

Белешмә

«Үлемһеҙ полк» — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың һәм ҡорбандарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн Рәсәйҙә, ҡайһы бер яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә уҙғарылған дөйөм халыҡ акцияһы. Тәүге тапҡыр ул 2012 йылдың 9 майында Томскиҙа урындағы журналистарҙың башланғысы буйынса үткәрелде, ә 2013 йылда тотош ил кимәленә сыҡты.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-04-23/v-rossii-otmenili-shestviya-bessmertnogo-polka-9-maya-3739361

Автор:
Читайте нас: