Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
1 Апрель , 09:20

Бөгөн яҙғы саҡырыу башлана

Владимир Путин 18 йәштән 30 йәшкә тиклемге запаста булмаған Рәсәй граждандарын хәрби хеҙмәткә саҡырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйған.

Бөгөн яҙғы саҡырыу башлана
Бөгөн яҙғы саҡырыу башлана

Армияға саҡырыу бөгөн - 2024 йылдың 1 апрелендә башлана һәм ошо йылдың 15 июленә тиклем дауам итә. Йәмғеһе 150 мең егетте саҡырыу күҙаллана.

Указда шулай уҡ саҡырыу буйынса хеҙмәт итеү сроктары тулғандарҙы хәрби хеҙмәттән ҡайтарыу тураһында ла әйтелә.

(телеканал САЛЯМ | СӘЛӘМ телеканалы мәғлүмәттәре тәржемә менән бирелде).

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: