Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
27 Март , 08:20

“Гуманитар ярҙам уңышлы алып барып еткерелде”, ти район хакимиәте башлығы

Ғ. МАНАПОВ: -Гуманитар ярҙам уңышлы алып барып еткерелде. Тәүҙә Луганск өлкәһендә булып, Даян Мурзин исемендәге батальонда хеҙмәт итеүсе егеттәребеҙгә Газ-66, күсмә мунсаны, туғандарынан һәм яҡындарынан шәхси посылкалар, маскировка селтәрҙәрен һәм башҡа әйберҙәрҙе тапшырҙыҡ.

“Гуманитар ярҙам уңышлы алып барып еткерелде”, ти район хакимиәте башлығы
“Гуманитар ярҙам уңышлы алып барып еткерелде”, ти район хакимиәте башлығы

Әйтергә кәрәк, Даян Мурзин исемендәге батальондың бер ротаһында командир булып “Алдар” позывнойлы яҡташыбыҙ хеҙмәт итә. Уның ҡулы аҫтында хеҙмәт иткән егеттәр яҡташыбыҙ тураһында бик йылы һүҙҙәр әйттеләр, һәләтле, оҫта командир менән ҡәнәғәтбеҙ, тиҙәр.
Шулай уҡ Луганск өлкәһендә ремонт бригадаһында хеҙмәт итеүсе егеттәргә бысҡы, инструменттар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар тапшырҙыҡ.
Артабан Донецк өлкәһендәге бер-нисә подразделениеларҙа яҡташтарыбыҙ менән осрашып, уларҙы яҡындары ебәргән шәхси посылкалар һәм сәләмдәре менән ҡыуандырҙыҡ. Шунда уҡ сәнғәт мәктәбе бүләк иткән ҡурайҙарҙа “Бөрйән егеттәре”н һыҙҙырып уйнап та алдыҡ.
Сәфәр барышында беҙҙе ҡаршы алып, ярҙам итеп йөрөүсе, изге Ураҙа айында ауыҙ астырған “Башҡорт” һәм “Бөрйән” позывнойлы егеттәребеҙгә айырыуса рәхмәтлебеҙ.
Район халҡының берҙәм йыйып ебәргән ярҙамы яугирҙәребеҙгә көс өҫтәр, ауырлыҡтарҙы лайыҡлы еңеп сығырға булышлыҡ итер, тип ышанам. Ошо изге эшкә өлөшөн индергән барлыҡ район халҡына, хеҙмәт коллективтарына, эшҡыуарҙарға һәм ярҙам ҡулын һуҙғандарҙың барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм.
Айырым рәхмәтемде юлдаштарыма, ылауҙы алып барып тапшырыусы водителдәр – Илнур Фәйзулла улына һәм Рәмил Илһам улына, район ветерандар Советы рәйесе Олег Марс улына белдерәм.
Яҡташтарыбыҙҙың тиҙерәк иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!

(Ғ. Манаповтың сәхифәһенән алынды).

“Гуманитар ярҙам уңышлы алып барып еткерелде”, ти район хакимиәте башлығы
“Гуманитар ярҙам уңышлы алып барып еткерелде”, ти район хакимиәте башлығы
“Гуманитар ярҙам уңышлы алып барып еткерелде”, ти район хакимиәте башлығы
“Гуманитар ярҙам уңышлы алып барып еткерелде”, ти район хакимиәте башлығы
“Гуманитар ярҙам уңышлы алып барып еткерелде”, ти район хакимиәте башлығы
“Гуманитар ярҙам уңышлы алып барып еткерелде”, ти район хакимиәте башлығы
“Гуманитар ярҙам уңышлы алып барып еткерелде”, ти район хакимиәте башлығы
“Гуманитар ярҙам уңышлы алып барып еткерелде”, ти район хакимиәте башлығы
“Гуманитар ярҙам уңышлы алып барып еткерелде”, ти район хакимиәте башлығы
Автор:
Читайте нас: