Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
23 Март , 13:40

Бөрйән халҡы ҡаһарман улын һуңғы юлға оҙатты

Бөгөн, 23 мартта, Бөрйән халҡы үҙенең махсус хәрби операцияла һәләк булған батыр улын – гвардия майоры Азамат Гәрәй улы Дауытовты һуңғы юлға оҙатты.

Бөрйән халҡы ҡаһарман улын һуңғы юлға оҙатты
Бөрйән халҡы ҡаһарман улын һуңғы юлға оҙатты

Азамат Гәрәй улы менән хушлашыуға арналған матәм сараһы район мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда үтте. Район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ғ. Хәлитов, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Р. Кәримова, батырҙың хеҙмәттәше, яуҙаш дуҫы, Азамат Гәрәй улы эшләп киткән Хәйбулла районынан вәкилдәр сығыш яһап, Бөрйән егетенең тыныс тормошта кешелекле кеше, әсәһенә яҡшы, хәстәрлекле ул, ҡатыны Илсиәгә тоғро ир, балаларына һөйөклө атай, дуҫтарына ышаныслы иптәш булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алдылар.

Рәмзиә Кәримова Азаматтың улдарына атаһына бирелгән Шайморатов орденын тапшырҙы.

-Атай, һинең йәнең һәр ваҡыт минең менән ғорурланһын. Тыныс йоҡла, минең атайым, – тине Азаматтың 7 йәшлек улы.

Ауыр тупрағың еңел, ҡараңғы гүрҙәрең яҡты булһын, Бөрйән батыры...

 

Бөрйән халҡы ҡаһарман улын һуңғы юлға оҙатты
Бөрйән халҡы ҡаһарман улын һуңғы юлға оҙатты
Бөрйән халҡы ҡаһарман улын һуңғы юлға оҙатты
Бөрйән халҡы ҡаһарман улын һуңғы юлға оҙатты
Бөрйән халҡы ҡаһарман улын һуңғы юлға оҙатты
Бөрйән халҡы ҡаһарман улын һуңғы юлға оҙатты
Бөрйән халҡы ҡаһарман улын һуңғы юлға оҙатты
Бөрйән халҡы ҡаһарман улын һуңғы юлға оҙатты
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: