Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
4 Март , 08:30

Яугир әсәләре ҙурланды

Өфө ҡалаһының "Башҡортостан" дәүләт концерт залында Vlll Бөтә Рәсәй "Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе" конкурсына йомғаҡ яһалды. Был ҙур сарала Бөрйәндән дә өс әсә ҡатнашты.

Яугир әсәләре ҙурланды
Яугир әсәләре ҙурланды

Унда Бөрйән районынан “Ватан һаҡсылары” фонды филиалының социаль координаторы Көнәфина Гөлзиә Нәҙир ҡыҙы етәкселегендә  улдары махсус хәрби операцияла башын һалған өс әсә ҡатнашты: Кинйәкәева Разия Искәнйәр ҡыҙы (Яуымбай), Динисламова Резеда Талха ҡыҙы (Яңы Усман) һәм Сөләймәнова Әлфирә Абдулла ҡыҙы (Яңы Мөсәт).

 -Мин бик шатмын ошо мәртәбәле конкурста ҡатнашыуыма. Байрамдан дәртләнеп, илһам алып, рухланып ҡайттым. Фойела төрлө күргәҙмәләр менән таныштыҡ, мобиль матурлыҡ салонында ла булдыҡ.
Конкурсты ойоштороусы Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһаринаға һәм уның командаһына рәхмәтемде белдерәм! – тип тәьҫоратары менән бүлешә Резеда Талха ҡыҙы.

Конкурс муниципаль, төбәк һәм Бөтә Рәсәй этаптарында үтте. Бөтәһе 500-ҙән ашыу ғариза ҡабул ителде. Финалға Татарстан Республикаһынан, Пермь крайынан, Ханты-Манси автономиялы округынан, Мәскәүҙән һәм Удмуртиянан делегациялар килә.

Иң йәш ҡатнашыусыға — 18, ә иң тәжрибәлеһенә —  93 йәш. «Көмөш ирекмән» номинацияһы бик популяр.

- Был конкурста беҙ тәүҙә ҡатын-ҡыҙҙар йәмәғәт хәрәкәтенә тос өлөш индергән, республика халыҡтарының туған телен, мәҙәниәтен пропагандалаған ҡатын-ҡыҙҙарға өҫтөнлөк бирҙек. Бөтә Рәсәй статусын алғас, ҡатын-ҡыҙҙарҙы милләте, конфессияһы буйынса айырып ҡараманыҡ, барлыҡ милләт вәкилдәре лә ҡатнаша башланы. Улар үҙ төбәктәрендә Рәсәй халыҡтарының мәҙәниәтен, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм телдәрен һаҡлау йәһәтенән ҙур эш алып бара. Пандемия ваҡытында эшкә әүҙем ҡушылған ҡатын-ҡыҙҙарға — табиптарға, ирекмәндәргә өҫтөнлөк бирҙек. Махсус хәрби операция башланғандан алып алғы һыҙыҡтағы яугирҙәребеҙ өсөн гуманитар миссияға әүҙем ҡушылғандар менән эш алып барабыҙ. Былтыр беҙ илһөйәрҙәр тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы йыйҙыҡ. Быйыл да был тема төп урынды биләй, — ти Гөлнур Ҡолһарина.

 

Яугир әсәләре ҙурланды
Яугир әсәләре ҙурланды
Яугир әсәләре ҙурланды
Яугир әсәләре ҙурланды
Яугир әсәләре ҙурланды
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: