Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
4 Март , 08:50

Хөкүмәткә һыйырын, башмағын биреп, төрмәнән ҡотолоп ҡала...

...Ире һуғышҡа киткәндә, Ҡанифа инәй туптырлашып торған береһенән-береһе ваҡ ҡына биш бала менән тороп ҡала. Балаларымды ас-яланғас итмәйем тип, ҡайҙарҙа ғына ла, кем генә булып эшләргә тура килмәй инәйгә. Ирҙәр менән бер рәттән урман ҡараусыһы эшен башҡара, һыйырҙар көтә. Бәхетһеҙгә ел ҡаршы тигәндәй, көтөүсе булып эшләгән дәүерендә бер баш һыйыры юғала. Ул замандарҙа закондар аяуһыҙ ҡаты була, бәләкәй генә ғәйеп өсөн дә төрмәгә ултыртҡандар. Инәйебеҙ хөкүмәткә һыйырын, башмағын биреп, төрмәнән ҡотолоп ҡала. Балаларының аҡтан айырылып, аслыҡтан шешенеүен кисереү йөрәк әрнеткес ауыр була уға...

Хөкүмәткә һыйырын, башмағын биреп, төрмәнән ҡотолоп ҡала...
Хөкүмәткә һыйырын, башмағын биреп, төрмәнән ҡотолоп ҡала...

“Тәрбиәле әсәләр был донъяла оло бәхет үә сәғәҙәттер”.
Ризаитдин Фәхретдин.
Хоҙай тәғәлә тормош ҡото - ҡатын – ҡыҙға иң ҙур, иң яуаплы бурыстарҙың береһен-бала бағып, Кешелекте дауам иттереү бурысын йөкмәткән. Аллаһ ҡаршында күп бала тыуҙырған ҡатын бала тыуҙырмаған ҡатындан һөйөклөрәк, тип әйтелә хәҙистә.
Борон-борондан кешеләр, бала донъяға килһә, ҡыуанып, яҡындарын ҡотлап:
- Балағыҙ аталы – инәле булһын!
- Ата - әсәһенә ҡанат, иленә кәрәк, тәүфиҡлы, даланлы бала булып үҫһен, - тип теләктәр әйтер булғандар.
Бала өсөн әсә - иң изге кеше, күкрәк һөтөн имеҙеп үҫтереүсе лә, һаҡлаусы ла, яҡлаусы ла. “Баланың бармағы ауыртһа, әсәнең йөрәге ауыртыр,” – ти халыҡ мәҡәле. Гел шулай булып торһон ине лә, ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа әсәлек хисен юғалтҡан, тәмәкесе, эскелек, наркомания һаҙлығына батҡан, әҙәпһеҙ «кәкүк» әсәйҙәр барлыҡҡа килде. Улар, намыҫ, выждан ғазабы ла кисермәй, балаларын ҡайҙа етте, шунда һелтәп китәләр. Хатта туғыҙ ай буйы күкрәк аҫтында йөрөткән бер ғәйепһеҙ ғәзиз балаларын әхәсләп, язалап үлтереүгә тиклем барып еттеләр бит. Ҡайҙан килә икән был йыртҡыслыҡ ҡатын – ҡыҙға? Күпме “тере” етем балалар барлыҡҡа килде. Интернетты асып ҡараһаң, сабый балаларҙың, һыу һөлөгөндәй ҡыҙҙарҙың, егеттәрҙең эҙһеҙ юғалыуҙары тураһында белдереүҙәрҙе уҡып шаҡ ҡатаһың. Балаларға ҡаршы иғлан ителмәгән һуғыш барамы икән беҙҙең илдә тигән хафалы уҙар үтә баштан. Ә беҙҙе уратып алған тәбиғәттә хайуандар, ҡоштар, хатта бөжәктәр ҙә балаларын ни хәтлем наҙлап, һаҡлап ҡына торалар, һәр йән эйәһе үҙенән һуң һау – сәләмәт тоҡом ҡалдырырға тырыша. Ә кешелек донъяһы тәбиғәт закондарына ҡаршы барған кеүек. Бындай “кәкүк” әсәләр күбәйгән заманда халҡыбыҙҙың, илебеҙҙең киләсәге нисек булыр? «Әсә күңеле балала, бала күңеле далала» тигән халыҡ мәҡәле, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге заманда ҡайһы бер осраҡта «Бала күңеле әсәлә, әсә күңеле далала» булып яңғырай.
Яҡшы, тәрбиәле әсә - милләт байлығы ла, сөнки ул илебеҙҙең матур киләсәген үҫтерә. Халҡыбыҙҙың үткән ҡанлы ла, данлы ла тарихына ҡарап фәһем алһаҡ ине. Һуғыш ваҡытында, унан һуң да ниндәй ҡот осҡос аслыҡ, яланғаслыҡ булһа ла, әсәләр үҙ балаларынан баш тартмаған, матур тәрбиә биреп үҫтерергә тырышҡан. Улай ғына ла түгел, яҡындарының балалары етем ҡалһа, нисәнсе быуын зат икән тип тә иҫәпләшеп тормағандар, үҙҙәренә тәрбиәгә алғандар. Халҡыбыҙҙа йәш кешене ҡиәмәтле ҡыҙ, ул итеп алыу йолаһы ла йәшәп килә. “Кешеләр, тарихыбыҙҙы белегеҙ, үткәндәрҙе онотмағыҙ, бер генә артығыҙға боролоп ҡараһағыҙсы!”- тип оран һалырҙай булаһың. Фәһем өсөн үҙемдең тыуған ерем Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылының һуғыш ваҡытында тол ҡалған, үҙҙәре бөйөк тә, ябай ҙа, матур ҙа инәйҙәрем яҙмышы тураһында уҡыусыларға һөйләгем, хәтирәләрем менән уртаҡлашҡым килә. Инәйҙәрем бөтәбеҙҙең дә күңелдәребеҙҙә матур эҙҙәр ҡалдырып күптән инде мәңгелеккә күскәндәр. Минең хәтирәләремде уҡып, бәлки, кемдәрҙер алыҫ бала саҡтарына ҡайтып әйләнерҙәр, һөйөклө әсәләрен, өләсәләрен иҫтәренә төшөрөп, уларҙың рухтарын шат ҡылырҙар.

Әминева Ҡанифа инәй

Элек районыбыҙ үҙәге Иҫке Собханғолға йомоштарыңды йомошларға барһаң, юлдар алама булыу сәбәпле, көнөнә генә әйләнеп ҡайтып булмай торғайны. “Юл аҙабы – гүр ғазабы”, - тип бушҡа ғына әйтмәгәндәр боронғолар. Туғандарында, таныш-белештәрендә ҡунырға ҡалырға мәжбүр булырҙар ине ауылдаштарым. Ярай ҙа эштәреңде тамамлап, икенсе көнөнә әйләнеп ҡайта алһаң, ҡайһы саҡ өлгөрмәй ҙә ҡуяһың. Ҡасан ҡайтып кереүең дә билдәһеҙ булғас, балаларҙың үҙҙәрен генә ҡалдырып китеүе лә ҡурҡыныс, ғәзиздәреңде бәлә - ҡазанан ҡурсалап, өйҙә берәй оло кешене ҡалдырыу мотлаҡ. «Әсәй, беҙҙең эргәгә теге матур инәйҙе ҡалдыр. Мәктәптән ҡайтыуыбыҙға өй йылы, тамаҡҡа бешкән булла”, - тип бәләкәй туғандарым Әминева Ҡанифа инәйҙе эргәләрендә ҡалдырып китеүҙәрен үтенеп һорар булғандар. Оло ғына йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һылыулығын юғалтмаған был һомғол буйлы, мөләйем йөҙлө, матур инәйҙе туғандарым үҙ өләсәләрендәй күреп яраттылар.
Ире һуғышҡа киткәндә, Ҡанифа инәй туптырлашып торған береһенән - береһе ваҡ ҡына биш бала менән тороп ҡала. Балаларымды ас-яланғас итмәйем тип, ҡайҙарҙа ғына ла, кем генә булып эшләргә тура килмәй инәйгә. Ирҙәр менән бер рәттән урман ҡараусыһы эшен башҡара, һыйырҙар көтә. Бәхетһеҙгә ел ҡаршы тигәндәй, көтөүсе булып эшләгән дәүерендә бер баш һыйыры юғала. Ул замандарҙа закондар аяуһыҙ ҡаты була, бәләкәй генә ғәйеп өсөн дә төрмәгә ултыртҡандар. Инәйебеҙ хөкүмәткә һыйырын, башмағын биреп, төрмәнән ҡотолоп ҡала. Балаларының аҡтан айырылып, аслыҡтан шешенеүен кисереү йөрәк әрнеткес ауыр була уға.
Йәйәүле кешегә янсыҡ та ауыр, тиҙәр. Ҡанифа инәйгә, почтальон булып эшләгән дәүерендә, әҙәм буйы тоҡ күтәреп, Ғәлиәкбәр менән Иҫке Собханғол араһында илле километрға яҡын юлды йәйәүләп, район үҙәгендә уҡыған балаларға аҙыҡ-түлек алып барырға, ҡайтҡанда хаттар, гәзит-журналдар, посылка ташырға тура килә. Посылкалар килгәндә, инәйебеҙҙең тоғо бигрәк тә ауыр булғандыр инде. “Самауырына тиклем күтәреп килтерә торғайны Ҡанифа апай,”- тип хәтерләп һөйләрҙәр ине ауылдаштарым. Тәбиғәт үҙенең яғымлы ла, үтә ҡырыҫ холоҡтарын да күрһәткәндер уға. Ауыр тоҡ күтәргән зифа буйлы, һылыу ҡатынды ҡояштың алтын нурҙары иркәләгәндер, елбәҙәк елдәр сәстәренән һыйпағандыр, ҡойма ямғырҙар, ыжғыр бурандар, һөйәктәргә үтерлек ҡаты һыуыҡтар уның ныҡлығын һынағандыр. Яңғыҙы ғына ауыр тоғон йөкмәп, йөрәген усына тотоп, бүре өйөрҙәре олоп торған ҡара урмандар аша үткәндә, Баҙал тауын, Бутағәли ҡырҙы артылғанда, һалҡын Нөгөш һыуын кисеп сыҡҡанда, Зекерияһын һағынып, балаларын уйлап, эсе күҙ йәштәре лә тамғандыр. “Бәлә - ҡазаға тарып ҡуймағыҙ, иҫән – һау ғына тороғоҙ, ғәзиздәрем: Кафыйым, Ғәрифәм, Рәүфем, Ғәтифәм, кинйәкәйем Сабирйәнем, хәҙер ҡайтып етәм,” - тип, хәле бөтөп, ауырайған аяҡтарын саҡҡа ҡуҙғатып, яурын баштарын ҡырҡып төшөп барған ауыр тоғон йәнтәслимгә һөйрәтеп, һөйөклөләренә ашыҡҡандыр.
Көҙ аҙағында, сплав һуңға ҡалып бара, тип, көсләп, бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙарҙы,бала-сағаларҙы сплавҡа ҡыуалар. Һалдарҙы тапшырып ҡайтыуҙарына ҡар яуып, буран сығып китә. Көрткә бата – сума, ҡар йырып, саҡҡа Кәшәле ауылына килеп етәләр улар. “Төнөн билбыуарҙан ҡар кисеп, өшөп – туңып дүрт ҡатын, бер малай килеп керҙеләр, өҫ, аяҡ кейемдәре шаҡылдап туңған. Улар–Ғәйниямал, Дәғиә, Ҡанифа апайҙар, Берлек Хажиҙың ҡатыны, Рәүф ине. Әсәйем йәһәт кенә сәй ҡайната һалып эсерҙе. Рәүф тамаҡ туйҙырып алды ла тиҙ генә скрипкаһын уйнап ебәргән булды. Уныһын да ҡабыҡтан эшләп алған бит әле. Матур уйнай, беҙ, балалар, ҡыҙыҡһынып эргәһенә барып, теҙелешеп ултырған булдыҡ.
- Сплавтан ҡайтып килгәндә, бер кешегә квартираға төшәйек тиһәк, керетмәне. Утынлығында булһа ла таң аттырайыҡ, тип ултыра инек, улым скрипкаһын уйнап ебәрҙе. Теге кеше беҙҙе йәлләп китеп , өйөнә индерҙе. Улым арҡаһында йылы өйҙә йоҡланыҡ, рәхмәт инде балаҡайыма, тип Рәүефенең арҡаһынан һөйөп алған булды Ҡанифа апай,- тип хәтер ептәрен теҙҙе әсәйем.
Зекерияһының йөрәктәргә үтерлек һағышлы ҡурай моңо, һәр саҡ ҡолағында сыңлап, ғүмерлек юлдашы булғандыр инәйҙең. Иренә, балаларына булған оло һөйөүе, тормош алдарына ниндәй генә һынауҙар ҡуйһа ла, уға еңеп сығырға көс, ҡеүәт биргәндер. Инәйебеҙ биш балаһын да кәм-хур итмәй, матур итеп тәрбиәләп үҫтерә. Ул - Башҡортостандың атҡаҙанған математика уҡытыусыһы Әминева Ғәтифә апайҙың һөйөклө әсәһе, гармунсы, скрипкала оҫта уйнаусы Рәүф ағайҙың ҡыҙы Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Әминева Резеданың хәстәрлекле өләсәһе. Ҡанифа инәй ғүмеренең аҙағына тиклем тура һүҙле, намыҫлы, дөрөҫлөктө яратыусы, ярҙамсыл, ғорур тәбиғәтле, матур кеше булып ауылдаштарының хәтерендә ҡалды.

Шәһүрә Әхмәҙиева, Учалы районында йәшәүсе Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылы ҡыҙы.

Автор:
Читайте нас: