Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
28 Февраль , 15:20

МХО-лағыларҙың ғаиләләренә ярҙам итәләр

Исламбай ир-аттара махсус хәрби операцияла йөрөгән ир-егеттәрҙең ғаиләләрен иғтибарһыҙ ҡалдырмайҙар: ихаталарын ҡарҙан таҙартһындармы, ҡырҙан кәбәндәрен алып ҡайтып бирһендәрме, утын килтерһендәрме - әленән-әле ярҙам итеп торалар.

МХО-лағыларҙың ғаиләләренә ярҙам итәләр
МХО-лағыларҙың ғаиләләренә ярҙам итәләр

-Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәрҙең ғаиләләренә һәр яҡлап ярҙам күрһәтеү эштәре дауам итә. Уларҙың ата-әсәйҙәрен ярҙамыбыҙҙан ташлағаныбыҙ юҡ. Әленән-әле хәлдәрен белеп, кәрәк ерендә тиҙ генә ярҙам ойоштороп торабыҙ. Көслө бурандан һуң Вәкил Мырҙағолов үҙ техникаһы менән Нәсихә Йәнғәле ҡыҙының ишек алдын ҡарҙан таҙартып бик сауаплы эш башҡарһа, ошо көндәрҙә ауыл советы депутаты Заһит Мырҙағолов бер төркөм егеттәр менән урмандан утын һәм кәбәндәрен килтереп бирҙеләр.

Һәр яҡлап ярҙам итергә әҙер торған ауылдаштарыма һоҡланмау мөмкин түгел! Уларға һаулыҡ эштәрендә уңыштар, ғаилә бәхете теләйем. Һәр саҡ берҙәм булайыҡ, бергә булайыҡ!
Донъялар имен торһон, илебеҙгә тыныслыҡ килһен, ир- егеттәр имен-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһындар, - тип хәбәр итәләр АЙЫҠ АУЫЛ-2022 Исламбай ауылы төркөмөндә.

#Всемирныйкурултайбашкир#Трезвоесело2022Исламбаево
#Бөрйәнбашҡорттарыҡоролтайы#Айыҡауыл2022Исламбай
#Беҙбергә#МывместеСвоихнебросаем

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: