Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
28 Февраль , 18:00

Илшат Ғәлин иҫтәлегенә герой партаһы булдырылды

Әбделмәмбәт мәктәбендә Батырлыҡ һәм Генерал Шайморатов ордендары кавалеры, махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған сержант Ғәлин Илшат Әсхәт улы иҫтәлегенә герой партаһын асыу тантанаһы үтте.

Илшат Ғәлин иҫтәлегенә герой партаһы булдырылды
Илшат Ғәлин иҫтәлегенә герой партаһы булдырылды

Сара сиктәрендә Илшаттың класс етәксеһе Нәсимә Әхтәр ҡыҙы Дауытова өлкән синыф уҡыусылары өсөн батырлыҡ дәресе үткәрҙе. Унда яугирҙең бала, үҫмер сағын иҫкә алдылар, фотоһүрәттәрен ҡаранылар, батыр егет ниндәй булырға тейешлеге тураһында һөйләштеләр.

  • Беҙ класс менән сәйәхәттәргә күп йөрөнөк. Шуларҙың береһендә, Аҡбейек тауына менгән саҡта, уның тәбиғәткә һоҡланып ҡарауы, “Апай, тауҙар күбәләр һымаҡ” тип ҡат-ҡат әйтеүе һаман хәтерҙә. Бар яҡтан да килгән, үҙе спортсмен, бөтә эште урын-еренә еткереп башҡарған тырыш, ныҡыш, еңмеш, ғәҙел, дөрөҫлөктө яратыусы, шуның менән иптәштәре алдында абруй яулаған уҡыусы булды ул, - тип хәтерләй Нәсимә Әхтәр ҡыҙы.
  • Бәләкәйҙән хәрби булырға хыялланды. Уның бөтә кейемдәре лә хәрбиҙәрҙеке һымаҡ булды. Ғәҙел, бер ваҡытта ла ауыҙына хәмер, тәмәке алмаған иң яҡшы, ышаныслы, яҡын дуҫым булды ул, - тине Рәвил Усманов.
  • Эйе, хәрби кеше булыр өсөн тыуған булғандыр ул. Тарихи китаптар уҡыны, билдәле хәрбиҙәрҙең тормошо менән ҡыҙыҡһынды, кадет мәктәбендә уҡырға хыялланды. Рәвил әйтмешләй, кейгәне хәрби кейем булды. Бер кирза итеге бар ине, иҫкереп бөткәс, атаһы “Етәр, кеймә”, тип соҡорға күмеп ҡуйғайны, барыбер ҡаҙып сығарып кейеп йөрөнө. Ауылды, мәктәбен ныҡ яратты. “Мин дә мәктәпкә һәйкәл булып ҡайтырмын” тигән һүҙҙәрен онота алмайым.

Сириялағы һуғыштан ас-яланғас балаларҙы күреп, тетрәнеп ҡайтҡайны. Беҙ бит ожмахта йәшәйбеҙ, илебеҙ тыныс, тәбиғәтебеҙ матур, шуларҙың ҡәҙерен белеп йәшәргә кәрәк, тигәйне, - тип хәтирәләргә бирелде Илшаттың әсәһе Сәкинә апай Ғәлина.

Район ветерандар советы рәйесе О. Ғәлиев, ауыл хакимиәте башлығы Й. Заһитов егет-ҡыҙҙарҙы Илшат кеүек ҡыйыу, белемле илебеҙ һаҡсылары, яҡлаусылары булырға саҡырҙы.

Герой партаһында мәктәптең данын яҡлап, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан уҡыу алдынғылары ултырарсаҡ.

Уҡытыусылар һәм уҡыусылар илебеҙ өсөн ғүмерен биргән Илшат Ғәлиндың батырлығын онотмаҫ, уның яҡты иҫтәлеге яҡташтары күңелендә һәр ваҡыт һаҡланыр.

 

Автор:Г. Хафизова
Читайте нас: