Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
26 Февраль , 12:05

Янһарылар менән мөсәттәр “Зарница” уйнаған

“Зарница” уйынының иң кульминацион нөктәһе - флаг алыу булды! Был ярыш төрөн махсус хәрби операцияла һәләк булған ауылдашыбыҙ Инсаф Шәмиғолов иҫтәлегенә бағышланыҡ. Флагты беренсе менеп алған егет Мырҙабаев Ғаян Инсафтың бер туған ағайы Динар Шәмиғолов әҙерләгән саңғы комплекты менән бүләкләнде.

Янһарылар менән мөсәттәр “Зарница” уйнаған
Янһарылар менән мөсәттәр “Зарница” уйнаған

Яңы Собханғол ауылында шаулап- гөрләп хәрби- патриотик "Зарница" уйындары үтте. Йыл һайын үткән уйын ауылыбыҙҙың брендына әйләнде. Сөнки был уйында сәңгелдәктән төшөп атлап киткәненән алып иң олоһона тиклем ҡатнашалар һәм бик яраталар. Уйын башланыр алдынан күрше Иҫке Мөсәт ауылы йәштәренән төҙөлгән батальон һәм ауыл халҡы бик дәртле һәм күңелле итеп килеп етәләр, Яңы Собханғолдарҙа гөр килеп ҡайнашалар. Өҫтәлдәрҙә мәҙәниәт йорто йыйыштырыусыһы Ғәтифә Манапова һәм китапханасы Филиә Көҫәпова тырышлығы менән самауырҙар боҫорап ҡайнап ултыра, сәй табыны ҡуйылған. Күрше ауылдан Бабаевтар ғаиләһе, Яңы Собханғолдан Ләйсән Язағолова һатыуға ризыҡтар ҡуйған. Ҡыҫҡаһы, байрам атмосфераһы бар тирә- яҡта! Бына “главнокомандующий” Рәмис Баймырҙиндың командаһы яңғырай һәм Яңы Собханғол һәм Иҫке Мөсәт ауылдары йәштәре араһында көслө ярыштар башлана. Ауыл ветерандар советы аҡһаҡалдарынан төҙөлгән абруйлы жюри (Рафаил Буранбаев, Әхмәт Уразаев, Рәмил Шәмиғолов) бер ярышты күҙ уңынан ысҡындырмай, ихлас ҡарап, яҙып баралар. Ҡышҡы марафон, маршировка, уктан атыу, арҡан тартыу, автомат һүтеп-йыйыу, ҡул көрәше, флаг алыу - барыһы ла булды, уйынсылар уйнаны, халыҡ тамаша ҡылды. Зарница уйынының иң кульминацион нөктәһе - флаг алыу булды! Был ярыш төрөн - махсус операцияла үлеп ҡалған ауылдашыбыҙ Инсаф Шәмиғолов иҫтәлегенә бағышланыҡ. Флагты беренсе менеп алған егет Мырҙабаев Ғаян - Инсафтың
бер туған ағайы Динар Шәмиғолов әҙерләгән саңғы комплекты менән бүләкләнде.

Әйткәндәй, Бәйет итәгенә флагты, уйын башланыр алдынан Динар Шәмиғолов үҙе ҡаҙап төшкәйне! Бик көсөргәнешле алыштарҙан һуң Яңы Собханғол ауылының "Янһары бөркөттәре" батальоны еңеүсе тип табылды! Иҫке Мөсәт егеттәренең "Орлы" батальоны ла бирешмәне, күп ярыштарҙа алдынғылыҡты бирмәне! Уйынсылар грамота, махсус приздар менән бүләкләнделәр. Зарница уйынын ойоштороуҙа әүҙемлек күрһәткән Динар Шәмиғоловҡа, Мөсәт ауылы йәштәре етәксеһе Наҙгөл Колбирҙинаға, китапханасы Филиә Көҫәповаға , Яңы Собханғол ауылының ветерандар советына һәм әүҙем йәштәренә, спорт уйындарын ойоштороуза ярзам иткән Рәмис Салауат улына, Исрафил Ураз улына, ауылдаштарҙы бер туҡтауһыҙ эҫе сәй менән һыйлаған Ғәтифә Манаповаға, махсус хәбәрсебеҙ, фотограф Айгөл Йәмилеваға, зарница үтә торған площадканы тракторы менән ялтыратып һөрөп ҡуйған ауылыбыҙ кейәүе Марат Бакировҡа мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм ауылдаштар исеменән оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Шулай уҡ спонсорлыҡ ярҙамы күрһәткән, беҙҙе уйынды үткәреп ебәрергә дәртләндереп ебәргән, махсус операциялағы егеттәребеҙ Буранбаев Артур Рафаил улына,Уразаев Илнур Әхмәт улына рәхмәтебеҙ сикһеҙ! Беҙҙе, ауылдаштарҙы, ғаиләләрен ҡыуандырып имен һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!

Спонсорлыҡ ярҙамы күрһәткән ауыл депутаты Халиҡов Артур Айса улына, Ишеғолов Фәнил Әмир улына, Буранбаева Зилә Йәғәфәр ҡыҙына, Филиә Йосоп ҡыҙына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Уйынды үткәреүҙә ярҙам күрһәткән барыһына ла эштәрендә уңыштар, һаулыҡ, ғаилә именлеге, аяҙ күк йөҙө теләйбеҙ! Берҙәм булайыҡ, бергә булайыҡ!

Мәғлүмәт һәм фотолар алынған сығанаҡ - Новосубхангуловский СДК

 

Янһарылар менән мөсәттәр “Зарница” уйнаған
Янһарылар менән мөсәттәр “Зарница” уйнаған
Янһарылар менән мөсәттәр “Зарница” уйнаған
Янһарылар менән мөсәттәр “Зарница” уйнаған
Янһарылар менән мөсәттәр “Зарница” уйнаған
Янһарылар менән мөсәттәр “Зарница” уйнаған
Янһарылар менән мөсәттәр “Зарница” уйнаған
Янһарылар менән мөсәттәр “Зарница” уйнаған
Янһарылар менән мөсәттәр “Зарница” уйнаған
Янһарылар менән мөсәттәр “Зарница” уйнаған
Автор:
Читайте нас: