Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
22 Февраль , 09:35

Ғүмерен Ватан һаҡлауға бағышлаған Кордон егете

Юлай – Кордондан (Бәләкәй Ҡыпсаҡ) сыҡҡан берҙән-бер юғары дәрәжәләге офицер.

Ғүмерен Ватан һаҡлауға бағышлаған Кордон егете
Ғүмерен Ватан һаҡлауға бағышлаған Кордон егете

Батыров Юлай Сәлимйән улы 1979 йылдың 22 июнендә Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылында тыуған.
1997 йылда 11 синыфты тамамлағандан һуң РВВДКУ-ға (Рязанское военное воздушное десантное командное училище) уҡырға инә. Хәрби училищелә бер йыл уҡығандан һуң, төрлө сәбәптәр арҡаһында, уҡыуҙы дауам итәргә мөмкинселек булмай. Хеҙмәтте Иваново ҡалаһында 217 парашют десантсылар полкында дауам итә. Полк менән берлектә тыныслыҡ булдырыусы көстәр менән Абхазияла 9 айлыҡ командировкала булырға тура килә.
1999 йылда, һауа десантсылар ғәсҡәрҙәрендә хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Килдеғол мәктәбендә өлкән вожатый булып эш башлай. 2000 йылдың ғинуарында военком, подполковник Азамат Ырыҫҡолов кесе лейтенанттар курсына уҡырға барырға тәҡдим итә. Күп уйлап тормай, ризалыҡ биреп, февраль айында Ҡазан ҡалаһында уҡый башлай. 10 ай уҡып, кесе лейтенант званиеһында Һамар өлкәһенең Рощинский поселыгында урынлашҡан мотоуҡсылар часында взвод командиры булып хеҙмәт юлын башлай.
2006 йылда Калининград ҡалаһында хеҙмәтен дауам итә. 2015 йылға тиклем взвод командирынан алып - рота командиры, батальон командиры урынбаҫары-штаб начальнигы вазифаларында хеҙмәт итеп, майор дәрәжәһендә запасҡа сыға. Төрлө йылдарҙа "За отличие в военной службе 3, 2 степени", за отличие в учении "Запад - 2013" миҙалдары һәм часть командирының, Балтик диңгеҙе флоты командующийының, көнбайыш округы командующийының маҡтау ҡағыҙҙары менән буләкләнә.
Әлеге ваҡытта Сургут ҡалаһының политехник колледжында тормош хәүефһеҙлектәре уҡытыусыһы булып эшләй.
Ҡатыны Юлиә менән Динислам һәм Ильяс исемле ике ул үҫтерәләр.

Сығанаҡ: Кордон - Бәләкәй Ҡыпсаҡ төркөмө.

 

Ғүмерен Ватан һаҡлауға бағышлаған Кордон егете
Ғүмерен Ватан һаҡлауға бағышлаған Кордон егете
Ғүмерен Ватан һаҡлауға бағышлаған Кордон егете
Автор:
Читайте нас: