Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
21 Февраль , 15:40

Иҫке Монасип үҫмерҙәре армияла булып ҡараған

Йылына бер тапҡыр уҙғарылған был көндө һәр уҡыусы егет түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Был юлы 5-10-сы класс егеттәре мәктәпкә биштәрҙәрен йөкмәп, һалдаттар һымаҡ кейенешеп, килеп инделәр.

Иҫке Монасип үҫмерҙәре армияла булып ҡараған
Иҫке Монасип үҫмерҙәре армияла булып ҡараған

17-18 февраль көндәре Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап, "Армияла бер көн " сараһы уҙҙы. Йылына бер тапҡыр уҙғарылған был көндө һәр уҡыусы егет түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Был юлы 5-10-сы класс егеттәре биштәрҙәрен йөкмәп, һалдаттар һымаҡ кейенешеп, мәктәпкә килеп тулдылар. Улар бер тәүлек буйына армия көн тәртибе буйынса йәшәнеләр. "Армиялағы бер көн"дөң бер минуты ла бушҡаүтмәне. Улар хәрби уставты ятланылар, тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү, сафҡа баҫып атлау, тактик алымдар һәм әрмегә ҡағылышлы башҡа төрлө һәләттәргә өйрәнделәр, һалдат бутҡаһы ашанылар. Әрме тормошонан алынған был көн буласаҡ һалдаттар өсөн фәһемле һәм мауыҡтырғыс сара булып үтеп китте.

Ҡотлобаев Азамат Йәмил улы, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы.

Иҫке Монасип үҫмерҙәре армияла булып ҡараған
Иҫке Монасип үҫмерҙәре армияла булып ҡараған
Иҫке Монасип үҫмерҙәре армияла булып ҡараған
Иҫке Монасип үҫмерҙәре армияла булып ҡараған
Иҫке Монасип үҫмерҙәре армияла булып ҡараған
Иҫке Монасип үҫмерҙәре армияла булып ҡараған
Иҫке Монасип үҫмерҙәре армияла булып ҡараған
Иҫке Монасип үҫмерҙәре армияла булып ҡараған
Иҫке Монасип үҫмерҙәре армияла булып ҡараған
Автор:
Читайте нас: