Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
16 Февраль , 14:30

"Тыуған илде һаҡлау - минең 71-се һөнәрем"

“Валет” позывнойлы Бөрйән егетенең махсус хәрби операцияға юлланыуына 4 ай.

"Тыуған илде һаҡлау - минең 71-се һөнәрем"
"Тыуған илде һаҡлау - минең 71-се һөнәрем"

Иҫке Собханғол ауылынан “Валет” позывнойлы  егеттең махсус хәрби операцияға юлланыуына 4 ай. Үҙе теләп Росгвардия төҙөгән С. Юлаев исемендәге 2-се башҡорт батальонына хеҙмәткә бара ул. Ике айы хәрби уҡыуҙар менән үтә. Артабан гранатометчик булып хеҙмәт юлын дауам итә.

“Валет” ирекмән булараҡ контракт төҙөүе хаҡында ата-әсәһенә, ғаиләһенә һуңынан ғына әйтә. Эстән ут йотһалар ҙа, ҡаршы һүҙ әйтеүсе булмай. Улдарының ҡарары бер икәнен яҡшы белә ата-әсә.

“1-се башҡорт батальонын йыйғанда уҡ яҙылғайным, тик эләгеп булманы. 2-се батальонға эләгергә насип булғандыр. Беҙҙең батальонда күбеһе Бөрйән егеттәре. Төрлөбөҙ төрлө йәштә булһаҡ та, берҙәмбеҙ”,- ти ул. 

«Хәрби операцияға барырға нимә этәрҙе?»  тигән һорауға яуабы бик ябай уның: “МХО башланғандан алып шунда йөрөгән егеттәр йәл. Мин барһам, бәлки, кемдер ялға - туғандарын, ғаиләһен күрергә ҡайта алыр, тип уйланым. Шуныһы ҡыуаныслы, беҙҙең батальонда оҙон аҡса артынан ҡыуып килеүселәр юҡ. Бөтәһе лә үҙ иленең ысын патриоттары, бурыстарын намыҫ менән үтәүсе ир-егеттәр”.

4 ай хеҙмәт итеп, ялға ҡайтҡан 3 бала атаһы күп ваҡытын ғаиләһе янында үткәрергә тырыша. Белмәгән, эшләмәгән эше юҡ “Валет”тың. “Тыуған илде һаҡлау – минең 71-се һөнәрем,” – ти ул. Сая, рухлы, ҡыйыу Бөрйән егетенә хеҙмәт юлын тамамлап, донъялар тынысланып, тыуған яҡтарына имен-аман ҡайтырға насип булһын. 

Автор:А. Уразаева.
Читайте нас: