Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
15 Февраль , 15:00

“Бөрйән шуравиҙары” донъя күрҙе!

Афғанстан Демократик республикаһынан Совет ғәскәрҙәрен сығарыуҙың 35 йыллығын Бөрйән “афғансылары” “Бөрйән шуравиҙары” тигән шәп китап менән ҡаршыланы. Китаптың идея авторы – әлеге ваҡытта Кейекбай ауыл хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Садиҡ Сәғитов. Китаптың “кухняһы” “Таң” гәзите редакцияһында булды...

“Бөрйән шуравиҙары” донъя күрҙе!
“Бөрйән шуравиҙары” донъя күрҙе!

Китаптың “кухняһы” “Таң” гәзите редакцияһында булды: редацияның бүлек мөдире Айһылыу Ғарифуллина текстар менән эшләне, элекеләрен тәртипкә килтерҙе, яңыларын яҙҙы, фотограф Булат Тимерғәлиев әллә ҡасанғы фотоларға “йән өрҙө”, эшкәртте, ғөмүмән, китаптың биҙәлеше өсөн тырышты. Әйткәндәй, китаптың тышы ла уның ижад емеше.

Афған һуғышы ветерандары Садиҡ Сәғитов менән Фәнис Сәйәховтың редацияға килмәгән көнө һирәк булғандыр. “Афғансылар” матди яғын ҡайғыртып, аҡса йыйҙы, материалдар йыйышыуҙа ярҙам күрһәтте.

Бына шундай күмәк көс менән бына тигән китап тыуҙы. Уның ҡарауы һәр “афғансы”  ғаиләһе иҫ китмәле шәп хазиналы булды.

“Бөрйән шуравиҙары” донъя күрҙе!
“Бөрйән шуравиҙары” донъя күрҙе!
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: