Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
14 Февраль , 08:45

Афған юлын үткән улар...

...Тау-таш араһында, үҙенсәлекле климат шарттарында һуғыштың дәһшәтен, бөтөн ауырлығын һәм ғазаптарын, ҡайғы-хәсрәттәрен үҙ елкәләрендә татыған ауылдаштарыбыҙ Ғазин Хәбир Нәҙир улы, Алтынбаев Сәғит Ғизетдин улы, Зәйнуллин Хәмит Әхмәт улы үҙҙәренең Афғанстан ерендә хеҙмәт итеүҙәре, унда ниндәй шарттарҙа йәшәүҙәре тураһында һөйләнеләр.

Афған юлын үткән улар...
Афған юлын үткән улар...

-Үҫеп килеүсе йәш быуынды тыуған илгә һәм уны һаҡлаусыларына ихтирам һәм ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү маҡсатында, 13 февраль көнө Байназар урта мәктәбендә “Афғанистан-күңел яраһы” тип исемләнгән яугир - интернационалистар менән осрашыу кисәһе үтте.Тау-таш араһында,үҙенсәлекле климат шарттарында һуғыштың дәһшәтен, бөтөн ауырлығын һәм ғазаптарын, ҡайғы-хәсрәттәрен үҙ елкәләрендә татыған ауылдаштарыбыҙ Ғазин Хәбир Нәҙир улы, Алтынбаев Сәғит Ғизетдин улы, Зәйнуллин Хәмит Әхмәт улы үҙҙәренең Афғанстан ерендә хеҙмәт итеүҙәре, унда ниндәй шарттарҙа йәшәүҙәре тураһында һөйләнеләр. Уҡыусылар ҙа уларға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙеләр, яуаптар алып ҡәнәғәтләнделәр. Фәһемле осрашыу аҙағында Байназар урта мәктәбенең социаль педагогы Һатыбалова Гөлназ Ғәлиулла ҡыҙы һәм тәрбиәүи эштәр буйынса директор кәңәшсеһе Ҡыуандыҡова Гүзәл Ринат ҡыҙы Афған һуғышы яугирҙарына рәхмәт әйтеп, изге теләктәрен еткереп, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы, - тип хәбәр итәләр был осрашыу хаҡында Байназар урта мәктәбе төркөмөндә.

Афған юлын үткән улар...
Афған юлын үткән улар...
Афған юлын үткән улар...
Афған юлын үткән улар...
Афған юлын үткән улар...
Афған юлын үткән улар...
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: