Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
12 Февраль , 12:00

Афған ветерандары менән осрашҡандар

Яңы Монасип мәктәбендә осрашыу ветерандар өсөн дә, уҡыусылар өсөн дә матур йолаға әүерелгән. 

Афған ветерандары менән осрашҡандар
Афған ветерандары менән осрашҡандар

Сөнки уларҙың хеҙмәттәше, яуҙашы, Афғанстанда интернациональ бурысын үтәгәндә һәләк булған Азамат Йәғәфәров ошо ауылдан. Бер төркөм Афған һуғышы ветерандары йыл да уның ҡәберенә зыярат ҡылып, уның туған мәктәбендә уҡыусылар менән осрашып, иҫтәлекле бүләктәр тапшырып ҡайталар.

"Бөгөн мәктәбебеҙ хөрмәтле ҡунаҡтарҙы ҡабул итте. Совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылып бөтөүенә 35 йыл тулыу айҡанлы "Афған ере-йөрәк яраһы" исемле осрашыу үтте. Унда батыр йөрәкле, Афғанстанда хеҙмәт итеп, Тыуған яҡтарына иҫән-һау ҡайтыусы Теләүбаев Вәлит, Сәғитов Садиҡ, Алтыншин Әхнәф, Шәмиғолов Йыһанур, Усманов Илдар, Сәйәхов Фәнис, Мөхәмәтов Илшат ағайҙар ҡатнаштылар. Улар мәктәпкә Афғанстанда хеҙмәт иткән райондаштарыбыҙ тураһында яңы баҫылып сыҡҡан "Бөрйән шуравиҙары" тигән өр-яңы китап, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙылар. Ауылдашыбыҙ, Афған ерендә интернациональ бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған Йәғәфәров Азаматтың ҡәберенә, таҡтаташҡа сәскәләр һалдылар, бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар.
Балаларҙың, уҡытыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙеләр, файҙалы кәңәштәрен, изге теләктәрен теләнеләр. Һәм беҙ ҙә уларҙы Совет һалдаттарының Афған еренән сығарылыуына 35 йыл тулыу айҡанлы тәбрикләйбеҙ. Уларға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, имен донъяларҙа тыныс күңел менән йәшәүҙәрен теләйбеҙ", - тип яҙалар Яңы Монасип мәктәбе төркөмөндә.

Афған ветерандары менән осрашҡандар
Афған ветерандары менән осрашҡандар
Афған ветерандары менән осрашҡандар
Афған ветерандары менән осрашҡандар
Афған ветерандары менән осрашҡандар
Афған ветерандары менән осрашҡандар
Автор:
Читайте нас: