Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
12 Февраль , 11:40

Афған ере – йөрәк яраһы...

Әбделмәмбәт мәктәбендә Афған һуғышы яугирҙары Ҡасимов Радик Нуретдин улы, Алтыншин Әхнәф Әбдразаҡ улы, Шәмиғолов Йыһанур Булат улы һәм Усманов Илдар Сабир улы ҡатнашлығында «Афған ере – йөрәк яраһы» тип аталған фәһемле класс сәғәте үткәрелгән. 15 февралдә совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуына 35 йыл тула...

Афған ере – йөрәк яраһы...
Афған ере – йөрәк яраһы...

-Килгән яугирҙарыбыҙҙың фәһемле сығыштары тәьҫирендә уҡыусылар бынан 35 йыл элек Совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығыу көндәре тураһында, үткән ваҡиғалар солғанышында ҡалды. Тын да алмай ветерандарҙың һәр һүҙен йотлоғоп тыңланылар. Уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙеләр, яуаптар алып ҡәнәғәтләнделәр.
Класс сәғәттәренән һуң килгән ҡунаҡтарыбыҙға рәхмәт әйтеп, иҫтәлеккә бүләктәр бирелде.
Хөрмәтле афғансы-интернационалистар! Бөгөнгө быуындың һеҙҙең алдығыҙға ҡуйылған бурысты намыҫ менән үтәүегеҙҙе оноторға һәм уны ҡарайтырға хаҡы юҡ. Ул ваҡытта алған тән һәм йән яраларығыҙ шул мәхшәрле көндәрҙең үткәненә бер иҫтәлек кенә булһын. Улар ҡабаттан яңырмаһын, һуғыш афәте күрмәйенсә, имен донъяларҙа тыныс күңел менән йәшәргә яҙһын ине, - тип хәбәр итәләр Әбделмәмбәт мәктәбе(Ҡыпсаҡ) төркөмөндә.

Афған ере... һуғыш...
Ҡыҫылалыр һулыш...
Ошо һүҙҙәр иҫкә төшкәндә.
Йәшлегемдең иң ҡырыҫ йылдары
Уҙҙы минең ошо ерҙәрҙә.
Һуғыш, һуғыш...
Кемгә һуңғы һулыш...
Кемдер ғәрип, ҡулһыҙ-аяҡһыҙ.
Күпме ҡайғы, күпме ҡанлы йәштәр
Ҡойолдо был ергә, һанауһыҙ...

 

(Фотолар ҙа үрҙә аталған төркөмдән алынды).

Афған ере – йөрәк яраһы...
Афған ере – йөрәк яраһы...
Афған ере – йөрәк яраһы...
Афған ере – йөрәк яраһы...
Афған ере – йөрәк яраһы...
Афған ере – йөрәк яраһы...
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: