Тәүҙә ауылдағы башланғыс мәктәптә белем алһа, 2014 йылда Байназар урта мәктәбен тамамлай.
“Байназарҙа уҡыған осоронда көрәш менән ныҡлап ҡыҙыҡһынып, төрлө кимәлдәге ярыштарға йөрөп, призлы урындар алып һөйөндөрҙө. Унынсы класта уҡығанында хәрби кеше булам, тип ҡырт киҫте һәм ныҡлап уҡырға инергә әҙерләнә башланы. Ныҡышмаллығы үҙенекен итте – имтихандарҙы һәйбәт итеп тапшырып, уҡырға инде”, - ти, улы менән ғорурланып, әсә.
2014-2018 йылдарҙа Ҡазандағы Ҡыҙыл Байраҡлы Жуков исемендәге юғары танк команда училищеһында (КВТКУ) тырышып белем ала Бөрйән егете.
Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылы ҡыҙы менән яҙмышын бәйләп, ғаиләле була, Әмир атлы малайға атай булырға ла өлгөрә.
Хәрби кешенең тормошо һәр ваҡыт тәртип һәм бойороҡ ҡыҫаларында – Алтай крайының Алейск ҡалаһында хеҙмәт итә “Башҡорт”. Өлгөлө хеҙмәе командованиеһы тарафынан баһалана килә – танк ротаһы командиры була, капитан званиеһын ала. Хәрби хәрәкәттәр ветеранының, утты-һыуҙы кискән башҡорт яугиренең, бер ҡайҙа ла һынатмаҫ
“Башҡорт” тоң күкрәген ике “Батырлыҡ өсөн” миҙалы, Жуков миҙалы, “ Хәрби фиҙакәрлеге өсөн” миҙалы, “ Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға”, “ Хәрби хеҙмәттәге уңыштары өсөн”миҙалдары биҙәй.
Тарихи йылъяҙмаға исеме яугир һәм Ватан һаҡсыһы булараҡ уйылған әллә нисәмә быуын ата-бабаларының лайыҡлы вариҫы - башҡорт уҙаманы “Башҡорт” Аллаға шөкөр, әле тыуған яҡтарына отпускыға ҡайтҡан.
Әсә-атаһының ҡылған доғалары бәрәкәтендә һәр мәхшәрҙән имен сығырға, һынауҙарҙан еңел ҡотолорға яҙһын уға!Ҡатынының йылы усағы, уллы-болло донъяһы, тыуған йорто һәм Тыуған иле һәр саҡ үҙенә тартып торһон “Башҡорт”то - Раббыбыҙ ҡурсыуында булһын!