Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
2 Февраль , 14:30

Рота командиры менән ҡаһарманлыҡ дәресе

Байназар мәктәбендә МХО яугиры  - танк ротаһы командиры менән осрашыу үткәрелгән.

Рота командиры менән ҡаһарманлыҡ дәресе
Рота командиры менән ҡаһарманлыҡ дәресе

-Бөгөн Байназар урта мәктәбендә ауыл китапханасылары менән берлектә 8-10 класс уҡыусылары өсөн ошо мәктәпте тамамлаған, 2018 йылда Ҡыҙыл байраҡлы Ҡазан юғары танк команда училищеһы тамамлаған, 35-се Мотоуҡсылыр ғәскәренең танк ротаһы командиры, капитан, әлеге ваҡытта Украинала барған махсус хәрби операцияһында хәрби булысын үтәүсе һәм тыуған ауылына ваҡытлыса ялға ҡайтҡан Айытбаев Нурлан Рөстәм улы менән Ҡаһарманлыҡ дәресе үткәрелде. Сара МХО ҡатнашып батырҙарса һәләк булған батырҙарыбыҙҙы бер минутлык тынлыҡ менән иҫкә алыуҙан башланды. Илһөйәрлек рухы менән һуғарылған сара барышында яугир уҡыған йорто, хәрби хеҙмәтенең нисек башланыуы, йәшәү шарттары, һалдаттар араһында командалыҡ рухы һәм дуҫлыҡ тураһында һөйләне. Аныҡ миҫал итеп видео-яҙмалар күрһәтте. Осрашыу бик тулҡынландырғыс һәм иҫтә ҡалырлыҡ үтте. Яугирҙарыбыҙға ныҡлы һаулыҡ һәм тиҙерәк Еңеү менән ҡайтыуҙарын теләйбеҙ! – тип хәбәр итәләр Байназар ауыл модель китапханаһы төркөмөндә.
#Айыҡ_ауыл_Байназар
#АйыҡАуыл2023
#Трезвоесело2023
#БөтәДоньяБашҡорттарыҠоролтайы
#ВсемирныйКурултайБашкир
#БөрйәнБашҡорттарыҠоролтайы
#Байназарауылмоделлекитапханаһы
Беҙҙең сайтта:
https://bainazar-lib.ru/?p=2512&preview=true

Рота командиры менән ҡаһарманлыҡ дәресе
Рота командиры менән ҡаһарманлыҡ дәресе
Рота командиры менән ҡаһарманлыҡ дәресе
Рота командиры менән ҡаһарманлыҡ дәресе
Автор:
Читайте нас: