Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбендә социаль координатор Г. Көнәфина 8-се “Б” класында “Флеш” һәм “Черный” ҡушаматлы МХО-ла ҡатнашҡан яугирҙар ҡатнашлығында Ҡаһарманлыҡ дәресе үткәргән.
Яугирҙар балалар менән илһөйәрлек, ҡаһарманлыҡ, батырлыҡтар хаҡында һөйләшкән. Балалар яугирҙарға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған барлыҡ һорауҙарҙы биреп, яуаптар алған.
МХО-ла ҡатнашыусы ағайҙары уҡыусыларға буш ҡул менән килмәгән – улар үҙҙәре менән бинокль һәм ике рация алып барған. Уҡыусыларҙа был әйберҙәр ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан.
Осрашыу аҙағында балалар яугирҙарға хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдергән, ә яугирҙар балаларға теләктәшлектәре, МХО-ға ебәргән йылы хаттары, гуманитар ярҙамдары өсөн бик рәхмәтле булыуҙарын әйткән.