Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
21 Ғинуар , 12:15

Рафиҡ ағайҙы ҡыуандырғандар

Халыҡ өсөн ихлас тырышҡан кешене халыҡ шунда уҡ күрә, баһалай. Ғәҙелгәрәй ауылында йәшәүсе Рафиҡ ағай Йомағужин үҙенең ҙур ҡыуанысы менән уртаҡлаша.

Рафиҡ ағайҙы ҡыуандырғандар
Рафиҡ ағайҙы ҡыуандырғандар

-Һуңғы осорҙа райондың ветерандар Советы эшмәкәрлеген ишетеп, гәзиттән уҡып, ҡыуанабыҙ.
Ветерандар Советы рәйесе Олег Марс улы Ғәлиев бик тә әүҙем эш алып бара: ололарҙың өйҙәренә йөрөп хәлдәрен белешәләр, МХО-ла йөрөгән егеттәребеҙгә гуманитар ярҙам алып барған ваҡытта ла ул - алғы сафта.
Элекке моряк булараҡ та, диңгеҙ флотында хеҙмәт иткәндәр менән тығыҙ бәйләнештә.
Ошо арала Олег Марс улы Ғәлиев менән Рәмил Оморҙаҡ улы Күлбаев минең дә хәлемде белеп киттеләр.
Уларға ҙур рәхмәт белдерәм, сауаплы эштәрендә уңыштар ғына теләйем, - тип ҡыуанып хәбәр итә Рафиҡ Йомағужин.

Эйе, кешегә бәләкәй генә иғтибар һәм ихтирам да иңдәрҙә ҡанаттар үүҫтерә, йәшәү дәртен арттыра бит ул.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: