-“Изгелек ерҙә ятып ҡалмай" акцияһын дауам итеп, Байназар ауылының әүҙем ветеран пограничниктар ойошмаһы ағзалары Чечня һуғышында батырҙарса һәләк булған ауылдашыбыҙ Нурғәлин Филүс Мөбәрәк улының әсәһе Таңһылыу апай Нурғәлинаға ҡар көрәү буйынса ярҙам күрһәттеләр. "Миңә ҡар көрәргә килгән ауылымдың ир-егеттәренә йөрәгемдән сыҡҡан оло рәхмәтемде еркерәм.Үҙегеҙгә, ғаиләләрегеҙгә именлек- һаулыҡ, татыулыҡ, бәхетле, бәрәкәтле оҙон ғүмер теләйем! Эшләгән изгелектәрегеҙ меңләтә үҙегеҙгә әйләнеп ҡайтһын”, тип ҡыуанып оҙатып ҡалды ярҙамсыларын Таңһылыу апай, - тип хәбәр итәләр Байназар ауыл модель китапханаһының социаль селтәрҙәге төркөмөндә.
Афарин, ир-егеттәр! Ир-ат берҙәм, аҡыллы булған илдә бәрәкәт була.
Айыҡ ауылдың ир-егеттәре тап шулай изге эштәрҙә ярышырға тейеш тә инде!
(Фотолар китапхана төркөмөнән алынды).