Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
16 Декабрь 2023, 19:00

Тыуған ерҙән ҡырҙа хеҙмәттә

Ҡаҙ ҡанаты ҡат-ҡат була,Ир ҡанаты ат була... тип бушҡа ғына йырланмай икән халыҡ йырында.

Тыуған ерҙән ҡырҙа хеҙмәттә
Тыуған ерҙән ҡырҙа хеҙмәттә

Элек егеттәр ат яратһа, хәҙерге заманда улар техника яҡын күрә. Минең Сәғиҙә һеңлемдең улы, “Башкир” позывнойлы егет машинаны бәләкәйҙән яратты. Эште урынына еткереп эшләүсе, ата-әсәһенә ярҙамсыл, туғандарына ышаныслы ағай һәм ҡусты булып үҫте ул. Мәктәп йылдарында укыуҙан да һынатманы. Иҫке Собханғол ауылындағы һөнәрселек училищеһында уҡып, автомеханик һөнәренә эйә булды. Хыялын тормошҡа ашырыу өсөн Екатеринбург ҡалаһындағы юғары артиллерия училищеһына укырға инә. Ауылыбыҙҙың уңған егете бында ла һынатмай. Хеҙмәт юлын 2008 йылда Чечня Республикаһында башлай. Еңел булмаған хеҙмәт юлдары уны Армения, Ингушетия республикаларына илтә. Уның менән бергә һәр ваҡыт йәнәшә, тормоштоң ауырлығын еңеләйтеүсе тормош иптәше Вәсилә атлай. Ә ике ҡыҙы һәм улы уларҙың донъяһын йәмләй. Улымдың тырыш хеҙмәте “Ҡаһарманлыҡ” ордены, Жуков миҙалы менән билдәләнә. Әлеге ваҡытта ул махсус хәрби операцияла ил алдындағы хәрби бурысын үтәй.
Уландарыбыҙ тиҙерәк имен-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһындар, донъялар имен булһын!

Сәлимә Заманова,
Яңы Собханғол ауылы.

Автор:
Читайте нас: