Ике ҡыҙ (һеңлеләре) араһында ирәйеп үҫкән, берәүҙәрҙең көтөп кенә алған бөртөк улғынаһы бәләкәйҙән эшкә сапсан, үҙенә, башҡаларға талапсан булып үҫә. Ауылдағы мәктәпте тамамлағас, Байназар мәктәбенә бара. Тырышып уҡый. Хәрби булырға хыяллана, Рязандағы хәрби училищеға уҡырға барырға уйлай. Мәктәптә яҡшы уҡыу менән бер рәттән һәр төрлө спорт ярыштарында ҡатнаша. Көрәштә лә бил бирмәй, беренсе урындарҙы алмаһа ла, һабантуйҙарында 2-3-сө урындарҙы алып ҡыуандыра. Бәләкәйҙән ҡолғаға менеүгә шәп була – байрамдарҙа, һабантуйҙарҙа иң шәп бүләктәрҙе менеп алып әсәһенә бүләк итә. Математика, физика фәндәренән олимпиадаларҙа ҡатнаша, теүәл фәндәр уға бик еңел бирелә. Хәрби уҡыу йортона китмәк булып медицина тикшереүе үткәндә, һаулығы шәп булһа ла, “айыутабан” (плоскостопие) тип, комиссиянан үткәрмәйҙәр. Ошо сәбәпле, армияға ла алмайҙар. Ныҡышып йөрөп, йәше үтеңкерәһә лә, барыбер армияға китә егет. Псковта ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеп, өлкән сержант званиеһында һалдат хеҙмәтен тамамлап ҡайта. Унан ҡайтҡас, Чечен Республикаһында контракт нигеҙендә хеҙмәт итә.
2007 йылда Байназар һылыуы Гөлнара Рәмил ҡыҙы менән яҙмышын бәйләп, 4 балаға атай булырға, Зөһрәләрен уҡытып сығарып, башлы-күҙле итергә лә, олатай булырға ла өлгөрә.
Чечнянан ҡайтҡас, башта пилорама тотҡан иптәштәрендә эшләп тәжрибә туплай, унан үҙе КФХ, шәхси эшҡыуар булып теркәлә, мал көтә. Шәхси эшҡыуар сағында матур итеп донъя төҙөп сыға. Әүҙем, ныҡыш “Егерь” бер урында шым ғына ултырып сыҙай торған кеше түгел – тормош даръяһының уртаһында ҡайнап йәшәй. “Берҙәм Рәсәй” партияһына инә. Донъялар буталып киткәс, тәүҙә туғандарына әйтмәй генә әҙерләнә, аҙаҡ ҡына үҙ ирке менән МХО-ға юлланасағын әйтә. Көҙ китергә була, тик, атаһы үлеп ҡалғас, киләһе йылдың яҙынаса кисектерә. Әле Даян Мурзин батальонында хеҙмәт итә “Егерь”. Уның МХО-ға китергә тигән ҡарарын туғандары төрлөсә ҡабул итә. Ҡал, тип әжеүәләгәндәргә яуабы бер була – мин ҡарар ҡылдым икән – үтәйем!
Ҡатыны ла буш ултырмай – һыйырҙарының ағын эш итеп, егәрле ҡәйнәһе менән Иҫке Собханғол баҙарына алып барып аҙна һайын һөт-майын, ҡорот-эремсеген һата.
Ете ай хеҙмәтенән һуң “Егерь”ға тыуған яғына ҡайтып ял итеү форсаты тейгән. Аллаһ бойорһа, донъялар тынсып, бөтөнләйгә үҙ аяҡтарында, камил аҡылдарында ҡайтырға насип итһен һәр бер яугиргә!