Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
12 Декабрь 2023, 17:55

Яҡташыбыҙ, билдәле яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманова МХО зонаһында

Яугирҙәр уны "Апай" тип йөрөтә.

Яҡташыбыҙ, билдәле яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманова МХО зонаһында
Яҡташыбыҙ, билдәле яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманова МХО зонаһында

"СВО-ла яугирҙәр позывной менән. Бык, Дикий, Мираж, Алға, Башҡорт, Хан, Ашхабад һәм башҡалар. Бында килгәс тәртип буйынса мин дә үҙемә позывной һайланым. Миләүшәнең руссаһын алдым: Фиалка. Тик был ҡушамат миңә йәбешмәне. Тәүге көн үк оҙата йөрөгән йәш башҡорт егеттәре "апай" тине лә, шулай китте лә барҙы. Хатта аҡ һаҡаллы афғандар ҙа "апайым"дан һалдырмаһынмы.
— Һеҙгә Фиалка тип өндәшергә ҡыймайҙар, ахыры, Апай тип һөйләп тик йөрөйҙәр, - тине, ахыры, командир.
— Ярай инде, инәй тимәгәстәр ҙә... - мәйтәм.
— Үпкәләмәйһегеҙҙер, улар бит яҡын күреп...

Ниндәй үпкәләү инде? Шулай ҙа шуны аңланым, бында позывнойҙы ҡыҙыҡ өсөн генә һайламайҙар икән. Был ҡыҫҡа ғына код һинең булмышыңа дөйөм характеристика бирә. Мин дә, бына, "Апай" позывнойлы хәрби корреспондент булып ҡуйҙым.

Материалдар ҡайтҡас ҡуйылыр, бында связь юҡ кимәлендә", тип яҙа яҡташыбыҙ үҙенең сәхифәһендә.

Имен-аман йөрөп ҡайтырға яҙһын уға!

Автор:Г. Хафизова
Читайте нас: